Саҙрисламов Мырҙахан Саҙрислам улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой.

Саҙрисламов Мырҙахан Саҙрислам улы (рус. Садрисламов Мирзахан Садрисламович 1912 йыл (ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса 1904 йыл[сығанаҡ 998  көн күрһәтелмәгән]) —?), 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой.

Саҙрисламов Мырҙахан Саҙрислам улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1912
Тыуған урыны Иҫке Көйөк, Истәк ауыл советы, Яңауыл районы
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание ҡыҙылармеец[d] һәм рядовой
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)

Биографияһы үҙгәртергә

Саҙрисламов Мырҙахан Саҙрислам улы 1912 йылда хәҙерге Башҡортостандың Яңауыл районы Иҫке Көйөк ауылында тыуа. 1941 йылда Яңауыл район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 58-се гвардия кавалерия полкының 2-се эскадронында ҡылыссы булып хеҙмәт итә[1].

2-се эскадрон ҡылыссыһы гвардия ҡыҙылармеецы Саҙрисламов Мырҙахан Саҙрислам улы Новоселки ауылы өсөн барған һуғышта алға ҡыйыу барып ике гитлерсы менән һуғыша, уларҙы сигенергә мәжбүр итә, был һуғышта Саҙрисламов ҡаты яралана. 1944 йылдың 12 авгусында ул «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[2].

Саҙрисламов Мырҙахан Саҙрислам улы 1945 йылда демобилизациялана[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә