Вальтер Скотт

(Скотт Вальтер битенән йүнәлтелде)

Вальтер Скотт; Сэр Вальтер[14] Скотт, 1-се баронет (ингл. Walter Scott, /ˈwɔːltə skɒt/; 15 август 1771 йыл — 21 сентябрь 1832 йыл) — Шотландияның бөтә донъяға билдәле яҙыусыһы; шағир, тарихсы, боронғо баллада һәм легендалар йыйыусы, адвокат. Тарихи роман жанрына нигеҙ һалыусы.

Вальтер Скотт
ингл. Walter Scott
Герб
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Бөйөк Британия короллеге[d][3]
 Бөйөк Британия
Титул баронет[d] һәм Scott baronets[d]
Псевдоним Jedediah Cleishbotham[4], Laurence Templeton[4], Somnambulus, Malachi Malagrowther[4], Clutterbuck һәм Lawrence Templeton[4]
Ҡушамат Border Minstrel
Тыуған көнө 15 август 1771({{padleft:1771|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})[2][1][5][…]
Тыуған урыны Эдинбург, Шотландия, Бөйөк Британия короллеге[d][6][7]
Вафат булған көнө 21 сентябрь 1832({{padleft:1832|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})[2][1][5][…] (61 йәш)
Вафат булған урыны Эбботсфорд[d][8][7]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе инсульт
Ерләнгән урыны Dryburgh Abbey[d]
Ҡәбере һүрәте
Атаһы Walter Scott[d][9][10]
Әсәһе Anne Rutherford[d][9][10]
Хәләл ефете Charlotte Genevieve Charpentier[d][10]
Балалары Charlotte Sophia Lockhart[d][9], Anne Scott[d][9], Charles Scott[d][9] һәм Sir Walter Scott, 2nd Baronet[d]
Туған тел инглизсә
Яҙма әҫәрҙәр теле инглизсә
Һөнәр төрө шағир, драматург, лингвист, тәржемәсе, романист, музыка белгесе, биограф, яҙыусы, судья, поэт-адвокат, адвокат, тарихсы, әҙәби тәнҡитсе, новеллист
Эшмәкәрлек төрө художественная литература[d]
Биләгән вазифаһы судья[d]
Уҡыу йорто Эдинбург университеты[d]
Королевская высшая школа[d]
Kelso High School[d]
Jordan High School[d]
Юридическая школа Эдинбургского университета[d]
Әүҙемлек урыны Шотландия[11]
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 1832[11]
Архивы хранятся в Библиотека редких книг и рукописей Бейнеке[d]
Сәнғәт йүнәлеше Романтизм
Ойошма ағзаһы коллегия адвокатов[d], масонство[d], Эдинбург король йәмғиәте[d], Celtic Society[d] һәм Bannatyne Club[d]
Милке Эбботсфорд[d]
Жанр тарихи роман[d], шиғриәт, Театр һәм Романтизм
Йоғонто яһаусы Библия короля Якова[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Изображение геральдического щита
Изображается на Sir Walter Scott, 1st Bt[d], Sir Walter Scott[d], Sir Walter Scott[d], Portrait of Sir Walter Scott[d] һәм Sir Walter Scott, 1st Bt[d]
Вики-проект Iedereen Leest[d]
Хеҙмәттәре тупланмаһы Geldersch Landschap en Kasteelen[d][12][13]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Walter Scott
 Вальтер Скотт Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Эдинбургта, хәлле шотланд юрисы Скотт Уолтер (1729—1799) һәм Эдинбургтың медицина университеты профессоры ҡыҙы Энн Ратерфорд (1739—1819), ғаиләһендә тыуа. Ғаиләлә туғыҙынсы бала була, әммә уға алты ай булғанда өс бала ғына тере ҡала. Дөйөм алғанда ғаиләләге 13 баланың алтыһы иҫән ҡала.

1772 йылдың ғинуарында балалар фалижы менән сирләй, уң аяғы хәрәкәтләнеүҙән туҡтай һәм Вальтер ғүмерлеккә аҡһаҡ булып ҡала. Ике тапҡыр — 1775 һәм 1777 йылдарҙа — Бат һәм Престонпас курорт ҡалаларында дауаланыуҙа була.

