Горький исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы (Таганрог)

Горький исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы — Таганрог ҡалаһы паркы. Петровск урамында урынлашҡан. Учреждениеның рәсми исеме — «Мәҙәни-ял итеү эшмәкәрлеге үҙәге» муниципаль автономиялы учреждениеһы.

А. М. Горький исемендәге үҙәк ҡала паркы
Төп мәғлүмәт
Нигеҙләнгән ваҡыты1806 йыл 
Урынлашыуы
47°13′12″ с. ш. 38°55′32″ в. д.HGЯO
Ил
ҠалаТаганрог 
Рәсәй
Красная точка
А. М. Горький исемендәге үҙәк ҡала паркы
 Горький исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы (Таганрог) Викимилектә

География

үҙгәртергә

Бөгөнгө көндә Горький исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы Петр урамы, Социалистик урамы, Ҙур Баҡса тыҡрығы, һәм Бәләкәй Баҡса тыҡрығы менән сикләнгән территорияла урынлашҡан.


Парк тарихы

үҙгәртергә

1806 йылдың 2 апрелендә Таганрог башлығы барон Кампенгаузен Балтазар Балтазарович күрһәтмәһе буйынса ҡалала Дауаханалар баҡсаһы төҙөргә рөхсәт алына[1]. 1806 йылдың 30 июнендә Ростов өйәҙе ер үлсәүсеһе инженер Шаржинский баҡсаның планын тәҡдим итә. Баҡсаның бер өлөшө дарыу үләндәре плантацияһына, икенсеһе емеш-еләк һәм декоратив ағастар, виноград баҡсаһы ултыртыуға тәғәйенләнә. Йәй һәм көҙ ер эштәре башҡарыла, был эштә төрмә тотҡондарын тотоналар. Плантациялар, бер нисә аллея һәм һуҡмаҡ планлаштырыла, ҡоҙоҡтар ҡаҙыла, инструменттар һаҡлау һәм ҡарауылсылар өсөн йорт төҙөлә, үҫемлектәр ултыртыла башлай.[1].

А. П. Чехов 1887 йылда һеңлеһенә хатта баҡса тураһында ошолай яҙа: «Баҡсала булдым. Музыка уйнай ине. Баҡса шундай күркәм. Түңәрәк шығырым тулы.». Чехов баҡса тураһында бер нисә әҫәрендә лә яҙа.

1909 йылда баҡса тулыһынса ҡырҡып бөтөрөлә һәм яңынан ағастар ултыртыла.

1934 йылда баҡса парк булып китә һәм уға Максим Горький исеме бирелә.

Парк бер нисә тапҡыр «Иң яҡшы мәҙәниәт һәм ял паркы» исеменә лайыҡ була.

2008 йылда «ДонПроектРеставрация» эшләгән парктың «Яңыртыу һәм төҙөкләндереү планы» ҡабул ителә. Был планға бөтә башҡа эштәрҙән тыш парк төпкөлөндә роллердром төҙөү индерелә[2].

2012 йылдың октябрендә Горький паркында Воронеж океанариумының күсмә дельфинарийы гастролдә була[3].

2014 йылдың июлендә парк администрацияһы Канатная урамына сыға торған парк ҡапҡаһын иретеп йәбештерә[2]. Был ҡарар парк территорияһына сүп-сар ташлаусы эргә-тирә район халҡының тәртибе айҡанлы ҡабул ителә.[2].

Шахмат павильоны

үҙгәртергә

Паркта тәү башлап шахмат-шашка павильоны 1928 йылдың майында эшләй башлай. Ул 1927 йылда төҙөлгән бер этажлы уҡыу павильонының бер террасаһы була[4]. 1992 йылда павильон үҙгәртеп төҙөлә һәм кафе итеп бирелә. 2012 йылдың 4 авгусында бина яңыртыла һәм шахмат павильоны итеп тантаналы рәүештә асыла[4]. Уны асыу тантанаһында Рәсәй хөкүмәтенең вице-премьеры Дворкович Аркадий Владимирович һәм Ростов өлкәһе губернаторы Голубев Василий Юрьевич ҡатнаша[4]. Асыу тантанаһында В.Голубев яҡындағы көҙ павильонда губернатор Кубогына шахмат турниры ойоштороу тәҡдиме менән сығыш яһай[4].

Шахмат павильонында яңыртыу эштәренән һуң шулай уҡ сәнғәт һәм фото күргәҙмәләре үткәрелә[3].

  • Таганрог Энциклопедияһы, 2-се изд., Таганрог, 2003
  • Таганрог ҡалаһы тарихы, П. П. Филевский, Москва, 1898
  • Таганрогта Чехов булған урындар. Путеводитель. Таганрог, 2004

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Киричек М. С. Два века таганрогского парка. — Таганрог: Лукоморье, 2006. — 128 с.
  2. 2,0 2,1 2,2 Яснова К. Завари потихоньку калитку… // Таганрогская правда. — 2014. — 11 июля. — С. 3.
  3. 3,0 3,1 Вовк Е. Новая жизнь старого парка(недоступная ссылка) // Таганрогская правда. — 2012. — 26 окт.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Булейко А. История таганрогских шахмат продолжается… // Таганрогская правда. — 2012. — 10 авг.