Семёнов Борис Фёдорович
Семёнов Борис Федорович (1929—2010) — СССР ғалимы һәм педагогы, вирусолог һәм иммунолог, медицина фәндәре докторы, профессор, СССР Медицина фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы (1991; 1984 йылдан ағза-корреспонденты). СССР Министрҙар Советы премияһы (1981) һәм Рәсәй Федерацияһының фән һәм техника өлкәһендә Хөкүмәт премияһы лауреаты (2005). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1981).
Семёнов Борис Фёдорович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 2 июнь 1929[1] |
Тыуған урыны | Түбәнге Новгород, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 15 декабрь 2010 (81 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Һөнәр төрө | врач-иммунолог |
Уҡыу йорто | 1-се Мәскәү дәүләт медицина университеты |
Ғилми исеме | профессор[d] һәм академик[d] |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәБорис Федорович Семёнов 1929 йылдың 2 июнендә Түбәнге Новгородта тыуа.
1948 йылдан 1953 йылға тиклем Беренсе Мәскәү дәүләт медицина институтының санитар-гигиена факультетында уҡый, 1953 йылдан 1956 йылға тиклем СССР Медицина фәндәре академияһында аспирантурала уҡый. 1956 йылдан алып 1958 йылға тиклем Полиомиелит һәм вируслы энцефалит Институтында фәнни эштә кесе ғилми хеҙмәткәр була, академик П. Чумаков уҡыусыһы.
1958 йылдан 1964 йылға тиклем СССР Һаулыҡ һаҡлау Мәскәү вирус препараттары буйынса ғилми-тикшеренеү институтының фәнни эшендә —өлкән фәнни хеҙмәткәр һәм фәнни-тикшеренеү лабораторияһы мөдире вазифаһында. 1964 йылдан алып 1974 йылға тиклем СССР Медицина фәндәре академияһы полиомиелит һәм вируслы энцефалит ғилми-тикшеренеү институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр, был институттың фән буйынса директор урынбаҫары, ғилми-тикшеренеү лабораторияһы мөдире вазифаһын башҡара.
1974 йылдан алып 2010 йылға тиклем И. И. Мечников исемендәге вакциналар һәм сывороткалар ғилми-тикшеренеү институтында ғилми-тикшеренеү эшендә: 1974 йылдан алып 2005 йылға тиклем — ошо институттың директоры, 2005 йылдан 2010 йылға тиклем — баш ғилми хеҙмәткәре. Бер үк ваҡытта СССР Медицина фәндәре академияһы - РМФА полиомиелит һәм вируслы энцефалит ғилми-тикшеренеү институтында вирус инфекцияһы иммунопатология лабораторияһы мөдире[2][3][4][5].
Ғилми-педагогик эшмәкәрлеге һәм фәнгә индергән өлөшө
үҙгәртергәБ.Ф.Семёновтың төп ғилми-педагогик эшмәкәрлеге биохәүефһеҙлек, иммунология, вирусология һәм вируслы иммунопатология һәм бактериаль инфекциялар өлкәһендәге мәсьәләләр менән бәйле. Б Ф. Семёнов яңы вакцина булдырыуҙа һәм яңы вакциналарҙы япон һәм талпан энцефалитын профилактикалауҙа, шулай уҡ полиомиелитҡа ҡаршы вакцинаны практик эшмәкәрлеккә индереүҙә ҡатнаша.
Б Ф. Семёнов СССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Иммунодиагностик һәм аллерген препараттар комитеты рәйесе, Бөтә Союз иммунологтары ғилми йәмғиәте идаралығы һәм Бөтә Союз микробиологтар, эпидемиологтар һәм паразитологтар ғилми йәмғиәте ағзаһы, И.И.Мечников исемендәге микробиологтар, эпидемиологтар һәм паразитологтар Бөтә Рәсәй фәнни-практик йәмғиәте идаралығы рәйесе, РМФА -ның вакцинология буйынса Ғилми советы рәйесе, Үҙ-ара иҡтисади ярҙам итеү советының (СЭВ) «Биотехнология в медицине» проблемаһы буйынса Координация үҙәге етәксеһе һәм Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы (ВОЗ) эксперты булып тора.
1957 йылда «Изучение токсических свойств вирусов группы орнитоза-пситтакоза, выделенных в СССР» темаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын, 1968 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай, 1969 йылда уға ғилми профессор исеме бирелә. 1984 йылда СССР Медицина фәндәре академияһының ағза-корреспонденты, ә 1991 йылда — мөхбир ағзаһы итеп һайлана. Б. Ф. Семёнов етәкселегендә өс йөҙ алтмышҡа яҡын фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән ун ике монография яҙыла, ун бер фән докторы һәм егерме бер кандидаты әҙерләнә. Ул «Вакцинация: Новости вакцинопрофилактики» һәм «Микробиология, эпидемиология и иммунобиология» фәнни-медицина журналдарының баш мөхәррире, шулай уҡ Ҙур медицина энциклопедияһының «Вирусология» мөхәрририәт бүлегенең мөхәррире була[2][4][3][5].
Б.Ф.Семёнов 2010 йылдың 15 декабрендә Мәскәүҙә вафат була.
Библиографияһы
үҙгәртергә- Стандартизация методов вирусологических исследований / В. А. Пшеничнов, Б. Ф. Семенов, Е. Г. Зезеров. - Москва : Медицина, 1974. - 168 с.
- Хронические вирусные инфекции и их моделирование / В. И. Гаврилов, Б. Ф. Семенов, В. М. Жданов ; Акад. мед. наук СССР. - Москва : Медицина, 1974. - 223 с.
- Иммунопатология при вирусных инфекциях / Б. Ф. Семенов, В. И. Гаврилов ; Акад. мед. наук СССР. - Москва : Медицина, 1976. - 175 с.
- Вакцинно-сывороточное дело : Состояние и перспективы развития. Сб. тр. / Моск. НИИ вакцин и сывороток им. И. И. Мечникова; [Отв. ред. Б. Ф. Семенов]. - М. : МНИИВС, 1979 (вып. дан. 1980). - 150 с.
- Разработка и стандартизация бактериологических питательных сред : Сб. тр. / Моск. НИИ вакцин и сывороток им. И. И. Мечникова; [Отв. ред. Б. Ф. Семенов]. - М. : МНИИВС, 1980. - 165 с.
- Препараты для экспресс-диагностики : [Сб. статей] / Моск. НИИ вакцин и сывороток им. И. И. Мечникова; [Редкол.: Б. Ф. Семенов (отв. ред.) и др.]. - Л. : МНИИВС, 1981. - 135 с.
- Клеточные и молекулярные основы презентации антигенов / А. А. Дельвиг, Д. Г. Робинсон, Б. Ф. Семенов. - М. : Медицина, 2004 (ГУП Смол. обл. тип. им. В.И. Смирнова). - 182 с. ISBN 5-225-04816-1
Наградалары, маҡтаулы исемдәре һәм премиялары
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Семенов Борис Федорович // https://www.biografija.ru/biography/semenov-boris-fedorovich.htm
- ↑ 2,0 2,1 Большая медицинская энциклопедия / гл. ред. Б. В. Петровский. — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1986. — Т. 29. — 576 с.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Московская энциклопедия : [в 2 т.] / [принимали участие : И. Л. Беленький и др.]. - Москва : Москвоведение, Т. 1: Лица Москвы, Т. 1 кн. 6 : А-Я / [гл. ред. С. О. Шмидт]. - 2010. — 639 с. — ISBN 978-5-903633-01-4
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 Памяти Бориса Фёдоровича Семёнова 2021 йыл 28 октябрь архивланған. / Инфекция и иммунитет // Санкт-Петербургское региональное отделение Российской ассоциации аллергологов и клинических иммунологов, СПб.: 2011. Т. 1, № 1. — С.92
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 Памяти Семёнова Бориса Фёдоровича (1929—2010) // Всероссийское научно-практическое общество эпидемиологов, микробиологов и паразитологов
- ↑ Указ Президента России от 14 июня 2009 года № 686
- ↑ Постановление Правительства Российской Федерации от 20 февраля 2006 г. № 96 г. Москва О присуждении премий Правительства Российской Федерации 2005 года в области науки и техники
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Большая медицинская энциклопедия / гл. ред. Б. В. Петровский. — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1986. — Т. 29. — 576 с.