Скоша диңгеҙе
Скоша диңгеҙе (ингл. Scotia Sea) — Көньяҡ Георгия, Көньяҡ Сандвич һәм Көньяҡ Оркней утрауҙары араһындағы диңгеҙ.
Скоша диңгеҙе | |
---|---|
Майҙаны | 1 300 000 км² |
Иң ҙур тәрәнлек | 6022 м |
Скоша диңгеҙе Викимилектә |
География
үҙгәртергәДиңгеҙҙең күп өлөшө — Атлантик океан сиктәрендә, ә аҙ ғына өлөшө Көньяҡ океанда урынлашҡан. Көнбайышта Дрейк боғаҙы аша Тымыҡ океан менән тоташа. Майҙаны 1,3 млн км² ашыу. Тәрәнлеге 5 мең метрҙан ашыу. Уртаса тәрәнлеге буйынса донъяла иң тәрән диңгеҙ булып тора. Максималь тәрәнлеге 6022 м.
Өҫкө ҡатламындағы һыуҙың уртаса температураһы +6 °C-тан −1 °C-ҡа тиклем тирбәлә. Тоҙлолоғо — 34 ‰. Уртаса киңлек һыуҙары диңгеҙҙең тик төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә, Антартик циркумполяр ағымының көньяҡ поляр һыуҙары — урта өлөшөндә, ә Уэдделл диңгеҙенән килгән тағы ла һалҡыныраҡ һыуҙар — көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә өҫтөнлөк итә. Диңгеҙ өҫтөндә көслө көнбайыш елдәре хакимлыҡ итә, йыш ҡына штормдар күҙәтелә. Антартик айсбергтары барлыҡҡа килеүенең төп райондарының береһе булып тора.
Диңгеҙәге күп һанлы крилдәр балыҡтарға, диңгеҙ ҡоштарына һәм мыйыҡлы киттарға аҙыҡ булып хеҙмәт итә. Балыҡсылыҡ тармағы үҫешкән.
1932 йылда «Scotia» — Уильям Брюс етәкселегендәге Шотландия милли антарктик экспедицияһы судноһының атамаһы диңгеҙгә бирелгән.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Грушинский, А. Н., Медведев, П. П., Строев, П. П., Булычев, А. А. «Толщина земной коры, нарушение изостазии и тектоническая эволюция моря Скоша» // Доклад, представленный на Сагитовских чтениях 2006, Москва, ГАИШ МГУ, 6 февраля 2006.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Море Скоша — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- Море Скоша(недоступная ссылка) — Словарь современных географических названий
Был океанология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |