Себенле (аэродром)

Себенле (рус. Чебеньки (Дмитриевка)) — Ырымбур өлкәһендәге хәрби аэродром, Себенле ҡасабаһынан 9 саҡрым төньяҡ-көнбайыштараҡ һәм Ырымбур ҡалаһының 38 саҡрым төньяҡ-көнсығыштараҡ урынлашҡан.

Себенле
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ырымбур
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 122 метр
Хеҙмәтләндереүсе Военно-воздушные силы Российской Федерации[d]
Карта

Аэродромда Ҡаҙағстан территорияһында космик караптар аппараттарын ултыртыуҙа эҙләү-ҡотҡарыу эштәрен тәьмин итеүгә йәлеп ителә торған Ми-6 һәм Ми-8 вертолеттары урынлашҡан[1], һәм шулай уҡ бында һаҡлауға ҡуйылған МиГ-23, Су-24 самолеттарын утилләштерелә торған авиация базаһы.

Ырымбур эргәһендә тағы ла бер хәрби аэродром — Ырымбур-2 бар.

Себенле аэродромы Ырымбур өлкәһенең Һаҡмар районы Дмитриевка ауылы эргәһендә 1953 - 1954 йылдарҙа төҙөлгән[2].

1954 йылдан 1992 йылға тиклем Чкалов хәрби авиация училищеһының авиация полкы (1958 йылдан - ВВС штурмандары Ырымбур юғары хәрби авиация училищеһы, 1960 йылдан - Ырымбурҙың юғары хәрби авиация училищеһы) урынлашҡан булған. 1954 - 1979 йылдарҙа Ил-28 самолётында, ә 1980-дән - Л-29 самолетында курсанттарҙы уҡытыу үткәрелгән. 1992 йылда полк таратылған.

1972-2007 йылдарҙа космик объекттарҙы эҙләү-ҡотҡарыуҙы тәьмин итеү, йыһан объекттарын эҙләү һәм эвакуациялау, һауа суднолары осоштары буйынса эҙләү-ҡотҡарыу бурыстарын хәл итеү өсөн тәғәйенләнгән айырым вертолет эскадрильяһы (Ми-6 һәм Ми-8) эш итә.

1993 йылдан 2007 йылға тиклем самолёттар резервының 4215-се базаһы (консервацияла бында Су-17 һәм МиГ-23 самолеттары булған; Һалҡын һуғыш осоронда улар СССР һәм Көнсығыш Европа илдәренең башҡа аэродромдарында хәрби дежурлыҡ иткән). 2007 йылдың 12 апрелендә Чкаловский аэродромына Себенле аэродромынан Су-17УМ3 самолетында һуңғы осош яһала. Осоштан һуң самолетты һүтеп алалар һәм Мәскәү өлкөһендәге Монино ҡасабаһына Һауа Ҡораллы Көстәренең Үҙәк музейына алып киләләр, шунда ул экспозицияла урын алған[3]

2007 йылдың 1 декабрендә самолеттарҙың резерв базаһы булыуҙан туҡтан, авиация базаһы итеп үҙгәртеп ҡоролған [4]

Этимологияһы

үҙгәртергә

Аэродромдың атамаһы Себенле ойконимынан алынған, сөнки Дмитриевка ауылы Үрге Себенле ауыл Советы биләмәһенә инә. Атама төрки сығышлы, себен һүҙенән алынған, был төбәктә себендең бик күп булыуы менән бәйле, тип яҙа Ырымбурҙың төбәкте өйрәнеүсеһе, топонимсы Б.Я Моисеев үҙенең «Местные названия Оренбургской области. Историко-топонимические очерки» тигән китабында[5].

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Список военных аэродромов России

  • Моисеев Б. А. Местные названия Оренбургской области. Историко-топонимические очерки / Оренбург. гос. пед.. — Мин-во образования и науки РФ, ФГБОУ ВПО. — Оренбург: ОГПУ, 2013. — 380 с. с. — ISBN ISBN 978-5-85859-528-1.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. План поисково-спасательного обеспечения посадки спускаемого аппарата транспортного пилотируемого корабля «Союз ТМА-10» 21 октября 2007 года. Дата обращения: 25 ноябрь 2007. 2007 йыл 18 декабрь архивланған.
  2. Аэродром Чебеньки
  3. Экспозиция музея ВВС РФ в Монино пополнится новым экспонатом - Су-17
  4. Гарнизон Чебеньки
  5. Моисеев Б. А. Местные названия Оренбургской области. Историко-топонимические очерки / Оренбург. гос. пед.. — Мин-во образования и науки РФ, ФГБОУ ВПО. — Оренбург: ОГПУ, 2013. — 380 с. с. — ISBN ISBN 978-5-85859-528-1.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Список военных аэродромов России