Соколов Леонид Алексеевич
Соколов Леонид Алексеевич (8 июль 1953 йыл) — Башҡортостандың сатира һәм юмор өлкәһендә ижад итеүсе рус яҙыусыһы. 2013 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзының рус яҙыусылары берләшмәһенең өлкән әҙәби консультанты. 1994 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2013). «Клуб 12 стульев» ойошмаһының «Золотой телёнок» премияһы (2017) һәм Фәтих Кәрим исемендәге премия (2015) лауреаты[1].
Соколов Леонид Алексеевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 8 июль 1953 (71 йәш) |
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | яҙыусы, сатирик |
Уҡыу йорто | Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты |
Биографияһы
үҙгәртергәЛеонид Алексеевич Соколов 1953 йылдың 8 июлендә Өфөлә тыуған. Ҡаланың 1-се мәктәбендә урта белем ала, 1975 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай[1].
Ижады
үҙгәртергәИжад менән өлкән кластарҙа уҡ шөғөлләнә башлай. Тәүҙә шиғырҙар яҙып ҡарай, ләкин үҙен сатира һәм юморҙа таба. Беренсе хикәйәләре һәм сатирик миниатюралары БДу-ның күп тиражлы газетаһында баҫыла. Артабан «Тулҡын» («Волна»), «Орбита» йыйынтыҡтарында әҫәрҙәре сыға, «Крокодил», «Һәнәк» журналдарында нәшер ителә. Германия баҫмалары ла уны баҫа. «Кумир» исемле беренсе китабы 1986 йылда сыға. 90-сы йылдар башында «Где вы были вчера?» йыйынтығы нәшер ителә. 1994 йылда Башҡортостан Яҙыусылар Союзына алына. Шунан бирле Соколовтың 7 китабы сыға «Приколы», «Счастливчик», «Тысяча и один прикол» һ.б.
Л. А. Соколовтың әҫәрҙәре билдәле журналдарҙа баҫыла: «Вокруг смеха» (Санкт-Петербург), «Фонтан» (Одесса), «Чаян» (Каҙан), «Веселуха» (Мәскәү), «Кукумбер» (Мәскәү). «Литературная газета», «Комсомольская правда», «Аргументы и факты» биттәрендә лә уның әҫәрҙәре күренеп тора. Башҡортостан журналдары — «Һәнәк-Вилы», «Бельские просторы», «Ағиҙел» — уның ижадын баҫтырып торалар. Уның әҫәрҙәре менән Германия, Болгария, Канада, Австралия уҡыусылары ла таныш. «Кумир» йыйынтығының экземпляры Болгарияның Габрово ҡалаһында сатира һәм юмор музейының экспонаты булып тора.
60 йәшлек юбилейына «Китап» издательствоһы яҙыусының «Автограф» исемле китабын сығарҙы. Уға баш һүҙҙе "Литературной газета"ның «12 ултырғыс клубы» администраторы Александр Хорт үҙе яҙған. «Автограф» китабы яҙыусының ижадына үҙенсәлекле йомғаҡ булып тора. Уға уҙған йылдарҙа яҙылған юмористик хикәйәләр, әкиәттәр, афоризмдар, яңыса яҙылған иҫке йырҙар, икеюллыҡтар, дүртюллыҡтар, каламбурҙар, балалар өсөн шиғырҙар, сатирик рубаиҙар ингән. Был китаптан яҙыусының бер нисә афоризмын килтереп китәйек: «Скажи-ка, дядя, ведь не даром стоишь на улице с радаром» · «Чтобы попасть на прием к невропатологу, надо иметь стальные нервы» · «У стоматолога не только рот, но и карман надо держать пошире» · «Наш ломбард — это залог Вашего успеха», · «Мантия величия» · «Удручальное кольцо» · «Убежать легко от лет, если ты легкоатлет!»
Үткән йыл «Литературная газета» үҙенең сатирик бүлеге "Клуб 12 стульев"тың «Золотой теленок» премияһына лайыҡлы тип иҫәпләгән 2017 йылғы лауреаттарын билдәләне. Биш лауреат араһында Леонид Соколов та бар. Башҡортостан яҙыусыларынан бындай премияны 2015 йылда яҙыусы-сатирик Марсель Салимов (Мар. Салим) алған.
Леонид Алексеевич Башҡортостан Яҙыусылар Союзының рус яҙыусылары ойошмаһының өлкән әҙәби консультанты. Әлеге көндә Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһенең башҡарма директоры вазифаһын башҡара.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Башҡорт энциклопедияһы — Соколов Леонид Алексеевич (Тикшерелеү көнө: 19 ғинуар 2022)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Соколов Леонид Алексеевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 19 ғинуар 2022)
- Рассказы уфимского писателя Леонида Соколова опубликованы на азербайджанском языке. ИА «Башинформ», 18 января 2022 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 ғинуар 2022)