Серб эпик халыҡ поэзияһы

Серб эпик халыҡ поэзияһы, серб эпик халыҡ йыры (сер. Српске епске народне песме) — был сығышы менән хәҙерге Сербия, Босния һәм Герцеговина, Хорватия, Македония һәм Черногориянан булған серб халҡы тыуҙырған эпик поэзия формаһы. Төп циклдары исемдәре билдәле булмаған авторҙар тарафынан XIV һәм XIX быуаттарҙа ижад ителгән. Улар күп дәрәжәлә тарихи ваҡиғалар һәм шәхестәр менән бәйле. Поэмалар, ғәҙәттә, гусли (серб. гусле) оҙатыуында речитатив менән уҡыла.

Серб-төрөк һуғышы барышында (1876—1978) Яворҙағы лагерҙа гусляр Лазарҙың вафаты тураһында йырлай.

Серб эпик халыҡ поэзияһы милли үҙаң үҫешенә булышлыҡ иткән[1]. Марко Кралевич, гайдуктар һәм ускоктар тураһындағы шиғырҙар циклы сербтарҙы үҙ азатлығын һәм героик үткәнен тергеҙергә илһамландыра[1]. Гайдуктар милли оҡшашлыҡтың идентичность айырылғыһыҙ өлөшө булараҡ ҡарала; гайдуктар хикәйәләрҙә батыр итеп һүрәтләнә: улар Ғосман империяһы хакимлығы аҫтында йәшәгәндә идара итеүсе элита ролен уйнаған, сербтарҙы ғосман иҙеүенән һаҡлаған, милли азатлыҡ көрәшенә әҙерләнгән һәм Серб инҡилабына булышлыҡ иткәны[2].

Тарихы үҙгәртергә

Серб эпик поэмаһының иң тәүге яҙмаһы — ул

Георгий Бранковичтың Янош Хуньядиҙы әсирлеккә алыуы тураһындағы бугарштица — серб эпосы йырының 1497 йылғы фрагменты[3][4]. Ғосман империяһы дәүерендә сербтарҙың гуслела уйнап йырлағаны билдәле. Атаҡлы серб башҡарыусылары XVI—XVII быуаттарҙа поляк король һарайында, һуңыраҡ Украина һәм Венгрияла йырҙарын гуслела уйнап башҡарған[5]. Венгр тарихсыһы Тиноди Себастьян 1554 йылда «Венгрияла гуслела уйнағандарбик күп, ләкин Димитрие Караман кеүек серб стилендә оҫтараҡ башҡарыусы юҡ» тип яҙған. Ул Карамандың 1551 йылда Липовела төрөк лорды Оломан алдында сығыш яһағанын тасуирлаған: гусляр гуслеһын тубыҡ араһына ҡуйып уйнаған, ул бик көслө хис-тойғоға бирелеп башҡарған, ә йөҙөндә ҡайғылы кисерештәр сағылғана[6]. Тарихсы һәм шағир Матейя Стрыйковский (1547—1582) үҙенең 1582 йылғы йылъяҙмаһына хроника ата-бабаларының төрөктәргә ҡаршы батырҙарса көрәше тураһында бәйән иткән эпик шиғырҙарҙы индергән[7].

1824 йылда Вук Караджич үҙенең халыҡ йырҙары коллекцияһы күсермәһен Якоб Гриммға ебәрә, һәм Гримм бигерәк тә «Скадар ҡәлғәһе» «Здание Скадар» йырын мактап туя алмай. Гримм уны немец теленә тәржемә иткән һәм тип атала һәм «бөтә замандар һәм халыҡтарҙың иң тулҡынландырғыс шиғырҙарының береһе»[8][9] тип билдәләгән.

Эпик шиғырҙарҙың күпселеге ғосман иҙеүе дәүеренә һәм унан азат булыу өсөн көрәшкә бағышланған. Этнограф Караджич Вуктың тырышлығы арҡаһында, был эпостарҙың күбеһе йыйылған һәм XIX быуаттың тәүге яртыһына һәм уртаһында китаптпрҙа баҫтырып сығарылған. Караджич был поэмаларҙы «халыҡ ауыҙынан сыҡҡанса» «из уст народа» яҙып алған. Серб шиғриәте Европала илтифатлы благосклонно ҡабул ителә, сөнки был ваҡытта романтизмдың сәскә атҡан осоро була. Якоб Гримм шиғырҙарҙы оригиналда уҡыу маҡсатында, серб телен өйрәнә башлаған. Ул һәр яңы серб эпик шиғырҙар йыйынтығына ентекле анализ яһаған. Ул, һуңғараҡ Гёте әйткәнсә, йырҙарҙы йырға тиң тип атаған. Якоб Гримм һәм словениялы Йернер Копитар арҡаһында, серб халыҡ әҙәбиәте донъя әҙәбиәтендә үҙ урынын тапты[10].

Циклдар үҙгәртергә

Эпик эпик шиғриәте циклдарға бүленә:

  • Тарихи тип табылмаған неисторический цикл (сер. Неисторијски циклусНеисторијски циклус) — славян мифологияһы тураһында, айырым алғанда, дейеүҙәр һәм нимфалар (грек мифологияһында тәбиғәт көстәрен кәүҙәләндергән ҡатын ҡиәфәтендәге алиһә) тураһында шиғырҙар.
  • Косовоға тиклемге цикл (сер. Преткосовски циклусПреткосовски циклус) — стихи о событиях, которые предшествовали битве на Косово яланындағы ҡаты алышҡа саҡлы ваҡиғалар тураһындағы шиғырҙар (1389)
  • Косово циклы (сер. Косовски циклусКосовски циклус) — Косово яланындағы ҡаты алыштан саҡ ҡына алда һәм ул тамамланғандан һуң булып үткән ваҡиғалар тураһында шиғырҙар
  • Кралевич Марко циклы (сер. циклус Краљевића Маркациклус Краљевића Марка)
  • Косовонан һуңғы цикл (сер. Покосовски циклусПокосовски циклус) — ҡаты алыштан һуң булып үткән ваҡиғалар тураһында
  • Гайдуктар һәм ускоктар циклы(сер. Хајдучке и ускочке песмеХајдучке и ускочке песме) — юлбаҫарҙар һәм фетнәселәр хаҡында шиғырҙар
  • Сербияны һәм Черногорияны азат итеү тураһында шиғырҙар (сер. Песме о ослобођењу Србије и Црне ГореПесме о ослобођењу Србије и Црне Горе) — ғосмандарға ҡаршы һуғыштар хаҡындағы XIX быуат шиғырҙары

Шиғырҙар тарихи ваҡиғаларҙы дөрөҫлөккә төрлө кимәлдә тап килтереп һүрәтләй.

Характеристикаһы үҙгәртергә

Эпик йырҙар бөтөнләй тиерлек 4-се ижектән һуң цезураһы булған фәҡәт ун ижекле шиғырҙарҙан тора; шуның менән бергә, шиғыр йә биш дөрөҫ трохейҙан, йә ике йәнәш һәм стопа (ритмик быуын) барлыҡҡа килтереүсе ижектәрҙең (йә уларҙың һәр береһе) йә ҡыҫҡа, йә оҙон булыуы мөмкин. Һуңғы осраҡта уның шиғырҙы прозаик уҡыу уның скандовкаһына тура килмәй, бында йырсы ижектең тәбиғи оҙонлоғона иғтибар итмәй, ә уның стопала биләгән урынына ярашлы әйтә. Серб халыҡ йырҙарында (киң мәғәнәлә, һәм бында аллитерацияны ла һ . б. ла индереп) рифма мотлаҡ талап булып тормай, әммә, урыҫ халыҡ йырҙарындағы кеүек, аһәңдәшлек йыш ҡына осрай. Был аһәңдәшлек, әгәр ҙә тамырҙаш һүҙҙәр сағыштырып ҡаралһа, бер үк төрлө шиғырҙа ла осрай[11]:

Нека зове и призивље;
Да се бијем и пребијаю;
Не има лица без облика… и т. д.

