Сафин Алмаз Миңнеғәли улы

Сафин Алмаз Миңнеғәли улы (4 октябрь1985 йыл) — 14 ғинуар 2023 йыл) — 2014 йылдан Рәсәйҙең контрактсы хәрби хеҙмәткәре, старшина, десант-штурм полкының разведчик-операторы. Рәсәй Федерацияһы Геройы (үлгәндән һуң, 2023).

Сафин Алмаз Миңнеғәли улы
рус. Алмаз Минигалеевич Сафин
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
 Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 4 октябрь 1985({{padleft:1985|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})
Тыуған урыны Раевка, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 14 ғинуар 2023({{padleft:2023|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (37 йәш)
Вафат булған урыны Кременная[d], Северодонецкий район[d], Луганск өлкәһе, Украина
Һөнәр төрө десантник, разведчик
Хәрби звание старшина[d]
Һуғыш/алыш военная операция России в Сирии[d] һәм Российско-украинская война[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһы Геройы медаль «За боевые отличия» медаль «Участнику военной операции в Сирии» генерал Шайморатов ордены Медаль «5 лет на военной службе»
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Алмаз Сафин 1985 йылда Башҡорт АССР-ының Әлшәй районы Раевка ҡасабаһында тыуған, урындағы 2-се мәктәптә белем ала. 9 класты тамамлағандан һуң Бердскиҙа электромеханика техникумында уҡый, 2014 йылдан Новосибирск юғары хәрби команда училищеһын тамамлағас, контракт буйынса хеҙмәт итә. Десант ғәскәрҙәренә хәрбиҙәр әҙерләү менән шөғөлләнә[1]..

2018 йылда Сүриәләге һуғышта ҡатнаша[2]..

2022 йылдың 30 сентябренән 76-сы гвардия десант-штурм дивизияһының 237-се десант-һөжүм полкы составында махсус хәрби операцияла ҡатнаша.

2023 йылдың 14 ғинуарында алыш барышында старшина шәхси ҡоралдан дошмандың биш яугирын юҡ итә, ҡаршы яҡтың ҡапыл һөжүм итергә маташыуын киҫәтә. Старшина Сафин ярсыҡ тейеп, ауыр яра ала, әммә һалдаттарға идара итеүен һәм дошманға төбәп ут алып барыуын дауам итә. Ярҙамға полктың өсөнсө десант-штурм батальоны составынан өҫтәмә көстәр килгәс, дошман сигенергә мәжбүр була. Дөйөм алғанда, алышта украин көстәре 50 хәрби, бер танк һәм ике бронемашина юғалта.[3][4][5][6].

Наградалары

үҙгәртергә

Ҡаһарманлығы өсөн Алмаз Сафин Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2023 йылдың 17 ғинуарындағы Указы менән "хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өсөн» үлгәндән һуң Рәсәй Федерацияһы Геройы тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була[7]..

Өйләнгән. Десантсының ике ҡыҙы һәм улы ҡала[8] .

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Герой и его подвиг: как погиб старшина Алмаз Сафин. Газета.Ru. Дата обращения: 18 ғинуар 2023.
  2. Герой России Алмаз Сафин не позволил ВСУ прорваться к Кременной. ИА REGNUM. Дата обращения: 18 ғинуар 2023.
  3. Елена Белова. Что известно об Алмазе Сафине, ставшем Героем России посмертно. Известия (17 ғинуар 2023). Дата обращения: 18 ғинуар 2023.
  4. Путин присвоил посмертно звание Героя России старшине Алмазу Сафину. Коммерсантъ (17 ғинуар 2023). Дата обращения: 18 ғинуар 2023.
  5. Боец СВО из Башкирии Алмаз Сафин удостоен звания Героя России. www.bashinform.ru. Дата обращения: 18 ғинуар 2023.
  6. Путин присвоил звание Героя России погибшему в ходе спецоперации старшине. РБК. Дата обращения: 18 ғинуар 2023.
  7. Старшине Алмазу Сафину присвоено звание Героя России (посмертно). Президент России. Дата обращения: 18 ғинуар 2023.
  8. Герой һәм уның батырлығы: старшина Алмаз Сафин хаҡында(недоступная ссылка)

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә