Солтанморат Хәйбуллин
Солтанморат Хәйбуллин (1788—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.
Солтанморат Хәйбуллин | |
Тыуған ваҡыты | |
---|---|
Тыуған урыны |
Ырымбур губернаһы, Ҡырҡ-Өйлө-Мең улусы, Иҫке Яппар ауылы |
Үлгән ваҡыты |
билдәһеҙ |
Вафат урыны |
билдәһеҙ |
Хеҙмәт иткән урыны | |
Хеҙмәт итеү йылдары | |
Хәрби звание |
Зауряд-есаул |
Хәрби алыш/һуғыш |
1812 йылғы Ватан һуғышы, |
Биографияһы
үҙгәртергәСолтанморат Хәйбуллин Ырымбур губернаһы Ҡырҡ-Өйлө-Мең улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районы) Иҫке Яппар ауылында йәшәгән. Зауряд-есаул булып хеҙмәт итә[1].
1812 йылғы Ватан һуғышы башланғас, 1814 йылдың аҙағына тиклем 14-се Башҡорт атлы полкы составында француздарға ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша. 14-се Башҡорт атлы полкы башлыса 6-сы кантон башҡорттарынан ойошторола һәм 1812 йылдың 8 октябрендә Һамар аша Түбәнге Новгородҡа бара. Артабан Украинаға генерал-лейтенант граф П. А. Толстойҙың ополчениеһы корпусы составына ебәрелә һәм 1813 йылдың майынжа Сембер ополчениеһы менән бергә Варшава герцоглығына килә, бындаквалериянан генерал барон Л. Л. Беннигсендың Польша армияһы составына индерелә. Рус армияһының сит илгә походтары барышында полк Лейпциг һәм Дрезден янындағы алыштарҙа ҡатнаша. 21 октябрҙән — Лейпциг гарнизоны, ноябрҙән Польша армияһының инфантериянан генерал Д. С. Дохтуров корпусына ҡушыла һәм Магдебургты блокадалаусы генерал-майор К. А. Крейцтың отрядына индерелә[2]1814 йылдың 19 мартында союздаш ғәскәрҙәре составында 14-се Башҡорт атлы полкы Парижға инә.
Бүләктәре
үҙгәртергә- «1812 йылғы һуғыш иҫтәлегенә» көмөш миҙалы кавалеры
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Гатиятуллин З. Г. Башкиры 12-го кантона в Отечественной войне 1812 г // Ватандаш : журнал. — 2013. — № 12. — ISSN 1683-3554.
- ↑ Рахимов Р. Н., 2012, с. 398-399
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Асфатуллин С. Г. Северные амуры в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 2000. — 160 с. — ISBN 5-85051-181-4.
- Вклад Башкирии в победу России в Отечественной войне 1812 года. Сборник документов и материалов / сост. Р. Н. Рахимов [и др.]. — Уфа: Китап, 2012. — 488 с. — ISBN 978-5-295-05476-1.
- Усманов А. Н. Башкирский народ в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Башкнигоиздат, 1964. — 136 с.