Спартак тыҡрығы (Таганрог)
Спартак тыҡрығы — Ростов өлкәһе Таганрог ҡалаһындағы тыҡрыҡ.
Спартак тыҡрығы Таганрог | |
Дөйөм мәғлүмәт | |
---|---|
Ил |
Рәсәй |
Төбәк |
Ростов өлкәһе |
Ҡала | |
Элекке исемдәре |
Кампенгаузен тыҡрығы |
Почта индексы |
347900 |
картала |
Географияһы
үҙгәртергәСпартак тыҡрығы ҡаланың үҙәк, тарихи өлөшөндә, Петр урамы һәм Октябрь урамы[1]араһында урынлашҡан. Спартак тыҡрығындағы сквер Герой подпольщиктар скверы исемен йөрөтә[2].
Тарих
үҙгәртергәТыҡрыҡ элек Кампенгаузен исемен йөрөткән. Таганрог ҡалаһы башлығы хөрмәтенә сквер башта Балтазар Балтазарович Кампенгаузен исемен йөрөтә (1805—1809).
Спартак тыҡрығының Фрунзе һәм Октябрь урамдары араһындағы өлөшө совет осоронда Комсомол майҙаны тип атала[3]. Тап Спартак тыҡрығы территорияһында һәләк булған геройҙарҙың батырлығын мәңгеләштереү өсөн һәйкәл ҡуйыла. Тәүҙә һәйкәл урынына мемориаль плита һалынған була[2].
Тыҡрыҡта урынлашҡан
үҙгәртергә- ТУМ — Спартак тыҡрығы,1
- Таганрог яҡ кейеме фабрикаһы
- Әҙәби музей А. П. Чехов әҙәби музейы (гимназия бинаһы)
Һәйкәлдәр
үҙгәртергә- Петр I һәйкәле — Петр урамы менән киҫешкән урында(1903 — 1924)[4].
- «Йәшлек анты» Таганрог подпольщиктары һәйкәле — иҫке Чехов гиназияһы бинаһы алдында урынлашҡан[5]. Һәйкәл 1941—1943 йылдарҙа Таганрог (подпольеһы) йәшерен ойошмаһында ҡатнашыусыларға арналған. Владимир һәм Валентина Грачевтар — скульптура монументының авторы. Һәйкәлдең постаментын һәм уның тирәһендәге биҙәү элементтарын булдырыусылар менән архитектор Пантелеймонов етәкселек иткән. Монументтың бейеклеге 4 метр тәшкил итә, постамент бейеклеге — ярты метр[6].
Иҫтәлекле урын
үҙгәртергә- Спартак тыҡрығы, 4 — ХIХ быуат төҙөлөшө, ул Мавра Шаркова милегендә була, милек һуңынан уйлап табыусы Иван Васильевич Ситниченконыҡы була[7].
- Спартак тыҡрығы, 6 — Иван Христофорович һәм уның вариҫтары милке, йорт уларҙың милке булып 1870-се йылдарҙа тора. XХ быуат башында йорт хужаһы Иван Яковлевич Древицкий, ул Аҙау диңгеҙендә пароходтар флотилияһы хужаһы булған. Уның флотилияһы составында 11 пароход булған. Древницкий үлгәндән һуң, йортто крәҫтиән Федор Михайлович Онищенко 10 мең һумға һатып алған[8].
- Спартак тыҡрығы, 12 — бинабеҙҙең көндәргә тиклем һаҡланмаған.
Ҡыҙыҡлы факттар
үҙгәртергә- 2013 йылдың февралендә һәйкәл асыуҙың 40 йыллығы һәм Таганрогты фашист илбаҫарҙарынан азат итеүҙең 70 йыллығына бағышлап, «Таганрог — хәрби дан ҡалаһы» мемориаль стелаһын урынлаштырыу өсөн урын һайлау тураһындағы мәсьәләне координация советы ҡарай. Уның йыйылышында был стеланы «Йәшлек анты» һәйкәле урынына ҡуйырға, ә подпольщиктарҙың фигураларын Горький исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы территорияһының төпкөлөнә, «Мәңгелек ут» мемориалы комплексы артына ҡуйырға ҡарар сығаралар[9]. Ҡала төҙөлөш советының хакимиәте тарафынан был тәҡдим март айында раҫланған. Ябай ҡала кешеләрендә һәм эксперттарҙа был факт аңлашылмаусанлыҡтар тыуҙыра[10]. Муниципалитеттың был идеяһын Таганрогтың күп билдәле кешеләре ҡырҡа тәнҡитләп сыға[11].
Һылтанмалар
үҙгәртергәСығанағы
үҙгәртергә- ↑ Энциклопедия Таганрога. — Таганрог: Антон, 1998. — 624 с.
- ↑ 2,0 2,1 Сквер Героев подпольщиков 2017 йыл 7 апрель архивланған.
- ↑ Кампенгаузенский переулок 2017 йыл 7 апрель архивланған.
- ↑ Шапочка Е.
- ↑ Абрамов Л., Брюховецкий В., Шляхтин И. Репортаж с открытия памятника героям таганрогского подполья // Таганрогская правда. — 1973. — 29 авг. — С. 1.
- ↑ «Клятва юности», город Таганрог
- ↑ Дом С 4//Кампенгаузенский переулок 2017 йыл 7 апрель архивланған.
- ↑ Дом С 6//Кампенгаузенский переулок 2017 йыл 7 апрель архивланған.
- ↑ Серебряный С. Мемориальная рокировка возможна? // Таганрогская правда. — 2013. — 15 февр.
- ↑ Бойко Р. В Таганроге советский памятник подпольщикам заменят стелой «воинской славы» // Аргументы неделi. — 2013. — 1 апр.
- ↑ Бражников И. Городу Воинской славы не интересны Герои-подпольщики // www.rostovnews.net. — 2013. — 1 апр.