Соловьёв Юрий Николаевич (онколог)
Соловьев Юрий Николаевич (17 апрель 1928 йыл) — СССР һәм Рәсәй онкологы, СССР Медицина фәндәре академияһы (1991) һәм Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (2013).
Соловьёв Юрий Николаевич (онколог) | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 17 апрель 1928 (96 йәш) |
Тыуған урыны | Чухломский район[d], Кострома өлкәһе, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эшмәкәрлек төрө | морфология человека[d] һәм онкология[d] |
Эш урыны | Российский онкологический научный центр им. Н.Н. Блохина[d] |
Уҡыу йорто | Н. И. Пирогов исемендәге Рәсәй милли тикшеренеү медицина университеты |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биография
үҙгәртергә1928 йылдың 17 апрелендә Кострома өлкәһе Чухломский районының Георгий ауылында тыуған.
1953 йылда И. В. Сталин исемендәге 2-се Мәскәү медицина институтын (һуңғараҡ — Н. И. Пирогов исемендәге) тамамлай, артабан институттың ЛОР ауырыуҙары кафедраһы янында ординатурала уҡый һәм бер үк ваҡытта өлкән лаборант, СССР Һаулыҡ һаҡлау биофизикаһы институтында кесе ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.
1960 йылдан 1963 йылға тиклем СССР медицина фәндәре академияһының А. Н. Сысин исемендәге дөйөм һәм коммуналь гигиена институтында «Патоморфология» лабораторияһының мөдире булып эшләй
1963 йылдан алып әлеге көнгә тиклем — СССР МФА эксперименталь һәм клиник онкологияның Ғилми-тикшеренеү институтында (артабан — СССР МФА Бөтә Союз онкология ғилми үҙәге — хәҙер онкологияның Н. Н. Блохин исемендәге Милли медицина ғилми тикшеренеү үҙәгендә эшләй, кеше шешенең патологик анатомияһы бүлегенең өлкән ғилми хеҙмәткәренән алып фән буйынса Үҙәктең директор урынбаҫарына тиклем юл үтә, 1978 йылда терәк-хәрәкәт аппараты шешенең патологик анатомияһы лабораторияһын етәкләй.
1981 йылдан 1985 йылға тиклем СССР МФА Бөтә Союз онкология үҙәге канцерогенезы Ғилми тикшеренеү үҙәгенең һәм фәндәр буйынса Үҙәк директоры урынбаҫары.
1985 йылдан 1993 йылға тиклем — кеше шеше патологик бүлеге менән етәкселек итә, 1993 йылдан алып әлеге көнгә тиклем — был бүлектең төп ғилми хеҙмәткәре.
1984 йылда СССР медицина фәндәре академияһының ағза-корреспонденты булып һайлана.
1991 йылда СССР-ҙың медицина фәндәре академияһының академигы
2013 йылда РФА академигы.
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәЭксперименталь һәм клиник онкоморфология өлкәһендә белгес.
40 йылдан ашыу патологияны өйрәнеүгә, һөйәктәрҙең яман шешен диагностикалауға һәм дауалауҙың һөҙөмтәлелеген баһалауға арнай
Радиобиология һәм нур патологияһы өлкәһендә эштәр циклы үткәрә, тирә-яҡ мөхит факторҙарының хайуандар организмына йоғонтоһон комплекслы өйрәнә, әлеге ваҡытта һөйәктә һәм һөйәк һөлдәһендә шештәрҙе һәм яман шештәрҙе диагностикалау, патогенезы һәм дауалау һөҙөмтәлегеген баһалау мәсьәләләрен өйрәнеү менән шөғөлләнә.
Күп йылдар Ҙур медицина энциклопедияһы мәхәрририәте составында «Онкология»һәм «Патологическая анатомия» мәхәрририәт бүлегендә ғалми секретарь сифатында эшләй, медицина энциклопедияһының 3-сө баҫмаһында бер нисә мәҡәләнең авторы
200-ҙән ашыу фәнни эш авторы.
«Архив патологияһы», «The American Surgery Pathology», «Pathology Human» (АҠШ) һ. б. фәнни журналдарының редколлегия составына инә.
Ғалимдар советы составында даими эшләй, төрлө локализациялағы шештәр диагностикаһын һәм номенклатураһын эшләү буйынса халыҡ-ара проекттарҙа ҡатнаша.
1985 йылдан РФ Президентының поликлиника менән Үҙәк клиник дауаханаһында штаттан тыш консультант булып тора.
15 йылдан ашыу һөйәк шеше терапияһы проблемалары менән шөғөлләнеүсе белгестәр төркөмө менән етәкселек итә, АҠШ, Франция, Швейцарияла халыҡ-ара форумдарҙа ҡатнаша.
Уның етәкселегендә 30 кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертациялары яҡла
Наградалары
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Соловьев Юрий Николаевич . biograph.ru. Дата обращения: 24 ноябрь 2018.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 29.09.1999 № 1307 «О присуждении Государственных премий Российской Федерации 1999 года в области науки и техники» . kremlin.ru. Дата обращения: 24 ноябрь 2018.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 31.05.1998 № 632 «О награждении государственными наградами Российской Федерации» . kremlin.ru. Дата обращения: 24 ноябрь 2018.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Профиль Юрия Николаевича Соловьева РФА рәсми сайтында