Синт-Никлас[6] (нидерл. Sint-Niklaas, франц. Saint-Nicolas) — Бельгияның Көнсығыш Фландрия провинцияһында урынлашҡан ҡала. 2017 йылдың 1 ғинуарында Синт-Никлас ҡалаһында 76 000-дән ашыу халыҡ иҫәпләнгән. Халыҡ һаны буйынса был ҡала Бельгияла 19 урында тора[7]. Шулай уҡ ҡала Бельгияның иң ҙур баҙар майҙанлы ҡалаһы булараҡ билдәле (3,19 га)[8].

Синт-Никлас
Байраҡ[d]Герб[d]
Рәсем
Этнохороним Sint-Niklazenaar
Рәсми тел Нидерланд теле
Дәүләт  Бельгия[1]
Административ үҙәк Sint-Niklaas[d]
Административ-территориаль берәмек Синт-Никлас[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d]
Хөкүмәт башлығы вазифаһы Mayor of Sint-Niklaas[d]
Хөкүмәт башлығы Lieven Dehandschutter[d]
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы Cities and municipalities[d]
Халыҡ һаны 80 167 кеше (1 ғинуар 2022)[2]
Ауыл биләмәһен үҙ эсенә ала Belsele[d] һәм Sinaai[d]
Туғандаш ҡала Кольмар, Шонгау, Лукка[d], Горинхем[d], Табор[d] һәм Абингдон[d]
Милке Q1865388? һәм Puyenbekestadion[d]
Сиктәш Локерен[d], Темсе[d] һәм Стекене[d]
Майҙан 84,2 км² (2021)
Почта индексы 9100[3], 9111[3] һәм 9112[3]
Электрон почта info@sint-niklaas.be[4]
Рәсми сайт sint-niklaas.be
Урынлашыу картаһы
Веб-камера бите sint-niklaas.be/actueel/…
Һәйкәлдәр исемлеге Onroerend erfgoed in Sint-Niklaas[d]
Ежегодное количество свадеб 304[5]
Урындағы телефон коды 03
Карта
 Синт-Никлас Викимилектә

Бөгөнгө Синт-Никлас территорияһында кешеләр бик борондан йәшәгән була. Синт-Никлас тарихы 1217 йылда епископ Турне урындағы руханиҙар советы тәҡдиме менән изге Николай Мирликийскийға бағышлап сиркәү нигеҙләгәндән алып башлана. Ун алтынсы быуатҡа тиклем яңы сиркәү мәхәлләһе Турне епископлығы ҡарамағында тора, ә сәйәси структураһы буйынса Фландрия графлығына ҡарай. Сиркәүҙең байлығы ҡаланың иҡтисади үҫешен көсәйтә. 1241 йылда Синт-Никлас төбәктең административ үҙәге була, ә 1248 йылда II Маргарита ҡаланан көнбайышта ятҡан ерҙәрҙе Изге Николай сиркәүенә бирә, бының төп шарты -сиркәү был ерҙән бер ҡасан да бүленергә һәм унда ҡаралтылар төҙөргә тейеш булмаған.

Синт-Никластың бер ваҡытта ла диуарҙары булмай: уны баҫып алыу бик еңел була. 1381 йылда сиркәү яна һәм талана, әммә уның Шельде, Гент менән Антверпен ҡалалары араһында тороуы ҡаланы тиҙ яңыртырға мөмкинлек биргән. 1513 йылда император Максимилиан I Синт-Никласҡа аҙна һайын баҙар үткәреү хоҡуғын бирә. XVII быуат осоронда Синт-Никлас иҡтисады етен һәм йөн етештереү арҡаһында иҡтисады сәскә ата, әммә 1690 йылдың 25 майында Синт-Никласта янғындан 565 йорт юҡҡа сыға.

1764 йылда ҡалала тәүге туҡыу фабрикаһы барлыҡҡа килә, Синт-Никласта индустриализация башлана. 1830 йылда сәнәғәте әһәмиәте буйынса ҡала Көнсығыш Фландрияла икенсе урынды биләй (Генттан һуң). 1803 йылда Наполеон Синт-Никласҡа килә, бер йылдан һуң уға ҡала статусын бирә. XIX быуатта туҡыу сәнәғәте бөлгөнлөккә төшә, әммә ҡала үҫешенә яңы импульсты 1850 йылда тимер юлы бирә. Ошо ваҡытта ҡалала Дева Мария сиркәүе, ратуша бинаһы төҙөлә. Икенсе донъя һуғышынан һуң ҡаланың туҡыу сәнәғәте тәрән кризис кисерә һәм бөтөнләй юҡҡа сыға. Бөгөн ҡаланың тарихи үҙәге сауҙа һәм коммерция кварталы булып тора.

Иҫтәлекле урын

үҙгәртергә
  • Изге Николай сиркәүе, XIII быуатта нигеҙләнгән.
  • Баҙар майҙаны.
  • Сиркәү мариинский
  • Ратуша
  • Картография тарихына бағышланған Меркатор музейы
  • Ар-нуво стилендәге йорттар

Туғанлашҡан ҡалалар

үҙгәртергә

Синт-Никласта тыуған билдәле кешеләр

үҙгәртергә
  • Боб Бенни (1926), эстрада йырсыһы
  • Том Лануа (1958), яҙыусы, шағир, сәсмәсе, драматург
  • Энн Воутерс (1980), баскетболсы
  • Ян Вертонген (1987), футболсы
  • Томас Де Гент (1986), велосипедта уҙышыусы

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. (unspecified title)
  2. Bevolking per gemeente op 1 januari 2022Статбель.
  3. 3,0 3,1 3,2 Crossroads Bank for Enterprises
  4. https://www.sint-niklaas.be/ (нидерл.)
  5. http://www.lalibre.be/actu/belgique/voici-le-nombre-de-mariages-et-divorces-par-communes-en-belgique-5a32911bcd700ea8c6f461b7
  6. Географический энциклопедический словарь: географические названия / Под ред. А. Ф. Трёшникова. — 2-е изд., доп.. — М.: Советская энциклопедия, 1989. — 592 с. — 210 000 экз. — ISBN 5-85270-057-6.
  7. Nationaal Instituut voor de Statistiek (NIS)/FOD Economie — Algemene Directie Statistiek en Economische Informatie. Structuur van de bevolking. De 25 bevolkingsrijkste gemeenten van het land
  8. Sint-Niklaas, hart van het Waasland(недоступная ссылка)

Һылтанмалар

үҙгәртергә