Рыбаков Сергей Гаврилович

(Сергей Рыбаков битенән йүнәлтелде)

Рыбаков Сергей Гаврилович (27 сентябрь 1867 йыл28 декабрь 1921 йыл) — этнограф, фольклорсы. Тарихнамәне, тыуған яҡты өйрәнеүгә, фольклористиканы, музыкаль этнографияны үҫтереүгә тос өлөш индереүсе.

Сергей Гаврилович Рыбаков
Тыуған көнө

27 сентябрь 1867({{padleft:1867|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})

Тыуған урыны

Рәсәй империяһы Һамар губернаһы Һамар ҡалаһы

Вафат көнө

28 декабрь 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (54 йәш)

Вафат урыны

(Латвия) Рига

Ғилми даирәһе

фольклористика, этнография

Биографияһы

үҙгәртергә

Рыбаков Сергей Гаврилович 1867 йылдың 27 сентябрендә Һамар ҡалаһында тыуған.

Санкт-Петербург университетының тарих-филология факультеты курстарын тамамлай. Санкт-Петербург консерваторияһында музыкаль белем ала — композиция теорияһы буйынса курстар тыңлай[1].

 
С. Г. Рыбаков китабы

1893 йылдан башлап, Рәсәйҙең көнсығышындағы һәм Төркистандың башҡа милләт халыҡтары араһында этнографик маҡсат менән сәйәхәт ҡыла.

Урал-Волга буйы төбәктәре буйлап үткән этнографик экспедицияларҙа, шул иҫәптән, 1893, 1894 һәм 1896 йылдарҙа Башҡортостан буйлап үткәндәрендә лә ҡатнаша. Экспедицияларҙан һуң Рыбаков башҡорттарҙың музыкаль фольклоры, шулай уҡ башҡорт, рус, татар халыҡтарының айырым тауыш, хор һәм фортепиано өсөн музыка әҫәрҙәре һәм эшкәртмәләре тураһында ғилми мәҡәләләрен баҫтырып сыға. Ошо фәнни экспедицияларҙа тупланған мәғлүмәттәр нигеҙендә "Музыка и песни уральских мусульман с очерком их быта" тигән китабын (СПб., 1897) баҫтырып сығара. Китапҡа 204 башҡорт халыҡ йыры һәм көйө инә, ике тиҫтәнән ашыу башҡорт йырсыһы , музыканты, шул иҫәптән 10 ҡурайсы тураһында мәғлүмтәр бирелә[2].

С. Рыбаков Ырымбур губернаһы Верхнеуральский өйәҙенең Ҡаҙаҡҡол ауылында (хәҙерге Учалы районы) беренсе тапҡыр ҡурай моңон ишетә:

Бер көнө төшкө аштан һуң китап уҡырға йыйына инем, көтмәгәндә тынлы музыка ҡоралы тауышын ишеттем.., мин беренсе тапҡыр башҡорт көйҙәрен Ислам Моратов башҡарыуында ишеттем һәм уларҙың матурлығына әсир булдым (1894 йыл, июнь).

[3].

С. Рыбаковтың «Урал мосолмандарының көнкүреш тасуирламалары менән музыкаһы һәм йырҙары» («Музыка и песни уральских мусульман с очерком их быта») китабында ҡурайсы Ислам Моратов башҡарыуында яҙып алынған «Ҡалмантай», «Кинйәбай», «Байыҡ», «Теләкә», «Ҡыуатов»[4], «Юлтый ҡараҡ», «Буҙымған», «Суҡ муйыл», «Сухум» көйҙәренең ноталары һәм уларға аңлатмалар ингән[5].

1893—1901 йылдарҙа — Рус географияһы ойошмаһы ағзаһы.

1898 йылдан Ырымбур губернаһы ғилми архив комиссияһы ағзаһы итеп һайлана.

1899 йылда Рыбаков төркмән, таджик, йәһүд һәм рус халыҡ йырҙарының 90 фонограммаһын яҙҙыра.

1902—1908 йылдарҙа Турғай өлкәһенең (Рәсәй империяһы) крәҫтиәндәре мөдире вазифаһында эшләй. 1907 йылда 240 йыр һәм көйҙө фонографҡа яҙҙыра. Үҙ эсенә 50 эшкәртелгән йыр индерелгән «Татар һәм башҡорт йырҙары гармонизацияларҙа» йыйынтығын баҫтырып сығара[6] 1917 йылдың ғинуарынан — Рәсәй империяһы Эске эштәр министрлығында махсус үтенестәр буйынса чиновник.

1917 йылдың көҙөнән С. Г. Рыбаковтың яҙмышы билдәһеҙ. Мәскәүгә ҡайтып барышлай вафат була, Ригала ерләнә.

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Ҡурай, башҡорт музыка инструменты. — СПб., 1896.
  • Татарҙарҙың, башҡорттарҙың һәм типтәрҙәрҙең шиғри ижады тураһында. — СПб., 1895.
  • Көнкүреше тураһындағы очерктар менән Урал мосолмандарының музыкаһы һәм йырҙары. — СПб, 1897.

Наградалары

үҙгәртергә
  • 4-се дәрәжә изге Владимир ордены (ҡылыс менән)
  • 3-сө дәрәжә изге Святослав ордены
  • Атанова Л. П. Собиратели и исследователи башкирского музыкального фольклора. Уфа, 1992.
  • Фоменков М. П. Очерки истории развития хорового искусства Башкортостана. Уфа, 2001.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Биографический словарь. 2000.
  2. Ғәйнетдинов Ю. И. "Ҡурай һәм ҡурайсылар", Өфө: АльфаРеклама, 2014.Т 1 000 экз. С 424/ Ҡурай һәм ҡурайсылар, стр.77
  3. Ғәйнетдинов Ю. И. "Ҡурай һәм ҡурайсылар", Өфө: АльфаРеклама, 2014.Т 1 000 экз. С 424/ Ҡурай һәм ҡурайсылар, стр. 77
  4. КУВАТОВ, песня
  5. Ғәйнетдинов Ю. И. "Ҡурай һәм ҡурайсылар", Өфө: АльфаРеклама, 2014.Т 1 000 экз. С 424/ Ҡурай һәм ҡурайсылар, стр. 78
  6. http://interpretive.ru/termin/rybakov-sergei-gavrilovich.html 2021 йыл 27 ноябрь архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә