Петр урамы (Таганрог)
Петр урам — Таганрогтың үҙәк урамы. Ҡаланың тарихи үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. 1-се Крепостной тыҡрығы һәм Дзержинский урамы араһында урынлашҡан. Оҙонлоғо — 2 730 м. Өйҙәргә номерҙар ҡуйыу 1-се Крепостной тыҡрығынан[1] башлана.
Петр урамы Таганрог | |
Дөйөм мәғлүмәт | |
---|---|
Ил |
Рәсәй |
Төбәк |
Ростов өлкәһе |
Ҡала | |
Элекке исемдәре |
Ленин урамы |
Оҙонлоғо |
2730 м |
Почта индексы |
347900 |
картала | |
Яндекс. Картала | |
Карта Google-да |
Тарихы
үҙгәртергәПетр урамы Таганрогҡа нигеҙ һалыусы Петр Беренсе хөрмәтенә атала.
1923 йылдан башлап урам Совет дәүләте юлбашсыһы В. И. Ленин исемен йөрөтә. 1998 йылда урамдың 1-се Крепостной тыҡрығынан алып Дзержинский урамына тиклемге өлөшөнә Петр исеме кире ҡайтарылған. Урамдың совет йылдарында төҙөлгән райондағы өлөшө Ленин урамы[2] тип аталыуын дауам итә.
Урамдың мәҙәниәт Паркынан «Волна» (Тургенев тыҡрығы) ресторанына тиклемге өлөшө XX быуаттың 60-сы—70-се йылдарында халыҡ араһында «Бродвей» тип аталып йөрөтөлә. Был урын ҡаланың киске ял итеп йөрөү[3] өсөн иң матур урыны. Шулай уҡ ҡыҫҡартылған исеме «Брод»[4] та ҡулланыла.
Урынлашҡан биналар
үҙгәртергә- Кульпин йорто — Петр урамы, 30.
- Янкелевич йорто— Петр урамы, 32.
- Краснушкин йорто— Петр урамы, 37.
- Таганрог металлургия колледжы — Петр урамы, 40.
- Третьяков йорто — Петр урамы, 41, 43, 45.
- Таганрог идара итеү һәм иҡтисад институты (Серебряков йорто) — Петр урамы, 47.
- Кобылин йорто — Петр урамы, 49.
- Таганрог кондитер фабрикаһы — Петр урамы, 51.
- Скараманга йорто — Петр урамы, 53
- «Луч» кинотеатры— Петр урамы, 57.
- Штример аптекаһы — Петр урамы, 61.
- «Бристоль» ҡунаҡханаһы (элекке «Центральная») — Петр урамы, 64.
- Таганрог дәүләт педагогия институты (сит телдәр факультеты) — Петр урамы, 68.
- Магуло йорто — Петр урамы, 70.
- Таганрог диңгеҙ приборҙары төҙөү колледжы — Петр урамы, 71.
- Я. С. Поляков йорто — Петр урамы, 72.
- Ҡала мэрияһы — Петр урамы, 73.
- Кукольник йорто— Петр урамы, 74
- Перушина-Гавих йорто — Петр урамы, 79, 81.
- Арт-кафе «Русский чай» — Петр урамы, 81.
- Псалти йорто — Петр урамы, 82.
- НИИ МВС ИТА ЮФУ (Корпус «В» ИТА ЮФУ) — Петр урамы, 81.
- Рази-Бондаренко йорто — Петр урамы, 84.
- Элекке ҡала идара йорто — Петр урамы, 87.
- «Театральное» кафеһы — Петр урамы, 88.
- «Йәштәр үҙәге» (Уҡытыусы йорто) — Петр урамы, 89.
- Чехов исемендәге драма театры — Петр урамы, 90.
- А. П. Чехов исемендәге үҙәк ҡала халыҡ өсөн асыҡ китапхана — Петр урамы, 96.
- Ҡала мәҙәниәт йорто — Петр урамы, 104.
- Н. Малыгинаның йәштәр театры — Петр урамы, 104.
- А. М. Горький исемендәге үҙәк ҡала паркы
- Таганрог йәштәр Һарайы — Петр урамы, 107.
- Таганрог машиналар төҙөү колледжы — Петр урамы, 109-А.
Һәйкәлдәре
үҙгәртергә- Ленин бюсы — Петр урамы 73, ҡала Хакимиәте йорто алдында.
- «Мысыр пирамидаһы» скульптура композицияһы — Петр урамы 102, Горький исемендәге Паркка ингән ерҙә.
- «Шлагбаум» иҫтәлек билдәһе
- Василий Маргелов бюсы
Ҡыҙыҡлы факттар
үҙгәртергә- Петр урамының исеме 8 тапҡыр үҙгәрә: 2-се буй урамы, Мәскәү урамы, Дворян урамы, Большая урамы, Петр урамы, Ленин урамы, Петр урамы (1941), Ленин урамы (1943), һәм тағы ла — Петр (Дзержинский урамы менән киҫешкән урынға тиклем — артабан Ленин урамы).
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Таганрог урамдары исемлеге
- Таганрог
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- ↑ Энциклопедия Таганрога. — Таганрог: Антон, 1998. — 624 с.
- ↑ Киричек М. С. По ладоням твоих площадей. — Таганрог: Лукоморье, 2007. — 166 с.
- ↑ Феденко А. Театр — любовь моя. — Таганрог: Таганiй РогЪ. — 2008. — 96 с.
- ↑ Смирнов А. Я всех вас безумно люблю. — Ростов-на-Дону: Ростиздат, 2004. — Т. 1. — С. 156.