Бала сағы сик буйындағы Шотландия менән тығыҙ бәйле. Унда ул олатаһы Сэндиноуҙың фермаһында һәм Келсонан алыҫ булмаған ерҙә көн иткән ағаһында йәшәй. Физик етешһеҙлегенә ҡарамаҫтан, бала сағынан тирә-яғындағыларҙы аҡылы һәм феноменаль хәтере менән хайран ҡалдыра.

1778 йылда Эдинбургҡа ҡайта. 1779 йылда мәктәптә уҡый башлай, 1785 йылда Эдинбург колледжына инә. Бында альпинизм менән мауыға, физик яҡтан нығына, тиҫтерҙәре араһында оҫта хикәйәсе булараҡ популярлыҡ яулай.

Күп уҡый, шул иҫәптән антик авторҙар, шиғриәт һәм романдар менән мауыға, бигерәк Шотландияның традицион балладалары һәм хикәйәттәрен үҙ итә. Дуҫтары менән бергә колледжда «Шиғри йәмғиәт» ойоштора, немец телен өйрәнә һәм немец шағирҙары ижады менән таныша.

1792 йылд Скотт өсөн әһәмиәтле була: ул Эдинбург университетында адвокат дәрәжәһенә һынау тота[15]. Ошо ваҡыттан алып ул шәхси юридик тәжрибәһе булған абруйлы һөнәргә эйә абруйлы кешегә әйләнә.

Үҙ аллы адвокат практика йылдарында ил буйлап күп йөрөй, бер ыңғай шотланд батырҙары тураһында халыҡ легендалары һәм балладалары йыя. Немец шиғриәтен тәржемә итеү менән мауыға, Готфрид Бюргерҙың «Ленора» балладаһы тәржемәләрен аноним баҫтыра.

1791 йылда беренсе мөхәббәте — Эдинбург адвокаты ҡыҙы Уильямина Белшес менән таныша. Биш йыл буйы Уильямина уны билдәһеҙлектә тота һәм һуңынан хәлле банкир улы Уильямс Форбсҡа өҫтөнлөк биреп, 1796 йылда уға кейәүгә сыға. Яуапһыҙ мөхәббәт йәш кешегә көслө тәьҫир итә; артабан яҙыусының романдары героиняларында Уильямина образы күп тапҡырҙар осрай.

1797 йылда Шарлотта Карпентерға өйләнә (Шарпантье; 1770—1826). Дүрт балалары (София, Уолтер, Анна һәм Чарлз).

Әҙәби хеҙмәттәре менән донъя күләмендә танылыу тапҡан Скотт юридик, сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәрлегенә күп ваҡытын бүлә. Сессия суды секретары (1806 йылдан алып), Селкерк округы шерифының урынбаҫары булып эшләй. Консерватив партияның — даими, Юғары ерҙәр йәмғиәтенең әүҙем ағзаһы була 1820—1832 йылдарҙа — Эдинбург король йәмғиәте Президенты, 1827—1829 йылдарҙа Шотландия антикварҙары йәмғиәтенең вице-президенты була.

Тормошта өлгөлө ғаилә башлығы, яҡшы, нескә күңелле, әҙәпле, рәхмәтле кеше була; үҙенең үҙәгртеп ҡороп, замок итеп яһаған Эбботсфорд биләмәһен, ағастарҙы, йорт хайуандарын, ғаилә мөхитендәге табындарҙы ярата.

1830 йылда беренсе инсульт кисереүе һөҙөмтәһендә уң ҡулын фалиж һуға. 1830—1831 йылдарҙа Скотт тағы ике инсульт кисерә.

1832 йылдың 21 сентябрендә инфаркттан вафат була. Мелроздан алыҫ булмаған Драйбург аббатлығында ерләнә.

Скоттың Эбботсфорд биләмәһендә яҙыусының музейы эшләй.

