Словень-Градец
Словень-Градец (слов. Slovenj Gradec) — Словенияның Корошка төбәгендәге ҙур булмаған ҡалаһы. Словень-Градец Австрия сиге янында, бер нисә километр алыҫлыҡта ғына, урынлашҡан. Ҡала Мариборҙан көнбайышҡа табан 45 км һәм төньяҡ-көнсығышҡа табан Люблянанан 65 км алыҫлыҡта тора. Ҡаланың халҡы 13 мең кеше самаһы тәшкил итә. Словень Градец ҡалаһы Словенияның 193 общинаһының береһе булып тора. Туғанлашҡан ҡалаһы — Чехияның Чески-Крумлов ҡалаһы.
Словень-Градец | |
слов. Slovenj Gradec | |
Герб | |
Рәсми атамаһы | Slovenj Gradec |
---|---|
Рәсми тел | словен теле |
Дәүләт | Словения |
Административ үҙәге | Корошка[d] һәм Словень-Градец[d] |
Административ-территориаль берәмек | Словень-Градец[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d] |
Халыҡ һаны | 7249 кеше (1 ғинуар 2020)[1] |
Ир-егеттәр | 3748[1] |
Ҡатын-ҡыҙҙар | 3501[1] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 413 ± 1 метр һәм 409 метр |
Туғандаш ҡала | Варпалота[d], Горни-Милановац[d], Чески-Крумлов, Фёклабрукк, Мёко[d], Морфу[d][2] һәм Хауценберг[d] |
Мираҫ статусы | словенский памятник локального значения[d][3] |
Майҙан | 173,7 км² |
Почта индексы | 2380 |
Рәсми сайт | slovenjgradec.si |
Номер тамғаһы коды | SG |
Категория для почётных граждан субъекта | Категория:Почётные граждане Словень-Градеца[d] |
Элементтың күренеше өсөн категория | Category:Views of Slovenj Gradec[d] |
Словень-Градец Викимилектә |
Урта быуаттарҙа ҡаланың хужаһы барон фон Виндишгрец булған. 1880 йылда халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Виндиш-Грец (нем. WindischgrätzWindischgrätz) ҡалаһы халҡының дүрттән өс өлөшө немец телендә, ҡалған бер сиреге генә словен телендә һөйләшә, тип әйтелә. 1918 йылда Словень-градец ҡалаһы Словенияның немец телле кешеләренең бер «утрауы» ғына булып торған була. Беренсе донъя һуғышынан немецтарҙың күпселеге Австрияға күсеп сыҡҡан. Уларҙың ҡалғандары 1945 йылда Словениянан ҡыуып сығарылған.
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергә- Вольф Хуго — австрия композиторы һәм музыка тәнҡитсеһе.
- Катарина Среботник — словен теннисисы.
- Тина Мазе— словен тау саңғысыһы.
- ↑ 1,0 1,1 1,2 Prebivalstvo - izbrani kazalniki, naselja, Slovenija, letno — Statistical Office of the Republic of Slovenia.
- ↑ Αδελφοποιήσεις (грек)
- ↑ (unspecified title) — Ministry of Culture of Slovenia.