Сан-Фелипе Нери майҙаны

Сан-Фелипе Нери майҙаны (кат. Plaça de Sant Felip Neri) — Иҫке Барселона районының Готика кварталындағы бәләкәй майҙан. Уның исеме янындағы Сан-Фелипе Нери сиркәүе исеменән алынған. Сиркәүҙән уң яҡта Сан-Фелипе Нери мәктәбе урынлашҡан. Мәктәп майҙанды уйын майҙансығы сифатында файҙалана[2]. Сиркәүҙең һул яғында ораторианецтар йорто тора. Майҙан үҙәгендә тормош символын кәүҙәләндергән һигеҙ мөйөшлө фонтан. Бинаның архитектураһы урта быуаттарҙағы барокко стилендә[3] төҙөлгән.

Сан-Фелипе Нери майҙаны
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Church of Saint Philip Neri[d]
Дәүләт  Испания
Административ-территориаль берәмек Готический квартал[d]
Адрес Plaça de Sant Felip Neri[1]
Карта
 Сан-Фелипе Нери майҙаны Викимилектә

 
Бомбанан зыян күргән сиркәү стенаһы.

Ҡасандыр майҙанда 1752 йылда төҙөлгән Нери һарайы урынлашҡан. XX быуат уртаһында готик биналар бер ташын да ҡалдырмайынса майҙанға күсерелә. Neri ҡунаҡханаһы төҙөлгәс, ул, майҙандағы готик ҡоролмаларға оҡшатып, тыштан готик таш плитәләр менән көпләнә[4]. 1938 йылда Испанияла барған Граждандар һуғышында Франсиско Франко Барселонаны ҡамай. 1938 йылдың 30 ғинуарында франкистарҙың бомбаһы сиркәүгә төшә, һөҙөмтәлә 30 кеше һәләк була, уларҙың күбеһе Сан-Фелипе Нери мәктәбендә уҡыусы балалар, ә уларҙың ҡайһы берҙәре Мадридтан Барселонаға ҡасып килгән, сиркәү улар өсөн ваҡытлыса приют булған. Емереклектәр аҫтында тере ҡалған кешеләрҙе табып сығарған саҡта, икенсе бомба төшә һәм тағы 12 кеше үлә, шулай итеп бында һәләк булғандарҙың һаны 42-гә барып баҫа[5]. Шул ваҡиғаны раҫлаусы булып бомбанан зыян күргән сиркәү стенаһы тора[6]. Һуңынан франкистар власы сиркәү стенаһында сиркәү дин әһелдәрен язалап үлтергән анархистарҙың пуляларынан эҙҙәр ҡалған тигән миф тарата[7][5].

2015 йылға тиклем майҙанда торған аяҡ кейеме музейы ошо йылда ябыла[8].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. https://www.poblesdecatalunya.cat/element.php?e=1997
  2. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ].
  3. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ].
  4. Placa de Sant Felip Neri. Irbarcelona. Дата обращения: 26 декабрь 2018.
  5. 5,0 5,1 The Dark History of Plaça de Sant Felip Neri. Barcelona Lowdown. Дата обращения: 26 декабрь 2018.
  6. Plaza Sant Felip Neri. Next Point to go. Дата обращения: 26 декабрь 2018.
  7. Plaza Sant Felip Neri. Iberianature. Дата обращения: 26 декабрь 2018.
  8. Museu del Calcat. irbarcelona. Дата обращения: 26 декабрь 2018.