 
Сэр Вальтер Скотт. Рәссам Джон Грэм Гилберт

Вальтер Скоттың әҙәбиәт менән мауығыуы балладалар йыйыуҙан башлана. В 1799 йылда Скотт Джеймс Баллантайнға инде бер нисә йыл баллада йыйыуы һәм уларҙы берәй һәйбәт кенә китап итеп сығарырға йыйыныуы тураһында яҙа". 1799 йылдың декабрендә уны Селкершир, йәки үҙе әйткәнсә, Этрикк урманы шерифы итеп билдәләйҙәр. Был урманда ул үҙ коллекцияһы өсөн бик күп боронғо ҡомартҡылар таба. Был төбәк кешеләре хатта XIX быуат аҙағында ғөрөф-ғәҙәттәре менән боронғо шотланд тау кешеләрен хәтерләтә. Унан алдараҡ, 1578 йылда шотланд руханийы Лесли был халыҡтың үҙ ата-бабаларының батырлығы тураһында сығарған йырҙарын кинәнеп тыңлауы тураһында яҙа. 1800 йылда Вальтер Скотт бындағы балладаларҙы күп белгән Лейден тигән кешене осрата. 1803 йылда Көнсығышҡа киткәнсе Лейден Скоттҡа китабын төҙөүҙә ҡатнаша. Ул Уолтер Скоттҡа баҫтырып сығарырға йыйынған китабында балладалар бик әҙ икәнен аңлата.

1800—1801 йылдарҙа Вальтер Скотт башлыса балладалар йыйыу һәм уларҙы баҫтырырға әҙерләү менән шөғөлләнә. Ләкин 1801 йылдың апреленә тупланған материал бик әҙ була.

Вальтер Скотт үҙенең ижади юлын шиғриәттән башлай. 1790 йылдарҙа ул немец шағирҙары әҫәрҙәрен тәржемә итә. 1796 йылда немец шағиры Г. Бюргерҙың «Ленора» һәм «Ҡырағай һунарсы» тигән ике балладаһын, 1799 йылда — И. В. Гёте «Гец фон Берлихинген» драмаһын тәржемәләй.

Йәш шағирҙың тәүге әҫәре- «Замок Смальгольм, или Иванов вечер» (1800). Тап шул йылда Скотт шотланд фольклорын тырышып йыя башлай, уның был эшенең һөҙөмтәһе— «Шотландия сиге йырҙары» («Песни шотландской границы») тигән ике томлыҡ йыйынтыҡ (1802). Был йыйынтыҡҡа халыҡ балладалары һәм уның тарафынан эшкәртелгән көньяҡ Шотландия легендалары ингән. 1803 йылда йыйынтыҡтың өсөнсө китабы сыға. Бөйөк Британия китап һөйөүселәре күңелен уның новаторҙарса яҙылған шиғырҙары, хатта поэмалары ла түгел, ә донъялағы тәүге «Мармион» тигән шиғри романы яулай.

1805—1817 йылдарҙа яҙылған романтизм стилендә яҙылған шиғырҙары уны донъяға бөйөк шағир итеп таныта. Уларҙа шағир Урта быуаттағы драматик эстәлек менән тирә-яҡтағы тәбиғәттең хозур күренештәрен һәм баллада стилендәге лирик йырҙарҙы бергә туплай. Шулай итеп, Скотт лиро-эпик поэма жанрының таралыуына булышлыҡ итә («Песня последнего менестреля» (1805), «Мармион» (1808), «Дева озера» (1810), «Рокби» (1813) һәм б.) Вальтер Скотт тарихи поэма жанрына нигеҙ һала.

Ул ваҡытҡа инде билдәле шағир проза әҫәрҙәр яҙыуҙы «Уэверли, или Шестьдесят лет назад» (1814) романы менән башлай. Һаулығы насар булыуына ҡарамаҫтан, Вальтер Скотт бик тырыш була: йылына ул икешәр романдан дә әҙерәк яҙмай. Утыҙ йылдан артыҡ әҙәби эшмәкәрлеге дәүерендә ул егерме һигеҙ роман, туғыҙ поэма, бик күп повестар, әҙәби тәнҡит мәҡәләләре һәм тарихи хеҙмәттәр яҙа.

