Саранда ((алб. Saranda йәки Sarandë, грек. Άγιοι Σαράντα) — Албанияның Влёра префектураһындағы курорт-ҡала. Саранда халҡы 2002 йылға 15 259 кеше була[3].

Саранда
Герб
Рәсем
Дәүләт  Албания
Административ үҙәге Sarandë municipality[d]
Административ-территориаль берәмек Саранда[d], Влёра[d] һәм Sarandë municipality[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d]
Халыҡ һаны 41 000 кеше (2017)[1]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 0 метр
Туғандаш ҡала Сува-Река[d], Варна, Игуменица[d], Керкира[d], Вэлений-де-Мунте[d], Гирокастра[d], Каламария[d] һәм Ларнака[d][2]
Милке Stadiumi Butrinti[d]
Майҙан 58,96 км²
Почта индексы 9701–9703
Рәсми сайт saranda.al
Урындағы телефон коды 85
Карта
 Саранда Викимилектә

Саранда Ион диңгеҙе яры буйында, грек утрауы Корфу ҡаршыһында урынлашҡан. Саранда портын йыш ҡына «Албанияның көньяҡ ҡапҡалары» тип атайҙар.

Баш ҡаланың хәҙерге исеме ҡырҡ Севастия ыҙа сигеүсеһе хөрмәтенә булған византия монастыры Айя-Саранд (Άγιοι Σαράντα) исеменән килә, борон ҡаланы Онхесм тип хаона ҡәбиләләре атаған[4] (бер сығанаҡтар буйынса, боронғо грек[5][6], ә башҡа сығанаҡтар буйынса иллирия). 1912 йылдың 28 ноябрендә Влерала Албанияның бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителә, әммә был ваҡытҡа тиклем 1920 йылдарҙа, ил биләмәләре әленән әле итальян, грек, серб ғәскәрҙәре тарафынан оккупациялана.

1939 йылда итальян ғәскәрҙәре ҡаланы баҫып ала, оккупанттар уны Бенито Муссолиниҙың оло ҡыҙы Эдда хөрмәтенә Порто-Эдда тип үҙгәртә (итал. Porto Edda). Әммә борондан был төбәкте Бөйөк Грецияның өлөшө тип һанаған гректар Төньяҡ Эпирҙан 1940 йылда бик тиҙ генә унан итальяндарҙы ҡыуып сығара, әммә оҙаҡҡа түгел, сөнки Германия, Италия, Болгария илдәре 1941 йылда Грецияны оккупациялай башлай. Итальяндар 1943 йылда капитуляция яһайҙар һәм Албанияны ҡалдыралар, 1944 йылда немец оккупанттары илдән ҡыуып сығарыла һәм Икенсе донъя һуғышы тамамланғандан һуң — Саранда Албанияның Влёра префектураһы окурыгының үҙәге була.

1997 йылда ҡала сыуалыштар урынының береһе булараҡ киң танылыу ала башлай.

Иҫтәлекле урындары

үҙгәртергә

Саранданың иң үҙәгендә православие сиркәүе һәм урта быуат синагогаһы урынлашҡан. Алыҫ булмаған урында археологик музей-ҡурсаулыҡ — боронғо Бутринти ҡалаһы емереклектәре — ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы объекттары, ә боронғо Финичи ҡалаһының башҡа ҡалдыҡтары, ҡайһы бер тикшереүселәр әйтеүенсә, афинаныҡына оҡшаған, әммә үҙенең күләме менән байтаҡҡа ҙур Акрополдә урынлашҡан.

  • Этнографик музей;
  • Боронғо ғибәҙәтхана;
  • Фойнике емереклектәре;
  • Йәһүд синагогалары;
  • «Али Паша Тепелена» ҡәлғәһе;
  • Шен Кол урынында боронғо сиркәү (Изге Кол).
  • «Зәңгәр күҙ» сығанағы, Саранданан 18 км алыҫлыҡта ята.

Шулай уҡ Саранда округында Албанияның таш быуат һәйкәлдәренең иң күбе, шул иҫәптән Конспольский мәмерйәһе урынлашҡан.

Иҡтисады

үҙгәртергә

Ҡала иҡтисадының мөһим аспекты булып туризм ҡала, быға урындағы климат та булышлыҡ итә — бында йылда уртаса 300 ҡояшлы көн тора. Быға тағы ҡомло пляждар һәм алыҫ булмаған бөтә донъяға билдәле иҫтәлекле урындар, Корфу утрауы менән паромлы кисеүҙәр булышлыҡ итә. Алыҫ булмаған ерҙә Саранданан көньяҡтараҡ һәм көнсығыштараҡ, Какавияла һәм Чафе Боте ҡалаһында Греция менән сиктәш автомобиль үткәүелдәре бар.

Билдәле кешеләре

үҙгәртергә

Туғанлашҡан ҡалалар

үҙгәртергә
  •   Каламария
  •   Керкира

Фотоһүрәттәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. https://web.archive.org/web/20160304031315/http://www.instat.gov.al/media/195841/12__vlore.pdf
  2. Twinnings of Larnaka (ингл.)
  3. Население 2009 йыл 16 август архивланған.  (PDF)(PDF)
  4. Страбон. География. VII.VII.5
  5. Hammond NGL. Philip of Macedon. — London, UK: Duckworth, 1994. «Epirus was a land of milk and animal products…The social unit was a small tribe, consisting of several nomadic or semi-nomadic groups, and these tribes, of which more than seventy names are known, coalesced into large tribal coalitions, three in number: Thesprotians, Molossians and Chaonians…We know from the discovery of inscriptions that these tribes were speaking the Greek language (in a West-Greek dialect).» (инг.)
  6. Crew, P. Mack. The Cambridge Ancient History — The Expansion of the Greek World, Eighth to Sixth Centuries B.C. Part 3: Volume 3, p. 284. «Inscriptional evidence of the Chaones is lacking until the Hellenistic period; but Ps-Scylax, describing the situation of c. 380—360 put the southern limit of the Illyrians just north of the Chaones, which indicates that the Chaones did not speak Illyrian, and the acceptance of the Chaones into the Epirote alliance in the 330s suggest strongly that they were Greek-speaking.»  (инг.)