София Чюрлёнене-Кимантайте

София Чюрлёнене-Кимантайте (лит. Sofija Kymantaitė-Čiurlionienė; 13 март 1886(18860313), Ионишкис — 1 декабрь 1958, Каунас, Литва ССР-ы) — литва яҙыусыһы, шағир, әҙәби тәнҡитсе, драматург, тәржемәсе, педагог, йәмғәт эшмәкәре. Литва ССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1954).

София Чюрлёнене-Кимантайте
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2]
Гражданлыҡ  Литва
Тыуған көнө 13 март 1886({{padleft:1886|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})[3]
Тыуған урыны Ионишкис[d], Литва
Вафат булған көнө 1 декабрь 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})[3] (72 йәш)
Вафат булған урыны Каунас[d], Литва Совет Социалистик Республикаһы[d], СССР
Ерләнгән урыны Петрашюнай зыяраты[d]
Хәләл ефете Микалоюс Константинас Чюрлёнис[d]
Балалары Данута Чюрлёните[d]
Һөнәр төрө журналист, шағир, яҙыусы
Эш урыны Бөйөк Витовт университеты[d]
Уҡыу йорто Ягеллон университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
праведник народов мира
Изображение памятной доски
 София Чюрлёнене-Кимантайте Викимилектә

Рәссам һәм композитор Микалоюс Константинас Чюрлёнистың ҡатыны.

Биографияһы

үҙгәртергә
 
М. К. Чюрлёнис һәм уның ҡатыны София. Яҡынса 1911 йыл

Сығышы менән Кимант (пол. Kimant, лит. Kymantas) литва дворян (шляхта) нәҫеленән[4]. 1904 йылда Рига гимназияһын тамамлай. 1904—1907 йылдарҙа Краковтағы (Австро-Венгрия) Ягеллон университетында башта медицинаны, ә артабан фәлсәфәне һә әҙәбиәтте өйрәнә. 1907—1908 йылдарҙа Вильнола «Viltis» гәзите мөхәрририәтендә эшләй[5].

Ковно һәм Воронеж (1915—1918; Вильнонан эвакуацияланған М. Ичас ҡыҙҙар гимназияһы) ҡалалары гимназияларында литва теленән уҡыта. Беренсе донъя һуғышы йылдарында Воронежда эвакуацияла була, һәм 1917 йылдан литва әҙәбиәте тарихы буйынса очерктар өҫтөндә эшләй, литва әҙәби текстарының хрестоматияһын төҙөй, литва мәҙәниәте һәм мәғарифының урындағы секцияһында, литва диаспораһының ижтимағи һәм мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнаша.

1919—1921 йылдарҙа Литваның Крайҙы һаҡлау министрлығының мәғариф бүлегендә эшләй, фронтта лекциялар уҡый[5]. 1925—1938 йылдарҙа — Каунаста Бөйөк Витовт университетының гуманитар фәндәре факультетында литва теле һәм уны уҡытыу алымдары буйынса белем бирә.

1933—1934 йылдарҙа «Gimtoji kalba» журналын мөхәррирләй. 1929—1937 йылдарҙа Милләттәр Лигаһында Литва делегацияһының ағзаһы була, социаль мәсьәләләр менән шөғөлләнә.

1958 йылдың 1 декабрендә Каунаста вафат була, Пятрашюн зыяратында ерләнә.

1905 йылдан әҫәрҙәрен баҫтыра башлай. Повестар, поэмалар, хикәйәләр, әкиәттәр, эссе, пьесалар авторы.

Уның реалистик комедияларында һәм башҡа сатирик әҫәрҙәрендә буржуазия һәм мещанлыҡ холоҡтары мәсхәрләнә. Литва фольклоры нигеҙендә «12 ағалы-ҡустылар — ҡара ҡарғалар» әкиәти пьесаһын яҙа, ул Литваның йәштәр театрҙарында сәхнәләштерелә.

Бынан тыш Чюрлёнене-Кимантайте драматургияның классик әҫәрҙәрен (Мольер һәм башҡалар), Гомерҙың «Илиада»һын һәм башҡаларҙы литва теленә тәржемә итә.

Чюрлёнене-Кимантайтеның әҫәрҙәре 1956 йылда Вильнюста өс томда нәшер ителә.

Һайланған библиография

үҙгәртергә
  • Lietuvoje, kritikos knyga. — Vilnius, 1910
  • Kas ir kaip skaityti, skaitymo vadovėlis. — Vilnius, 1911
  • Iš mūsų literatūros, literatūros kritikos straipsnių rinkinys. — Kaunas, 1913
  • Pinigėliai, pjesė, 1918 m., [Kaunas], [1941]
  • Vaikų teatras. — Vilnius, 1918
  • Komedijėlės: Cyp… cyp… cyp… Miau… miau… miau… .Grybų barnis. Barbutė piemenėlė. — S. l., 1918
  • Lietuvių literatūros istorijos konspektas. — Voronežas, 1918
  • Kalinys: (tikras Lietuvos istorijos atsitikimas: skiriamas jaunuomenei vaidinti). — Vilnius, 1919
  • Komedijos. Kaunas, 1920 .
  • Laiškai kareiviui. — Kaunas, 1920
  • Komedijos. — Vilnius = Kaunas, 1920 .
  • Dolpelis ministerijoje tarnauja: monologas ir laiškai. — Tilžė, 1920
  • Kalėjime: sketch with violin and chimes/ Pilka — Vanagaitis. Knygnešys: monologue. — Camden, 1920
  • Aušros sūnūs, pjesė. — Kaunas, 1923, pastatyta 1926 .
  • Dvylika brolių juodvarniais laksčiusių, pjesė, 1932 m., — Kaunas, 1945
  • Šventmarė, apysaka, 1937 m., — Vilnius, 1969
  • Giria žalioji, поэма
  • Vaiva, поэма
  • Mūsų jauja, поэма
  • Rinktiniai raštai. — Vilnius, 1956
  • Žemaitiška poema: ištraukos: [plokštelė]. — Ryga, 1980
  • Raštai: penki tomai. — Vilnius, 1986—1988
  • Tie metai: 3 veiksmų ir epilogo tragedijos kronika. — Kaunas, 1992
  • Giria žalioji: penkių giesmių poema. — Vilnius, 1997
  • Pasijuokime kartu su Stefa Navardaitiene:- Kaunas, 1997
  • Vilniaus skrajojamas teatras «Vaidila»/ Lietuvos teatro, muzikos ir kino muziejus, Lietuvos teatro istorijos ir tradicijų draugija. — Vilnius, 2001

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. Čiurlionienė Sofija (1888 - 1958 ) // The Righteous Among the Nations Database (ингл.)
  3. 3,0 3,1 Bibliothèque nationale de France Sofija Čiurlionienė-Kymantaitė // идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  4. Spis szlachty zamieszkałej w m. Wilnie w różnych latach XIX wieku. Informacja z metryk kościelnych.
  5. 5,0 5,1 VLE
  • Театральная энциклопедия. Том 5 / Глав. ред. П. А. Марков — М.: Советская энциклопедия, 1967.

Һылтанмалар

үҙгәртергә