 
«Уэверли» романына иллюстрация. Рәссам Джон Петти

Ҡырҡ дүрт йәшендә яҙыусы тарихи романдар яҙа башлай. Унан алда тарихи романдар яҙыусылар кеүек үк, Вальтер Скотт «готика» һәм «антиквар» романдар әҫәрҙәрен уҡыған, уны бигерәк тә Ирландия тарихын тасуирлаған Мэри Эджуорт ижады ҡыҙыҡһындыра. Тик Скотт үҙ юлын эҙләй. «Готика» романдары саманан тыш мистика менән мауҡыҡҡанға, «антиквар» романдар— хәҙерге заман уҡыусыларына аңлашылмағанға күрә Скоттҡа оҡшамай.

Бер аҙ ваҡыт эҙләнгәндән һуң Вальтер Скотт тарихи романдың универсаль төҙөлөшөн булдыра. Ул ниндәйҙер тарихи шәхестәрҙең тормошон түгел, ә тарихтың бер туҡтауһыҙ алға барыуын күрһәтә, уны бер ниндәй ҙә күренекле шәхес туҡтата алмай. Тарихтың ағышы — яҙыусының иғтибарына лайыҡ берҙән-бер ысын объект. Скоттың кеше йәмғиәте үҫешенә ҡарашын «провиденциализм» (от лат. Providentia — Божья воля) тип атайҙар. Скотт был йәһәттән Шекспирҙан ҡалышмай. Шекспирҙың тарихи хроникаһы милли тарихты өйрәнә, ләкин «королдәр тарихы» кимәлендә.

Вальтер Скотт тарихи шәхесте тарихи ысынбарлыҡ фонында күрһәтә, ә алға ул үҙе уйлап сығарған геройҙарҙы сығара, уларҙың яҙмышын шул дәүерҙә барған үҙгәрештәр үҙгәртә. Шулай итеп, Вальтер Скотт тарихты алға этәреүсе көс- халыҡ икәнен күрһәтә. Халҡы тормошо—Скотттың яҙыусы булараҡ төп тикшеренеү объекты. Ул күрһәткән боронғо донъя бер ҡасан да үтә күренмәле, фантастик түгел; Вальтер Скотт тарихи ваҡиғаларҙы тасуирлағанда барыһын да тарихи ысынбарлыҡҡа яҡын итеп күрһәтергә тырыша, ул «тарихи колорит» тигән төшөнсәне уйлап сығара, йәки ниндәйҙер бер дәүерҙең үҙенсәлектәрен бик оҫта итеп күрһәтә белә.

Скоттан алда яҙғандар «тарихты тарих өсөн» яҙа, үҙҙәренең тарихты шәп белеүен күрһәтә һәм шулай итеп уҡыусыларҙы белемгә байыта, тик улар ҡоро белем генә бирә. Скотт улай итмәй: ул тарихи дәүерҙе бик һәйбәт белә, уны һәр саҡ үҙ дәүере проблемалары менән бәйләй, уҡыусыға был мәсьәләне элек нисек сискәндәрен күрһәтә.Тимәк, Вальтер Скотт —тарихи роман жанрын булдырыусы; был жанрҙағы уның тәүге романы— «Уэверли» (1814) — автор исемен ҡуймаған килеш сыға (1827 йылға тиклем ҡалған романдары ла «Уэверли» авторы исеме аҫтында сыға).

Скотт романдарында бик мөһим ижтимағи һәм тарихи ҡапма-ҡаршылыҡтарға бәйле булған ваҡиғалар яҡтыртыла. Улар араһында— Скоттың «шотланд» романдары (улар Шотландия тарихына нигеҙләнеп яҙылған) — «Гай Мэннеринг» (1815), «Антиквар» (1816), «Пуритане» (1816), «Роб Рой» (1818), «Легенда о Монтрозе» (1819), «Пертская красавица» (1828).

Улар араһында иң яҡшылары тип «Пуритандар» һәм «Роб Рой» атала. Тәүгеһендә яңынан тергеҙелгән Стюарттар династияһына (1660 йыл) ҡаршы 1679йылғы ихтилал тарихы һүрәтләнә; «Роб Рой» романының геройы— халыҡ батыры, «шотланд Робин Гуды».

1818 йылда Скоттың «Рыцарство» тигән мәҡәләһе баҫылған «Британия энциклопедияһы» донъя күрә.

1819 йылдан алып яҙыусының донъяға ҡарашында ҡапма-ҡаршылыҡтар көсәйә. Синфи көрәш тураһындағы мәсьәләне Вальтер Скотт элекке кеүек киҫкен итеп ҡуя алмай. Ләкин уның романдарының тематикаһы киңәйә. Ул Шотландия сиктәренән сығып, яҙыусы Англия менән Францияның бер нисә быуат элек булған тарихы тураһында яҙа. Англия тарихына бәйле ваҡиғалар «Айвенго» (1819), «Монастырь» (1820), «Аббат» (1820), «Кенилворт» (1821), «Вудсток» (1826) кеүек романдарҙа тасуирлана.

«Квентин Дорвард» (1823) романы Людовик XI заманындағы Франция тарихына бәйле ваҡиғаларға бағышланған."Талисман" романы (1825) Урта диңгеҙҙең көнсығыш ярындағы тәре походтары тарихын һүрәтләй.

Скотт романдарындағы ваҡиғаларҙы дөйөмләштерһәк, беҙ үҙенсәлекле ваҡиғалар һәм хистәр донъяһын, Шотландия, Англия һәм Франция тормошоноң XI быуат аҙағынан XIX быуат аҙағынаса ғәйәт ҙур панорамаһын күрәбеҙ.

Скоттың 1820 йылдарҙағы реалистик әҫәрҙәрендә романтизмдың тәьҫире һиҙелә (бигерәк тә XII быуатҡа бағышланған "Айвенго"ла). Биерәк тә Скотт дворяндарҙың бужуазияға оҡшай барыуын тәнҡитләй, юғары ҡатлам кешеләренән көлә.

1820 йылдарҙа Скоттың тарихи һәм әҙәбиәт тарихына бәйле әҫәрҙәре донъя күрә: «Жизнь Наполеона Бонапарта» (1827), «История Шотландии» (18291830), «Смерть лорда Байрона» (1824). «Жизнеописание романистов» (18211824) китабы Скоттың XVIII быуат яҙыусылары менән, бигерәк тә Генри Филдинг менән ижади бәйләнешен күрһәтә. Уны Скотт «инглиз романының атаһы» тип атай.

Скотт романдарын ике төркөмгә бүлеп ҡарарға була. Тәүгеһе Шотландияның һуңғы быуаттар тарихына, граждандар һуғышы тарихына бәйле— XVI быуаттағы пуритан революцияһынан алып,XVIII быуат уртаһында тауҙарҙа йәшәгән кландарҙы ҡыйратыу һәм унан һуңыраҡ ваҡыт: «Уэверли» (1814), «Гай Маннеринг» (1815), «Эдинбургская темница» (1818), «Шотландские пуритане» (1816), «Ламмермурская невеста» (1819), «Роб Рой» (1817), «Монастырь» (1820), «Аббат» (1820), «Сен-Ронанские воды» (1823), «Антиквар» (1816) һ.б.

Был романдарҙа Скотт шотланд халҡы вәкилдәрен — шотланд йәмғиәтенең төрлө ҡатламына ҡараған кешеләрҙе, күбеһенсә ҡала кешеләрен, крәҫтиәндәр һәм берәҙәк тормош алып барған ярлыларҙы ысынбарлыҡҡа яҡын итеп һүрәтләй. Уларҙәң һәр береһе иҫтә ҡалырлыҡ итеп кәүҙәләндерелә, улар йәнле, ысын халыҡ телендә һөйләшә. Был геройҙар булдырған фонды Шекспирҙың «фальстаф фоны» менән генә сағыштырып булалыр. Был фонды булдырыусылар араһында ҡайһы береһе көлкөлө персонаж, ләкин улар янында һүрәтләнгән бик күп плебейҙар (түбән ҡатлам кешеләре) художество яғынан юғары ҡатлам кешеләре менән тигеҙ ҡуйылған. Ҡайһы бер романдарҙа улар—төп геройҙар, вмәҫәлән, «Эдинбургская темница» романындағы төп героиня— ваҡ крәҫтиән -арендатор ҡыҙы. XVIII быуат «сентименталь» әҙәбиәте менән сағыштырғанда Скотт романды демократлаштырыу юлынан бара һәм шул уҡ ваҡытта ысын мәғәнәһендә тере образдар тыуҙыра. Шулай ҙа күп осраҡта уның төп геройҙары— юғары ҡатламдан сыҡҡан идеалләштерелгән, ҡайһы саҡта хатта ысын тормоштан алыҫ торған йәш кешеләр (романтизм тәьҫире).

