Сафонов Александр Кононович
Александр Кононович Сафонов (1875, Ярославль — 27. 09. 1919, Мәскәү) — Липецкта совет власын формалаштырыуҙа актив ҡатнашыусы. 12-се Армияның Революцион Хәрби Советы ағзаһы. Партия ҡушаматы — Ефрем.
Сафонов Александр Кононович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Тыуған көнө | 1875 |
Тыуған урыны | Галичский уезд[d], Костромская губерния[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 27 сентябрь 1919[1] |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Совет Рәсәйе[1] |
Ерләнгән урыны | Кремль диуарындағы некрополь[d] |
Һөнәр төрө | сәйәсмән |
Биографияһы
үҙгәртергә1875 йылда Кострома губернаһының Галич өйәҙе Фролово ауылында тыуған. 13 йәшлек малай сағында уны Мәскәүгә килтерәләр һәм буяусыға өйрәнсек итеп бирәләр. Ул экипаж фабрикаһында, Мәскәүҙә һәм Рига вагондар оҫтаханаһында эшләй. Белемен камиллаштырыу менән шөғөлләнеп, ул өй уҡытыусыһы исеме өсөн имтихан тапшыра.
1904 йылдан большевиктар партияһы ағзаһы. Ул Ярославлдәге 1905 йылғы революцион ваҡиғаларҙа актив ҡатнаша, уны ҡулға алалар, һуңынан Архангель өлкәһенә ике йыл һөргөнгә ебәрәләр. Ул Петербургҡа каса (төрлө фамилиялар аҫтында дүрт тапҡыр ҡулға алынғандан һуң) һәм Мәскәүгә күсенә. Унда ул большевиктарҙың район комитетын ойошторусыларҙың береһе була.
1908 йылда Мәскәү район партия ойошмаһы уңышһыҙлығынан һуң, ул 1910 йылда «Сафонов и 33-и» суд барышында дүрт йыл ауыр хеҙмәткә хөкөм ителә. Февраль революцияһынан һуң ул Мәскәүгә ҡайта.
РСДРП(б)-ның VI съезы делегаты. Мәскәү өлкә партия комитетының инструктор-агитаторы булараҡ, ул Рязань һәм Тамбов губерналарында партия һәм совет эштәрен ойоштора.
Бөйөк Октябрь революцияһы көндәрендә — Мәскәүҙең Рогожкин районының Хәрби революция комитеты секретаре.
1917 йылдың ноябрендә Большевик партияһының Мәскәү бюроһы Сафоновты Липецка ебәрә, һәм ул барлыҡ хакимлыҡты эшселәр, һолдаттар һәм крәҫтиән депутаттары Советына күсереү яғында торған көстәрҙе берләштереүҙә мөһим роль уйнай. 1919 йылдың апрелендә — Көнсығыш фронттың 2-се армияһының Революцион хәрби советы ағзаһы.
Колчакты тулыһынса еңгәндән һуң — Көньяҡ фронттың 12-се армияһының Революцион хәрби советы ағзаһы. Деникин һөжүме ваҡытында ул Тамбов нығытылған районының оборона Советы ағзаһы итеп билдәләнә.
1919 йылдың 25 сентябрендә кис менән Мәскәү аша шул яҡҡа барғанда, Леоновский тыҡрығында Мәскәү РКП(б) Комитеты йортонда шартлауҙан 5 минут алда, ҡала партия комитетына (таныштарын күрергә) инә. Ул үлемесле яралана. Уны Кремль стенаһында шартлау ҡорбандары күмелгән туғандар ҡәберлегенә күмәләр.
Хәтер
үҙгәртергә- Бөйөк Октябрь революцияһының 50 йыллығы уңайынан, Липецктағы Революция майҙанында һәйкәл-обелиск асыла, уның янында кәкре стелала Липецкта Совет хакимиәтен ойоштороуҙа актив ҡатнашҡан кешеләрҙең йөҙҙәренең рельефлы образы бар. Стела осонда уларҙың, шул иҫәптән Сафоновтың исеме яҙылған.
- 1967 йылдың 27 октябрендә Липецктың Яңы урамы Сафонов исеме менән аталған.
Сығанаҡ
үҙгәртергә- Лебединский Г. Н., Марков Н. В. Липецк. Путеводитель. — Воронеж: Центр.-Чернозем. кт. ид-во, 1984.
- Абрамов, Алексей. У-У-У Кремлевский стены. — М., Политиздат, 1988.стр.118-119, ISBN 5-250-00071-1.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Сафонов Александр Кононович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.