София Подлипска
София Подлипска (15 май 1833, Прага — 17 декабрь 1897, шунда уҡ) — Австро-Венгрия чех яҙыусыһы, мөхәррир, журналист һәм тәржемәсе. Романдар яҙыусы Каролина Светлаяның кесе һеңлеһе.
София Подлипска | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Тыуған ваҡыттағы исеме |
чех Sofie Rottová нем. Sophia Theresia Rott[1] |
Тыуған көнө | 15 май 1833[2][3][4][…] |
Тыуған урыны | Прага, Богемия короллеге, Богемия тажының ерҙәре[d], Австрия империяһы[3][4][5][…] |
Вафат булған көнө | 17 декабрь 1897[2][3][6][…] (64 йәш) |
Вафат булған урыны | Прага, Богемия короллеге, Цислейтания[d], Австро-Венгрия[5][7] |
Ерләнгән урыны | Ольшанское кладбище[d][8] |
Атаһы | Eustach Rott[d] |
Бер туғандары | Каролина Светла[d] |
Хәләл ефете | Josef Podlipský[d] |
Балалары | Prokop Podlipský[d] һәм Людмила Врхлицка[d] |
Туған тел | чех теле |
Яҙма әҫәрҙәр теле | чех теле |
Һөнәр төрө | яҙыусы, тәржемәсе, драматург |
София Подлипска Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәСофия Подлипска үҙенең апаһы менән Прагала бай ғаиләлә тәрбиәләнә. Әҙәби эш менән шөғөлләнә, ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһы эшмәкәрлегендә ҡатнаша («Минерва» ойошмаһында, Америка ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһының ташланған һәм онотолған ҡатын-ҡыҙҙарҙы яҡлау йәмғиәтендә), 1858 йылда табип Подлипска Йозефҡа кейәүгә сыға. 1867 йылда тол ҡала һәм йәмәғәт тормошонда тағы ла әүҙемерәк эшләй башлай. Божена Немцова һәм ҡыҙы Людмиланың ире булып киткән Ярослав Врклицкий менән дуҫлаша.
«Osvěta», «Světozor», «Květy», «Rodinná kronika», «Zlatá Praha» журналдарында хеҙмәттәшлек итә. «Женская библиотека» баҫмаһын һәм уның «Souzvuk» альманахын мөхәррирләй. Бер нисә тарихи роман яҙа (башлыса чех тарихы,юғары ҡатлам вәкилдәрендә милли үҙаң уяныу тураһында), драмалар, хикәйәләр, әкиәттәр, балалар һәм урта йәштәге балалар өсөн баснялар, социаль йүнәлештәге әҫәрҙәр яҙа, уларҙа етемлек һәм ҡатын-ҡыҙҙың түбән социаль статусы проблемаларын күтәрә. Француз теленән Жорж Санд әҫәрҙәрен тәржемә итә. Төп әҫәрҙәре: «Osud a nadání» (1872), «Peregrinus» (1882, автобиографик әһәмиәткә эйә), «Jaroslav Sternberk», «Láska a nenávist», «Žiti nebo nežíti», «Pravo lasky», «Pozemský prach», «Přemysl Otokar II», «Mír» (1898) һәм 70-кә яҡын хикәйәләре.
ЭСБЕ ярашлы, «уның әҫәрҙәрендә Бернарден де С.-Пьеррҙың сентиментализм рухынан башлап реалистик социализмға тиклем әҙәби йоғонтолар алмашыныуы һиҙелә. Подлипская драмаһының әһәмиәте юҡ тиерлек». Подлипскаяның әҫәрҙәре йыйынтығы 1874—1886 йылдарҙа баҫылып сыға.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ записи гражданского статуса
- ↑ 2,0 2,1 Sofie Podlipská // https://cs.isabart.org/person/16193
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ 4,0 4,1 Wurzbach D. C. v. Podlipská, Sophie (нем.) // Biographisches Lexikon des Kaiserthums Oesterreich: enthaltend die Lebensskizzen der denkwürdigen Personen, welche seit 1750 in den österreichischen Kronländern geboren wurden oder darin gelebt und gewirkt haben — Wien: 1856. — Vol. 23. — S. 7.
- ↑ 5,0 5,1 Архив изобразительного искусства — 2003.
- ↑ Sofie Podlipská // [Sofie Podlipská Frauen in Bewegung 1848–1938] (нем.) — Österreichische Nationalbibliothek, 2006.
- ↑ https://ipac.svkkl.cz/arl-kl/cs/detail-kl_us_auth-p0096791-Podlipska-Sofie-18331897
- ↑ BillionGraves (ингл.) — 2011.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Подлипская, София // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Биография (чех.).