Скотт романдарының икенсе төркөмө Англия һәм Европа илдәре тарихына, башлыса Урта быуаттарға бағышланған: «Айвенго» (1819), «Квентин Дорвард» (1823), «Кенильворт» (1821), «Карл Смелый, или Анна Гейерштейнская, дева Мрака» (1829) һәм б. Был романдарҙа яҙыусының боронғо риүәйәт, легендалар менән шәхси бәйләнеше һиҙелмәй, ул уйлап сығарған ысынбарлыҡ (фон) ул тиклем бай түгел. Ләкин тап уларҙа Скотт үҙенең үтеп киткән дәүерҙәрҙе һиҙемләү оҫталығын күрһәтә. Шуның өсөн дә Огюстен Тьерри уны «бөтә дәүерҙәрҙең иң бөйөк тарихи дивинация оҫтаһы» («величайший мастер исторической дивинации всех времён») тип атай (дивинация- Divinatio, гадание, прорицание, күрәҙә итеү). Скоттың тарихилыҡ методы (историзм) — тәү сиратта тышҡы тарихилыҡ, шул дәүерҙең атмосфераһын һәм һулышын тергеҙеү. Был яҡтан Скотт үҙенең бындай һүрәтләүгә өйрәнмәгән замандаштарын ғәжәпкә ҡалдыра.

"Айвенго"ла (1819) ул һүрәтләгән «классик» Урта быуаттар картинаһы хәҙер бер аҙ иҫкерҙе инде. Ләкин бындай ысынбарлыҡҡа оҡшаған, шулай ҙа хәҙерге замандан айырылып торған донъя Скотт йәшәгән дәүергә тиклем әҙәбиәттә булмаған. Был ысынлап та яңы донъяны асыу итеп ҡабул ителгән. Ләкин Скоттың тарихилыҡ ысулы тышҡы, эмпирик яҡ менән генә сикләнмәй. Уның һәр бер романы ниндәй ҙә булһа тарихи процесс концепцияһына нигеҙләнә.

«Квентин Дорвард» (1823) романында яҙыусы, мәҫәлән, Людовик XI менән уның ярандарының сағыу образдарын ғына бирмәй, уның сәйәсәтенең асылы- буржуазияның феоализм менән көрәшенең бер этабы икәнен күрһәтә. «Айвенго» (1819) романының концепцияһы тарих фәне өсөн бик ҡыҙыҡлы була. Унда XII быуат аҙағында Англияла сакстарҙың нормандарға ҡаршы көрәше һүрәтләнә— был концепция историка билдәле француз тарихсыһы Огюстен Тьерриҙың фәнни эшмәкәрлегенәйоғонто яһай.

Скоттың романдары тураһында фекер йөрөткәнәдә, уның романдары бик күп тарихсыларҙың хеҙмәтенән алда сыҡҡанын онотмаҫҡа кәрәк. Шотландия халҡы өсөн ул яҙыусы ғына түгел. Ул был халыҡтың тарихи хәтерен уятыусы, Шотландияны ҡалған донъяға асыусы, һәм иң беренсе нәүбәттә Англия өсөн. Уға тиклем Англияла, бигерәк тә Лондонда, Шотландия тарихы менән ҡыҙыҡһынмайҙар, тау кешеләрен «ҡырағай» тип иҫәпләйҙәр. Наполеонға ҡаршы барған һуғыштарҙа шотланд полктары үҙҙәрен ҡурҡыу белмәҫ яугирҙар итеп күрһәтә. Бынан тыш ошо дәүерҙәге һуғыштарҙан һуң сыҡҡан Скотт әҫәрҙәре Бөйөк Британия зыялыларының был ярлы, ләкин ғорур халыҡҡа, уның иленә ҡарашын үҙгәртә.