Әйтер кәрәк, йыш ҡына һүҙ уйыны килеп сыға :

Поломље га поломило;
Льубичица љуби мене;
Грличица грли мене… и т. д.

Ике йәнәш торған шиғырҙы тоташтырыусы үҙ мәғәнәһендәге лә рифмалар осрай:

Можемо ли с турци бoјaк бити?
Можемо ли турке придобити?

йә шиғырҙы ике яртыға бүлеүсе :

«То му рече, уз кулу утече…»
«Кажи право, тако био здраво…»

йә, ниһайәт, шиғырҙа аһәңле ялғаулы ике һүҙ йәнәш тора:

«Дај ми Боже од Дрине ведрине…»
«Док доћера цара до дувара…»

Фигураларҙан башҡаларҙан йышыраҡ һорау вопрошение, һоҡланыу восклицание, сағыштырыу, һәм бигерәк тә, ҡабатлау, мәҫәлән:

«Поранио краљевићу Марко
Поранио низ Косово равно».

{{конец цитаты Урыҫ халыҡ йырҙарындағы кеүек, серб йырҙарында бик күп эпитеттар осрай; Мили Боже, чуда великога! сив соко, вино pyјнo, бјecaн коњ һ. б. Бик күп эпик йырҙар матур башлана: йә һоҡланыуҙан (Боже мили, на своему ти фала), йә һорауҙан (Или грми, ил’се земља тресе? Што протужи рано у недељу?), йә йыш ҡына осраусы кире сағыштырыу менән й:

Два субора напоредо расла
Међу њима танковрха јeлa;
То не била два бора зелена
Ни међ’њима танковрха јeлa
Beћ то била два брата рођена:
Meђy њима сестрица Іелица.

Элизия, киң мәғәнәлә, һуҙынҡы өндө йә һүҙ аҙағында, йә һүҙ уртаһында төшөрөп ҡалдырыу алымы, ғөмүмән, һирәк булһа ла, ҡайһы бер осраҡта серб йырсылары тарафынан таң ҡалдырғыс ҡыйыулыҡ менән башҡарыла. Шулай, мәҫәлән, или урынынаил ҡулланыу, йә ме урынына м, се урынына с, га урынына г , тада урынына тад', говорите урынына говор'те ҡулланыу  һ. б. Серб халыҡ эпик йыры, ҡағиҙә булараҡ, 200-ҙән 400-гә тиклем шиғырҙы үҙ эсенә ала, 600-700 шиғырлыһы ла йыш ҡына осрай; һәм 800-1000 шиғырҙан торғаны ла бар, ә «Женидба Максима Црнојевића» хатта 1225 шиғырҙан тора.

Иҫкәрмәләр  үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Dragnich, 1994, pp. 29–30
  2. Yugoslavia and Its Historians: Understanding the Balkan Wars of the 1990s. — Stanford University Press, 2003. — P. 25–. — ISBN 978-0-8047-8029-2.
  3. Matica Srpska Review of Stage Art and Music. — Matica, 2003. — P. 109.
  4. Milošević-Đorđević Nada. Srpske narodne epske pesme i balade. — Zavod za udžbenike i nastavna sredstva, 2001. — P. 10.
  5. Pejovic, Roksanda Medieval music. Rastko (1995).
  6. Petrović, 2008, p. 100
  7. Georgijević
  8. Alan Dundes Alan Dundes. The Walled-Up Wife: A Casebook. — Univ of Wisconsin Press, 1996. — P. 3–. — ISBN 978-0-299-15073-0.
  9. Paul Rankov Radosavljevich Paul Rankov Radosavljevich. Who are the Slavs?: A Contribution to Race Psychology. — Badger, 1919. — P. 332.
  10. Milošević-Đorđević
  11. Сербская народная поэзия // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)(рус.)

Әҙәбиәт үҙгәртергә