Словенияның милли галереяһы
Словенияның милли галереяһы (слов. Narodna galerija Slovenije) Люблянала — Словенияның төп художество музейы
Словенияның милли галереяһы | |
Нигеҙләү датаһы | 1918 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Narodna galerija Slovenije |
Дәүләт | Словения |
Административ-территориаль берәмек | Любляна |
Диапазон IPv6 | 2001:1470:ec07::/48[1] |
Рәсми асылыу датаһы | 1918 |
Адрес | Prešernova cesta 24 |
Рәсми сайт | ng-slo.si |
Страница учреждения на Викискладе | National Gallery of Slovenia |
Словенияның милли галереяһы Викимилектә |
Словения милли галереяһы 1918 йылда, Словендар, Хорваттар һәм Сербтар Короллеге ойошторолғас барлыҡҡа килә. Тәүҙә галерея Любляна Кресияһы һарайында урынлаша, әлеге урынына 1919 йылда күсә.
Бинаһы
үҙгәртергәӘлеге бина 1896 йылда мэр Иван Хрибар ваҡытында төҙөлә. Бина проектын чех архитекторы Франтишек Скарброут әҙерләй. Башта бина Словения мәҙәни үҙәге Халыҡ йорто тарафынан төрлө мәҙәни берекмәләрҙе урынлаштырыу өсөн файҙаланыла. Галерея бинаһы Тиволи паркы менән йәнәш урынлашҡан.
1990 йылдар башында словен архитекторы Эдвард Равникар проекты буйынса галереяның яңы корпусы төҙөлә. 2001 йылда архитекторҙар Юрий Садар һәм Бостьян Вуга проекты буйынса ҙур быяла галерея төҙөлә, ул бинаның ике яғын да тоташтыра.
Галереяһы
үҙгәртергә-
Билдәһеҙ автор: Иисусты хөкөм итеүсе Пилат һымаҡ Влад III Цепеш (XV быуат)
-
Пьетро Либери: "Антик күеренеш" (XVII быуат)
-
Иосип Томинц: "Автопортрет" (1830 йй.)
-
Павел Кюнль: "Люблянала балыҡсылар кварталы" (1847)
-
Юрий Шубиц: "Һунар алдынан" (XIX быуат)
-
Ивана Кобильца: "Ҡарт ҡатын кофе менән" (XIX быуат)
-
Иван Грохар: "Сәсеүсе" (1907)
Экспозицияһы
үҙгәртергәГалереняның даими экспозицияһы Урта быуаттан алып XX быуат башына тиклем сәнғәт әйберҙәрен тәҡдим итә. Барокко стилендәге Робба фонтаны 2006 йылда реставрациянан һуң үҙәк быяла галереяға урынлаштырыла.
Галереяла билдәле словен һәм европа оҫталарының, шул иҫәптән түбәндәге оҫталарҙың эштәре күрһәтелә:
|
|
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Викимилектә Национальная галерея Словении темаһы буйынса медиафайлдар бар.
- Официальній сайт Национальной галереи Словении