Саргон Боронғо

беҙҙең эраға тиклем яҡынса 2316—2261 йылдарҙа Аккад һәм Шумер батшаһы

Саргон Боронғо (Шаррумкен) — беҙҙең эраға тиклем яҡынса  2316—2261 йылдарҙа Аккад һәм Шумер батшаһы, Аккад династияһына башланғыс һалыусы.

Саргон Боронғо
Рәсем
Зат ир-ат
Тыуған көнө Б. э. т. XXIV быуат[1]
Тыуған урыны Азупирану[d], Ираҡ
Вафат булған көнө Б. э. т. XXIII быуат[1]
Вафат булған урыны Аккад
Атаһы Ла'ибум[d]
Әсәһе Энитум[d]
Хәләл ефете Ташлултум[d]
Балалары Римуш[d][2], Маништушу[d][2], Энхедуанна[d][3], Шу-Энлиль[d] һәм Ллаба'ис-такал[d]
Һөнәр төрө суверен, Обер-шенк
Телгә алынған хеҙмәттәр Шумер һәм Аккад батшалары исемлеге
 Саргон Боронғо Викимилектә

Хәҙерге тарих фәнендә ул ғәҙәттә  Саргон  Боронғо йәки Саргон Аккадлы тип йөрөтөлә. Аккадтың беренсе батшаһы булған Саргондың идара итеүе  шумер аккадлыларына   көслө тәьҫир яһай һәм уның шәхесе оҙаҡ ваҡыт  легендар тип һанала. Шуға ҡарамаҫтан уның ысынлап булғанлығында шик юҡ:  Саргондың үҙенең яҙмалары һаҡланған.

Биографияһы

үҙгәртергә

Саргондың сығышы

үҙгәртергә

Фәндә «Саргон тураһында легенда» тигән исем менән билдәле һуңғы осор аккад поэмаһында әйтелеүенсә, уның ватаны Азупирану (инг.)баш. (инг.)баш. («Шафран ҡаласыҡ» йәки «Крокустар ҡаласығы») булған, ул Евфрат буйында урынлашҡан булған. Аныҡ ҡына урыны билдәле түгел, әммә йылғаның урта ағымында, йәғни хәҙерге Сүриә территорияһына ултырған тип фараз ителә. Һәр хәлдә Саргон, исеменә ҡарағанда, көнсығыш семит булған.

 
Ашшурбанапал батшаның китапханаһынан Саргондың тыуыуы тураһындағы легенда яҙылған шына яҙыулы таҡтаташ. Британия музейы. Лондон

Легендаға ярашлы, Саргон халыҡтың түбәнге ҡатламдарынан сыҡҡан, һыу ташыусының уллыҡҡа алған балаһы булған,  Киш  батшаһы Ур-Забабаның баҡсасыһы һәм туҫтаҡ йөрөтөүсеһе булып хеҙмәт иткән. Яңы Ассирия һәм Яңы Бабил осорондағы легендаға ярашлы,  Саргондың әсәһе жрица булған, йәшерен рәүештә бала тапҡан һәм уны, ҡамыш кәрзингә һалып,  Евфрат буйлап ағыҙып ебәргән. Кәрзинде һыу ташыусы тотоп алған, ул  Саргонды тәрбиләләп үҫтергән, Саргон баҡсасы булған, һуңынан  батша булып киткән (Иштар алиһәнең булышлығы менән).

Үҙ  батшалығын төҙөүе

үҙгәртергә

Киш  Лугальзагеси тарафынан еңелгәс, Саргон үҙ батшалығына нигеҙ һала.  Баш ҡалаһын Саргон  Аккадҡа ҡуя. Был ҡаланың ҡайҙа ултырғанлығы билдәһеҙ, уның ҡалдыҡтары әле булһа табылмаған. Шул замандың яҙма сығанаҡтарына ҡарап фекер йөрөткәндә, ул Киштан алыҫ булмаған; әҙәбиәт традицияларына ҡарағанда, ул Бабилға  яҡын булған. Күрәһең, ул Сиппар номы территорияһында булғандыр. Ошо ҡала исеменән  Ки-Ури өлкәһе лә шул замандан алып   Аккад тип йөрөтөлә, ә көнсығыш семит теле аккад теле тип атала.  

Лугальзагесиҙы еңеү һәм илдең көньяғын буйһондороу

үҙгәртергә
 
Боронғо Ике йылға араһы

Тәүҙә  Саргон Үрге  Месопотамияла хакимлығын урынлаштыра.   

Идара итеүенең бишенсе йылында  (б.э.т. яҡ.  2312/2311 йыл) Саргон көньяҡҡа йүнәлә,  Лугальзагесиға ҡаршы һуғыша, уны тиҙ генә еңә.  

Идара итеүенең алтынсы йылында Саргонға ҡаршы көньяҡ  энсиҙар берләшмәһе сыға.  Ур ғәскәрен ҡыйратҡас, Саргон  Умманы, Лагашты буйһондора,  Фарсы ҡултығына тиклем барып етә.  

Төньяҡ-көнбайышҡа, Кесе Азияға яу сәфәрҙәре  

үҙгәртергә

Саргон «Түбәнге диңгеҙ»ҙән (Фарсы ҡултығы)  «Үрге (Урта) диңгеҙ»гә тиклемге территорияларҙы яулап ала һәм берләштерә. Был аралыҡ яҡынса 1500 км тәшкил итә. Бер исемһеҙ ҡулъяҙмасы Саргондың осһоҙ-ҡырыйһыҙ державаһына ингән алтмыш биш дәүләтте һәм ҡаланы теркәп яҙып ҡуя. Ысын мәғәнәһендә  мифологик «карта» хасил була, уға алыҫтарҙағы мөғжизәле илдәр индерелә, уларҙың ерҙәре буйлап тик Саргон батшаға ғына йөрөү насип була. Шулай итеп, ул риүәйәттәр донъяһы геройына ла әүерелә.   

 Саргон ғәскәре

үҙгәртергә

Саргондың бындай уңыштары, моғайын, уның ниндәйҙер кимәлдә ирекле  ополчениеға таяныуы менән аңлатылалыр.  Йомоҡ рәттәрҙә тороп һуғышҡан ауыр ҡораллы ҙур булмаған  отрядтар араһындағы бәрелештәрҙән торған традицион тактикаға Саргон сынйырлы йә һибелмә хәрәкәт иткән еңел ҡораллы күп һанлы етеҙ яугирҙәр менән һуғышыу тактикаһын ҡаршы ҡуя. Шумер лугалдәре, Шумерҙа  йәйә яһау өсөн һығылмалы, ҡаты ағастар булмағанлыҡтан, атыу ҡоралынан бөтөнләй баш тарта.  Саргон, киреһенсә, уҡсыларға ҙур әһәмиәт бирә, улар ҡалҡан йөрөтөүселәрҙең һәм һөңгөсөләрҙең ауыр отрядтарын алыҫтан тороп уҡ ямғыры менән ҡойондора һәм ҡул һуғышына етмәҫ элек үк сафтарын боҙа. Күрәһең,  Саргон  йә Кесе Азиялағы йәки Ирандағы  тау буйҙарында үҫкән тис (йәки сәтләүек) урмандарына юл тапҡан, йә уның осоронда ҡатмарлы, йәғни мөгөҙҙән, ағастан һәм һеңерҙән йәбештереп эшләнгән, йәйәләр уйлап сығарылған. Халыҡ ополчениеһынан тыш,  Саргондың батша аҫрауында торған  5400 яугирле ғәскәре булған. 

Элам һәм Төньяҡ  Месопотамия походтары

үҙгәртергә

Батшалығын төньяҡтан, көнбайыштан һәм көньяҡтан киңәйтеп нығытҡандан һуң,  Саргон  Эламға йүнәлә. Бында бер нисә ваҡ ном — дәүләт була. Улар араһында башында  Луххишшан  батша торған Элам үҙе (йәки Адамдун) һәм Санамсимурру (?) менән Варахсе иғтибарға лайыҡ һанала. Поход уңышлы үтә,  Саргон Уруа, Аван һәм Суза ҡалаларын ҡулға төшөрә. 

Фараз ителеүенсә,  Эламдың төньяғын алғандан һуң, Саргон  Кутиум (гутийҙар) һәм Луллубум (луллубейҙар) илдәрен яулай,  Симуррум  иле менән дә һуғыша, Субартуҙы ала. Оҙайлы батшалыҡ итеүе барышында ул Төньяҡ  Месопотамияны тотош буйһондорғандыр, тип фараз ителә. 

Дәүләт ҡоролошо

үҙгәртергә

Саргон ваҡытында ғибәҙәтхана хужалыҡтары  батшаныҡылар менән ҡушыла.  Саргондың дәүләте тәүләп үҙәкләштерелгән  деспотия булдырыу ынтылышы тип ҡарала.   Саргон  Киш ҡалаһын яңыртып төҙөй.   «Аккаде батшаһы»  һәм   «Ил батшаһы» титулдарына өҫтәп, ул  «күптәрҙең батшаһы» йәки «йыһан хакимы» (шар кишшатим) тигән титул да ала. 

Саргон заманында сауҙа сәскә ата. Ул берҙәм майҙан, ауырлыҡ һ.б. үлсәмдәре индерә, ҡоро һәм һыу юлдарын хәстәрләй.  Сит дәүләттәр менән бәйләнештәр халыҡ-ара сауҙаны ла үҫтерә.  Аккаде  Сүриә һәм  Кесе Азия менән генә түгел,  Дильмун, йәки Тельмун (Бахрейн), Маган (Фарсы ҡултығының ғәрәп яр буйы һәм Оман) һәм Мелаха (Фарсы ҡултығының төньяҡ яр буйы һәм  Инд Үҙәне) менән дә сауҙа итә. 

Саргон 55 йыл идара итә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә