Соловьёв Сергей Леонидович

Сергей Леонидович Соловьев (12 апрель 1930 йыл — 9 март 1994 йыл) — СССР һәм Рәсәй геофизигы, сейсмолог, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (1991).

Соловьёв Сергей Леонидович
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 12 апрель 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})[2]
Тыуған урыны Бөйөк Новгород, Ленинград өлкәһе, РСФСР, СССР[3]
Вафат булған көнө 9 март 1994({{padleft:1994|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})[4] (63 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыны Мәскәүҙәге Дон зыяраты[d]
Һөнәр төрө физик
Эш урыны Институт океанологии имени П. П. Ширшова РАН[d]
Уҡыу йорто Физический факультет Санкт-Петербургского государственного университета[d]
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d] (1960)
Ғилми етәксе Евгений Фёдорович Саваренский[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Хеҙмәт ветераны» миҙалы ВДНХ-ның алтын миҙалы ВДНХ-ның көмөш миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

1930 йылдың 12 апрелендә Новгородтатыуа.

1953 йылда Ленинград университетының физика факультетын тамамлай.

1956 йылда СССР Фәндәр академияһының Геофизика институты аспирантураһын тамамлай. Был институт тарҡатылғас, СССР Фәндәр академияһының Физика институтында эшләй. Е. Ф. Саваренский етәкселегендә кандидатлыҡ һәм 1970 йылда докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.

1961 йылдан СССР фәндәр академияһының Сахалин комплекслы ғилми-тикшеренеү институтының сейсмология бүлеген етәкләй (1965 йылдан шунда уҡ директор урынбаҫары була).

1968 йылда Мәскәүгә ҡайта һәм СССР Фәндәр академияһының Ер физикаһы институты лабораторияһында эшләй башлай.

1971 йылдан СССР Фәндәр академияһының Саха ғилми-тикшеренеү институты етәксеһе.

1978 йылдан СССР Фәндәр академияһы Океанология институтының сейсмология лабораторияһы мөлире (1985 йылдан шулай уҡ геофизика бүлеге мөдире).

Төп хеҙмәттәпе ер тетрәү, сейсмологиялылыҡ һәм сейсмология райондарына бүлеүҙе, Курил-Камчатка дуғаһының һәм яҡын-тирәләге акваторияның тәрән ҡоролошон, ер аҫты тетрәүҙәренең гидроаккустик тулҡынын классификациялауға бағышлана. Йыл әйләнәһенә Куриль утрауҙарында цунами тураһында күҙәтеү һәм иҫкәртеү хеҙмәтен, Охот диңгеҙенең, Сахалин шельфының һәм Курил-Камчатка тәрән һыу улағының комплекслы геологик-геофизик съемкаһын ойоштороусы. Тәрән һыу төбөнән сығыусы сейсмографтарҙы эшләүсе, «Атлас землетрясений в СССР» (1962), «Каталог цунами на западном побережье Тихого океана» (1974) һәм «Каталог цунами на восточном побережье Тихого океана» (1975) баҫмаларын төҙөүҙә ҡатнаша.

1 фән докторы һәм 12 фән кандидаты әҙерләнгән. 500-ләп фәнни эш, шул иҫәптән 10 монография, шулай уҡ 30 уйлап табыу авторы. 1994 йылдың 9 мартында Мәскәүҙә вафат була, Дон зыяратында ерләнгән[5]..

Наградалары һәм премиялары

үҙгәртергә
  • ВДНХ-ның алтын миҙалы (1974, 1980)[6]
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1975)[6][7]
  • ВДНХ-ның көмөш миҙалы (1978)[6]
  • «Изобретатель СССР-ҙың уйлап табыусыһы» почет билдәһе (1985)[6]
  • «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1988)[6]
  • Тәбиғәт һәләкәттәрен өйрәнеү буйынса халыҡ-ара йәмғиәттең Адамс премияһы (1988)[6] — за многолетний выдающийся вклад в изучение землетрясений, цунами и систем предупреждения о цунами[6]
  • СССР Фәндәр академияһының һәм Халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзы президиумының Маҡтау ҡағыҙы (1990)[6].

1996 йылда Европаның Ер тураһындағы фәндәр союзы Сергей Соловьев исемендәге миҙал булдыра. Уның менән тәбиғәт һәләкәттәрен өйрәнеүгә өлөш индергән ғалимдар бүләкләнә[8].

Рәсәй Фәндәр академияһының Алыҫ Көнсығыш округы президиуиы тәбиғәт һәләкәттәре өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн академик С. Л. Соловьев исемендәге премия булдыра[8].

2011 йылдың 8 июнендә Рәсәй Фәндәр академияһының Алыҫ Көнсығыш округ Диңгеҙ геологияһы һәм геофизика институтына С. Л. Соловьевҡа иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйыла[9].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Identifiants et Référentiels (фр.)ABES, 2011.
  2. Соловьёв Сергей Леонидович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  3. https://www.egu.eu/awards-medals/portrait/sergey-soloviev/
  4. Library of Congress Authorities (ингл.)Library of Congress.
  5. Соловьёв Сергей Леонидович (1930—1994). Московские могилы. Дата обращения: 30 декабрь 2017.
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 6,5 6,6 6,7 Шутько, Махрова, 1994, Основные даты жизни и деятельности академика С. Л. Соловьева, с. 2—7
  7. Соловьёв Сергей Леонидович // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  8. 8,0 8,1 Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; ио төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  9. Соловьёв Сергей Леонидович, геофизик. Энциклопедия Сахалинской области. Дата обращения: 30 декабрь 2017.

Һылтанмалар

үҙгәртергә