Снеткова-Вечеслова Евгения Петровна

Евгения Петровна Снеткова-Вечеслова (18821961) — СССР педагогы һәм балет артисы.[1]

Снеткова-Вечеслова Евгения Петровна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 22 июнь 1882({{padleft:1882|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})
Тыуған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 16 ноябрь 1961({{padleft:1961|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (79 йәш)
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө балет артисы

Биографияһы үҙгәртергә

Евгения Петровна Снеткова-Вечеслова 1882 йылдың 22 июнендә (яңы стиль буйынса 4 июлдә) Петербургта тыуған.

Артабан Петербург театр училищеһын тамамлай, бында уның уҡытыусыһы Энрико Чекетти була. 1900 йылдан алып 1922 йылға тиклем Мария театрында эшләй : кордебалетта ла, шулай уҡ яңғыҙ партияларҙы ла башҡара.

Театр артисы булараҡ, 1917 йылда Петроградта шәхси студияларҙа һәм А.Л.Волынский Рус балеты мәктәбендә классик бейеүҙын уҡыта башлай. 1920 йылдан 1951 йылға тиклем Ленинград хореография училищеһында башланғыс класс уҡытыусыһы булып эшләй. Күп СССР республикалары өсөн артистар кадры әҙерләү эшендә ҙур өлөш индерә. Уның уҡыусылары араһында — Н. М. Дудинская, Г Т. Комлева, А Е. Осипенко, С Г. Корнеь, К. М. Сергеев һәм башҡалар бар.[1]

1961 йылдың 16 ноябрендә Ленинградта вафат була. Большеохтинский зыяратында ерләнә.[2]

Николай Густавович Легат (1869—1937)һәм Сергей Густавович Легаттың (1875—1905) 1904 йылда төшөрөлгән литографияһында һүрәтләнгән[3]

Ғаиләһе үҙгәртергә

Евгения Петровна Пажеский корпусын тамамлаусы, сығышы менән Иоанн Грозный ваҡытынан килгән дворяндарҙан подполковник Михаил Михайлович Вечесловта кейәүҙә була. Уларҙың икенсе ҡыҙы — Татьяна Киров исемендәге Ленинград опера һәм балет театрының билдәле балеринаһы. Беренсе ҡыҙы — Евгения.

Совет һәм рәсәй балетмейстеры, актёр, режиссёр Андрей Кузнецов-Вечесловатың оләсәһе]] була .

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Русский балет. Энциклопедия. БРЭ, «Согласие», 1997 год.
  • Найдич Юрий Михайлович. «Было это так…» // Вестник Академии русского балета им. А. Я. Вагановой / Акад. Рус. балета им. А. Я. Вагановой. — Санкт-Петербург : Академия русского балета им. А. Я. Вагановой, 2015. — № 2 (37).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә