Семирамида йәғни Семирамис, Шамирам, Шаммурамат (бор. грек. Σεμίρᾰμις, арам. ܫܡܝܪܡ; әрм. Շամիրամ) — аккад һәм боронғо әрмән мифологияларында Ассирияның легендар батшабикәһе, легендар батша Ниндың ҡатыны, уны мәкерлек менән үлтереп власты үҙ ҡулына алған.

Семирамида
бор. грек. Σεμίρᾰμις
әрм. Շամիրամ
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Титул королева-консорт[d]
Әсәһе Деркето[d][1][2]
Хәләл ефете Нин[d]
Балалары Ниньяс[d]
Һөнәр төрө монарх
Биләгән вазифаһы Ассүриә батшаһы[d]
Телгә алынған хеҙмәттәр Роман о Нине[d] һәм Божественная комедия[d]
 Семирамида Викимилектә
Семирамиданың аҫылмалы баҡсалары. XX быуат башы реконструкцияһы

Тарихы прототибы

үҙгәртергә

Реаль йәшәгән Ассирия батшабикәһе Шаммурамат (б.э.т. 812—803 йй.) Семирамиданың тарихи прототипы булып тора. Шаммурамат сығышы менән Вавилондан, батша Шамши-Адад V ҡатыны һәм Адад-нирари III әсәһе (уның бала сағында регентша була). Шаммурамат бер үҙе хакимлыҡ итеүе менән билдәле, был боронғо донъя илдәрендә бик һирәк хәл булып тора. Уның йоғонтоһо аҫтында Ассирияла Набу илаһы культы индерелә, башҡа илаһтарҙы танымаҫҡа бойорған яҙмалар менән бергә уның статуялары Кальхула табыла. Фараз буйынса был державаны тығыҙыраҡ берләштереү өсөн эшләнә. Шаммурат башлыса Мидия һәм Манна дәүләттәренә ҡаршы һуғыштар алып барған.

Шамирам-Семирамида образына тағы ла бер нисә алиһәләрҙең, айырым әйткәндә — Месопотамияның мөхәббәт алиһәһе Иштар (Истар), һыҙаттары ҡушылған.

Семирамиданың исеме менән традицион рәүештә (кәм тигәндә Ктесий һәм Беростан башлап) «донъяның ете мөғжизәһенең» береһен — «Семирамиданың аҫылмалы баҡсаларын» бәйләйҙәр. Баҡсалар Вавилонда Навуходоносор II (б.э.т. 605—562 йй.) тарафынан таулы туған яғын һағынған Мидия батшаһы Киаксарҙың ҡыҙы Амитис өсөн төҙөлгән. Башҡа версия буйынса, шыма яҙмалары табличкаларын ҡабатлап өйрәнеү нигеҙендә төп нөсхә аҫылмалы баҡсалар Ассирия батшалығының баш ҡалаһы Ниневияла булыуы мөмкин һәм б.э.т. VII быуат башында төҙөлгән[3].

Грек сығанаҡтары

үҙгәртергә

Шамирам-Семирамида тураһында борон бихисап мифтар һәм риүәйттәр булған[4], уларҙың бер өлөшө грек авторҙары Ктесий, Диодор Сицилийский һәм башҡаларҙың хеҙмәттәрендә беҙҙең заманға тиклем килеп еткән.

Ктесий буйынса, Семирамида — алиһә Деркетоның һәм ниндәйҙер Сүриә кешеһенең ҡыҙы (йәғни Деркеттың ҡыҙы), күгәрсендәр тарафынан ашатылған һәм тәрбиәләнгән, артабан уны сығышы менән Димәшкиҙән булған Сима тәрбиәләгән[5]. Семирамида Сүриәнең хакимы Оннаның/Оннейҙың ҡатыны (йәғни батша ҡолоның наложницаһы[6]) була, Оннейҙан ике малайы тыуған һәм ире менән бергә Бактрыны яулап ала[7].

Һуңынан ул Ассирия батшаһы Ниндың ҡатыны булып китә һәм Нин үлгәндән һуң тәхеткә ултыра. Динон буйынса, уның ире биш көн Азия менән хакимлыҡ итергә рөхсәт итә һәм Семирамида быны менән файҙаланып һаҡсыларға ирен үлтерергә бойора[8].

Боронғо авторҙар ул Вавилонды нигеҙләгән тип яҙған[9], уның исеме менән Ассирия-Вавилондан тыш тағы ла фарсы ҡомартҡыларын һәм хатта пирамидаларҙы бәйләгән, ә аҫылмалы баҡсалар һәм таулы илдәр аша юлдар тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Ул Һиндостанға һәм Амон оазисына тиклем яуҙар һәм баҫып алыуҙар алып барған тип яҙғандар, хатта Һиндостанға поход яһаған тиҙәр[10], әммә тар-мар ителгән һәм ғәскәренең 2/3 өлөшөн юғалтҡан[11]. Шулай уҡ Сүриә менән һуғышҡан[12]. Оннаның улдары Сатибор ярҙамында кесе Нинийҙы үлтерергә теләп Семирамидаға ҡаршы заговор төҙөй, әммә батшабикә уларҙы асыҡлап өлгөрә[13].

Әрмән сығанаҡтары

үҙгәртергә
 
«Шамирам һәм Ара Прекрасный». Вардкес Суренянц

Боронғо грек авторы Ктесийҙың яҙмалары әрмән авторы Мовсес Хоренациҙың Шамирам тураһындағы хикәйәгә ҙур йоғонто яһай. Әммә Хоренаци Әрмәнстанда барлыҡҡа килгән Шамирам хаҡында әрмән риүәйәттәре элементтарын һаҡлап ҡалған. Шамирамдың эшмәкәрлеге менән Ван ҡалаһын, уға һыу алып барған каналды төҙөүҙе һәм әрмән батшаһы Ара Прекрасны ҙы бәйләйҙәр.

Европа мәҙәниәтендә

үҙгәртергә
 
«Семирамида, Вавилонда ихтилал тураһында хәбәр алғанда». Гверчино (Джованни Франческо Барбьери), 1624 йыл

Семирамида бер нисә иң һуңғы сәнғәт әҫәрҙәренең персонажы булараҡ һүрәтләнә, мәҫәлән, Данте Алигьери үҙенең «Илаһи комедия»нда телгә алған.

Пётр Коместор үҙенең «Схоластик тарихы»нда (1173) Семирамидаға ыштанды уйлап табыуы тураһында яҙған[14].

Кальдерон де ла Барка «Һауа ҡыҙы» пьесаһын, Вольтер «Семирамида» трагедияһын уға бағышлай, ә бер нисә композиторҙар (Йозеф Мысливечек, Джоаккино Россини, Отторино Респиги, Доменико Чимароза, Маркуш Португал, Джакомо Мейербер һ.б.) шул уҡ исемле опералар яҙған (мәҫәлән, Апостоло Дзеноның «Семирамида» (1725) һәм Пьетро Метастазионың «Беленгән Семирамида» (1729) либреттолары XVIII быуатта популяр була).

Уның тураһында тәүге фильмды Францияла 1910 йылда төшөрәләр. Бынан башҡа уға «Вавилон батшабикәһе» (1954) һәм «Мин — Семирамида» (1963) тигән ике һуңғы пеплумдар арналған.

Маргарита I Датскаяны һәм Екатерина II (Вольтер) «Төньяҡ Семирамида» тип атағандар.

Пресвитериан руханиһы Александр Хислоп Семрамиданы политеизмға нигеҙ һалыусы тип иҫәпләй уның ире тип Нимродты, ә улы тип Таммузды атай һәм уларҙың барыһын да реаль тарихи персонаж тип һанай.

Семирамида хөрмәтенә 1906 йылда асылған астероид (584 Семирамида) аталған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Любкер Ф. Dercetis (урыҫ) // Реальный словарь классических древностей по Любкеру / под ред. Ф. Ф. Зелинский, А. И. Георгиевский, М. С. Куторга, Ф. Гельбке, П. В. Никитин, В. А. Канский, пер. А. Д. Вейсман, Ф. Гельбке, Л. А. Георгиевский, А. И. Давиденков, В. А. Канский, П. В. Никитин, И. А. Смирнов, Э. А. Верт, О. Ю. Клеменчич, Н. В. РубинскийСПб.: Общество классической филологии и педагогики, 1885. — С. 390.
  2. Б. Т. Семирамида (урыҫ) // Энциклопедический словарьСПб.: Брокгауз — Ефрон, 1900. — Т. XXIX. — С. 456—457.
  3. Alberge, Dalya (5 May 2013). «Babylon's hanging garden: ancient scripts give clue to missing wonder». Проверено 6 May 2013.
  4. Гусейнов, 1988
  5. Юстин. Эпитома Помпея Трога XXXVI 2, 1
  6. Плутарх. Об Эроте 9
  7. Аноним. Находчивые и мужественные в военных делах женщины 1
  8. Элиан. Пёстрые рассказы VII 1
  9. Страбон. География XVI 1, 2 (стр.737); Проперций. Элегии III 11, 21-26; Курций Руф. История Александра Великого V 1, 24; Гигин. Мифы 275
  10. Страбон. География XV 1, 5 (стр.686)
  11. Диодор Сицилийский. Историческая библиотека II 19, 10
  12. Полиэн. Стратегемы VIII 26
  13. Николай Дамасский. История, фр.1 Якоби
  14. «Semiramis fuit mulier, quæ primo adinvenit braccas et usus earum» («Семирамида была той женщиной, которая первой придумала штаны и использовала их»). — Petrus Comestor. Scolastica Historia. Cap. XXXVI, Add. I.
  • Арутюнян С. Б. Шамирам // Мифологический словарь / гл. ред. Е. М. Мелетинский. — М.: Советская энциклопедия, 1990. — С. 602—603. — 672 с. — ISBN 5-85270-032-0.
  • Шамирам / Арутюнян С. Б. // Мифы народов мира : Энцикл. в 2 т. / гл. ред. С. А. Токарев. — 2-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1988. — Т. 2 : К—Я. — 719 с.
  • Гусейнов Г. Ч. Семирамида // Мифологический словарь / гл. ред. Е. М. Мелетинский. — М.: Советская энциклопедия, 1990. — С. 484. — 672 с. — ISBN 5-85270-032-0.
  • Семирамида / Гусейнов Г. Ч. // Мифы народов мира : Энцикл. в 2 т. / гл. ред. С. А. Токарев. — 2-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1988. — Т. 2 : К—Я. — 719 с.

Ҡалып:Армянская мифология