Сигет Фестивале (мадьярса  Sziget — «Утрау» мәғәнәһендә) — йыл һайын уҙғарыла торған музыкаль фестиваль. Европалағы (2014 йылда 440 000 дән ашыу кеше килгән[1]) иң эре проекттарҙың береһе. Венгрияның баш ҡалаһы Будапештта Обуда утрауында 1993 йылдан уҙғарыла. Фестивалдә төрлө жанрҙарҙа эшләүсе коллективтар сығыш яһай.

Сигет
мадьярса  Sziget
Уҙғарыу урыны Венгрия Венгрия
Йылдар 1993 йылдан
http://szigetfestival.ru/

Фестиваль көнбайыш Европала йәшәүселәр араһында популяр. Килеүселәрҙең яҡынса 50 проценты — сит илдәрҙән. Күберәк Германия, Бөйөк Британия һәм Франциянан туристар килә.

Фестиваль тарихы

үҙгәртергә

Беренсе Sziget 1993 йылда ойошторола, унда венгрия музыканттары ғына сығыш яһай. Ул саҡта фестиваль Diaksziget тип, венгрия теленән тәржемә иткәндә «студенттар утрауы», ә хәҙер — бары тик «утрау» тип атала. 1993 йылда Sziget фестиваленә 43 мең кеше килә, хәҙер фестивалгә йыл һайын яҡынса 400 мең меломан йыйыла[1].

Аҙна дауамында фестивалгә килеүселәр күп төрлө музыка менән таныша ала: традицион алжир йырҙарынан алып дәртле канада индастриалына тиклем, бруталь америка хард-корынан нескә лондон диджейҙарына ҡәҙәре. Музыканан тыш, Сигеттә күп төрлө мәҙәни саралар, шул иҫәптән кинофильмдар ҡарау, спорт ярыштары, сәнғәт күргәҙмә һәм галереялары, театр һәм цирк тамашалары, дискуссия клубтары, тел өйрәнеү мәктәптәре, балалар өсөн программалар, призлы уйындар, хәйриә акциялары ла уҙғарыла.

2009 йылда фестиваль ҡунаҡтары 60 майҙансыҡ һәм сәхнәлә 250 программаны күрҙе.

Sziget хеҙмәттәре

үҙгәртергә

Sziget ҡунаҡтарға бик күп хеҙмәттәр тәҡдим итә: кер йыуыу, почта һәм һаҡлау камераларынан алып балаларҙы көндәлек тәрбиәләү сараларына тиклем. Банкоматтар фестивалдең бар биләмәһе буйынса урынлаштырылған, шуға күрә килеүселәр бында инеү өсөн шунда уҡ кассаларҙа кредит картаһы менән иҫәпләшә ала. Аптека, юғалған әйберҙәр бюроһы, сейф, тәүлек әйләнәһенә медицина хеҙмәттәре күрһәтеү, мәғлүмәтте теләгән бер телдә тәҡдим итеүсе уҡыу-уҡытыу үҙәге һәм башҡа хеҙмәттәр ҡаралған. Мәғлүмәти өҫтәлдәр һәм махсус мәғлүмәти таҡталар аҙашмаҫҡа ярҙам итәләр. Фестивалгә килеүселәр шулай уҡ «мобиль» мәғлүмәт төркөмдәре етәкселәренә мөрәжәғәт итә алалар.

Фестивальдә биш кулинар үҙәк эшләй. Һәр төрлө аш-һыу тәҡдим ителә: хот-дог, пирожки, еләк-емеш, печенье, пирожныйҙар, шашлыҡ, сендвич, диңгеҙ ризыҡтары, пицца, ҡоймаҡтар, ҡурылған картуф, вегетариан ризыҡтар, биопродукт, ҡоро емештәр, туңдырма һ. б. "Милли кухня"ларҙың сыбар донъяһы мексика ризыҡтары, бразилия тәм-томо, италия пасталары һәм венгрияның милли аш-һыуҙары менән тулыландырыла.

Утрауға йәмәғәт транспорты менән еңел генә килеп етергә мөмкин. Ойоштороусылар шулай уҡ Sziget ҡунаҡтарына ҡала-ара автобустары, Пешта һәм Будаға тиклем паромдар һәм махсус хаҡҡа таксиҙар тәҡдим итәләр.

Sziget-2006 хедлайнерҙары

үҙгәртергә

Radiohead, Franz Ferdinand, Placebo, Игги Поп һәм The Stooges, The Prodigy, Роберт Плант һ.б.[2]

Sziget-2009 хедлайнерҙары

үҙгәртергә

Sziget-2011 хедлайнерҙары

үҙгәртергә
  • Ben l'Oncle Soul

Sziget-2013 хедлайнерҙары

үҙгәртергә
  • Nick Cave
  • Franz Ferdinand
  • Ленинград

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Sziget Festival — 415 000 Szitizens — Together! 2016 йыл 4 март архивланған.
  2. Рецензия в журнале FUZZ № 10(157), 2006 год      

Һылтанмалар

үҙгәртергә