Былар ҡыҙыҡлы

үҙгәртергә
  • Скотт күпте белә, мәктәп һәм университетта өйрәнгәндәр менән генә сикләнеп ҡалмай, үҙенең белемен ул ғүмер буйы байыта. Үҙе ҡыҙыҡһынған әйберҙе ул мәңгегә хәтерендә ҡалдыра. Шуға күрә роман, йәки gоэма яҙыр алдынан уға махсус әҙәбиәт уҡып ултырыу кәрәкмәгән. Иҫ киткес күп белеүе уға теләһә ниндәй темаға әҫәр яҙырға ярҙам иткән.
  • Скотт романдары башта исемһеҙ генә сыға, уның исем тик 1827 йылда ғына асыла.
  • 1825 йылда Лондон биржаһында финанс паниаһы башлана һәм кредиторҙар векселдәр буйынса түләүҙе талап итә. Скотт әҫәрҙәрен нәшер итеүселәр ҙә , типография хужаһы Джеймс Баллантайн да түләй алмай һәм үҙҙәрен банкрот тип иғлан итә. Тик Скотт улар юлынан китмәй, үҙ ҡултамғаһы торған бөтә иҫәптәр буйынса түләүҙе үҙ өҫтөнә ала. Был 130 000 фунт стерлинг (10 500 000 £ 2018 йылда), Скоттың үҙ бурысы бында бик әҙ була. Был бурысты ҡаплау өсөн ул йылдар буйы баш ҡалҡытмай тиерлек эшләй.
  • Скотт романдары Рәсәйҙә бик популяр була, шуға күрә уларҙы сағыштырмаса тиҙ рус теленә тәржемә итәләр. Бөйөк Британияла 1829 йылда сыҡҡан «Карл Смелый, или Анна Гейерштейнская, дева Мрака» романы 1830 йылда тәржемә ителеп, Санкт-Петербургта Эске һаҡ корпусы штабының типографияһында донъя күрә.
  • Билдәле тарихи романдар яҙыусыһы Иван Лажечниковты (1790—1869) «рус Вальтер Скотты» тип йөрөткәндәр.
  • «Фрилансер» («вольный копейщик», ирекле һөңгөсө) терминын Вальтер Скотт «Айвенго» романында «урта быуаттарҙағы ялланған яугир» мәғәнәһендә ҡуллана.
  • 1971 йылда яҙыусының тыуыуына 200 йыл тыуыу айҡанлы Бөйөк Британия почтаһы 7,5 пенслыҡ почта маркаһы сығарҙы.

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә
Проза
 
Вальтер Скотт, Бертель Торвальдсен
Шиғриәте
  • Песни шотландской границы (1802)
  • Песнь последнего менестреля (1805)
  • Мармион (поэма) (1808)
  • Дева озера (поэма) (1810)
  • Видение дона Родерика (1811)
  • Рокби (1813)
  • Поле Ватерлоо (1815)
  • Властитель островов (1815)
Башҡалар
  • Жизнеописания романистов (18211824)
  • Смерть лорда Байрона (1824)
  • Жизнь Наполеона Бонапарта (1827)
  • Рассказы из истории Франции (1827)
  • Дедушкины рассказы (18291830)
  • История Шотландии (18291830)
  • О демонологии и колдовстве

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. 2,0 2,1 2,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #118612409 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. http://web.archive.org/web/20170323043917/http://jeugdliteratuur.org/auteurs/sir-walter-scott
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Чешская национальная авторитетная база данных
  5. 5,0 5,1 Walter Scott (нидерл.)
  6. Скотт Вальтер // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  7. 7,0 7,1 Archivio Storico Ricordi — 1808.
  8. http://link.springer.com/content/pdf/10.1007/BF00390694.pdf
  9. 9,0 9,1 9,2 9,3 9,4 Lundy D. R. Sir Walter Scott, 1st Bt. // The Peerage (ингл.)
  10. 10,0 10,1 10,2 Kindred Britain
  11. 11,0 11,1 RKDartists (нидерл.)
  12. Scott, Sir Walter // (unspecified title)
  13. Chronicles of the Canongate I
  14. Согласно современной транскрипции английское имя Walter должно переводится как Уолтер
  15. Венгерова З. А. Скотт, Вальтер // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә