Ситдиҡов Ғөзәйер Зөлҡәрнәй улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы.

Ситдиҡов Ғөзәйер Зөлҡәрнәй улы — (ноябрь 1911 йыл — 14 май 1969 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы.

Ситдиҡов Ғөзәйер Зөлҡәрнәй улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
Тыуған көнө 1911
Тыуған урыны Аҫҡар, Бөрйән районы
Вафат булған көнө 14 май 1969({{padleft:1969|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Вафат булған урыны Берәтәк, Аҫҡар ауыл советы, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ат ҡараусы
Хәрби звание ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Ситдиҡов Ғөзәйер Зөлҡәрнәй улы 1911 йылдың ноябрендә Башҡортостандың Бөрйән районы Аҫҡар ауылында тыуған. Һуғышҡа тиклем колхоздың аттарын ҡараған. Бөйөк Ватан һуғышына тиклем һәр бер колхоз айырым рәүештә хәрби комиссия һайлап алған көслө һәм сыҙамлы аттарҙы аҫраған. Ситдиҡов Ғөзәйер Зөлҡәрнәй улы һуғышҡа алынасаҡ аттарға айырыуса иғтибар итә. Уларҙы кавалерия частарендә хеҙмәт итерлек итеп өйрәтә, тәрбиәләй.

1941 йылдың декабрендә Бөрйән район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. Үҙе өйрәткән колхоз аттары һәм бер нисә ауылдаштары менән Өфө эргәһендәге Алкиноға киләләр. Бында уларҙы өс ай буйына хәрби һөнәрҙәргә, ә аттарын төрлө ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға, гранаталар, артиллерия атҡан ваҡыттағы шартлау тауышына һәм төрлө соҡор, кәртәләр аша һикерергә өйрәткәндәр. Алкинола тейешле әҙерлек үткәндән һуң, уларҙы эшелондарға тейәп, ҡаты алыштар барған ергә, немец илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышҡа оҙатҡандар.

Ситдиҡов Ғөзәйер Зөлҡәрнәй улы 294-се кавалерия полкында Дивизия штабы идаралығының офицерҙар ашханаһында аш-һыу бүлмәһе эшсеһе булып хеҙмәт итә[1]. Бөйөк Ватан һуғышында 1941 йылдың декабренән 1945 йылдың ноябренә тиклем ҡатнаша. Һуғыш башланғандан алып Ситдиҡов Ғөзәйер Зөлҡәрнәй улы үҙенең бурыстарын тырышып башҡара. Өҙлөкһөҙ алға барыуҙың ауыр шарттарында һәм тәүлегенә 40-60 км марштарҙа ашнаҡсыға офицерҙар составына йылы ашты ваҡытында әҙерләүҙә иҫ киткес ҙур ярҙам күрһәтә. «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.[2] Һуғыштан ҡайтҡас, Ғөзәйер Зөлҡәрнәй улы ең һыҙғанып колхоз эшенә тотона. Йәмәғәт тормошонда ла ихлас ҡатнаша. 1963 йылда уны депутат итеп һайлап ҡуялар. Ҡайҙа ғына, кем генә булып эшләргә тура килмай уға: склад, фермалар мөдире лә була һәм ғүмеренең аҙаҡҡы һулышына тиклем яратҡан аттары янында була.

Һуғышҡа киткәндә Ситдиҡов Ғөзәйер Зөлҡәрнәй улы беренсе ҡатынынан ике бала тороп ҡала: Хөснә (1939 йылғы) һәм Мозафар. Хөснә апай әлеге ваҡытта Ҡуян (Нәби) ауылында ғүмер итә. Уның туғыҙ балаһы бар. Мозафар улы мәктәптә уҡып йөрөгән ваҡытында һыуыҡ тейҙереп, ҡаты ауырып,үлеп китә.

Һуғыштан ҡайтҡас Ғөзәйер 1948 йылда Сания исемле Ишембай районы Яңы Һәйет ауылы ҡыҙына өйләнә. Уларҙың туғыҙ балаһы тыуа.

Ситдиҡов Ғөзәйер Зөлҡәрнәй улы 1969 йылдың 14 майында вафат була[3]. Бөрйән районы Берәтәк ауылында ерләнә.

Наградалары

үҙгәртергә
  • «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (1944)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә