Смирнов Алексей Степанович

легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой

Смирнов Алексей Степанович (1915 йыл — ?) — легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1944).

Смирнов Алексей Степанович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1915
Тыуған урыны Стәрлетамаҡ районы
Һөнәр төрө Элемтәсе ауылы
Хәрби звание ҡыҙылармеец[d] һәм рядовой
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) Ҡыҙыл Йондоҙ ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Смирнов Алексей Степанович сығышы менән хәҙерге Башҡортостандың Стәрлетамаҡ районынан. 1915 йылда тыуған. 1942 йылда Стәрлетамаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 148-се артиллерия-миномет полкының 5-се батареяһында өлкән элемтәсе булып хеҙмәт итә[1].

1944 йылдың 25 ғинуарында СССР Юғары Советы Президиумының ҡарары менән гвардия ҡыҙылармеецы Смирнов Алексей Степанович Редька ауылы янында һуғышта ике тапҡыр линияла өҙөлгән урынды ялғағаны һәм дошман батареяһының утын баҫтырыуҙы тәьмин иткәне өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[2].

1944 йылдың 19 апрелендә Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ була. Бүләкләү ҡағыҙында былай тип яҙыла:

  1944 йылдың 19 апрелендә Попувка ауылы янында Смирнов Алексей Степанович дошман һөжүме ваҡытында уның көслө артиллерия, миномет, пулемет уты аҫтында өс тапҡыр зыян күргән линияны йүнәтә. Батареяның утына булышлыҡ итә. Ҡыҙыл Йондоҙ орденынан лайыҡ[3].  

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) (1944)

Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • ЦАМО Картотека: Картотека награждений Расположение документа: шкаф 80, ящик 20