Санкт-Петербург Елизавета институты
Елизавета институты (Елизавета училищеһы) — рус. Санкт-Петербургский Елизаветинский институт - XIX — XX быуатта - Рәсәй империяһының баш ҡалаһы Санкт-Петербургта ҡатын-ҡыҙҙар уҡыу йорто [2].
Санкт-Петербург Елизавета институты | |
Нигеҙләү датаһы | 1806 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Василеостровский районы[d] |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Q126091738? |
Мираҫ статусы | выявленный объект культурного наследия России[d][1] |
Указания, как добраться | 13-я линия Васильевского острова, 14, Большой проспект Васильевского острова, 36 |
Санкт-Петербург Елизавета институты Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергә1806 йылда полковник Гавриловтың ҡатыны штаб - һәм обер-офицер ғаиләләренән етем ҡалған илле ҡыҙ өсөн "Эшһөйәрҙәр йорто" (рус. «Дом трудолюбия») булдырған. Тәрбиәләнеүселәрҙең төп шөғөлө ҡул эшенә өйрәнеүҙән тора.
1816 йылдан алып батшабикә Елизавета Алексеевнаның теләге буйынса Ҡатын-ҡыҙҙар патриотик йәмғиәте ҡанаты аҫтында эшләй башлай. Шул йылы "Эшһөйәрҙәр йорто"на ике ҡатлы таш йорт бирелә һәм 1827-1828 йылдарҙа архитектор Александр Егорович Штауберт етәкселегендә ҙур үҙгәртеп ҡороуҙар үткәрелә.
1829 йылдың 1 ғинуарынан «Эшһөйәрҙәр йорто» үҙаллылыҡ ала; 16 ғинуарҙа уставы ҡабул ителә, уның буйынса уҡыу йортонда 160 ҡыҙ бала уҡый: ҡаҙна иҫәбенә — 80, үҙ иҫәбенә 80 (йылына 142 һумлыҡ көмөш хаҡы менән). Егерме йәше тулғандарға аттестаттар һәм уларҙың эштәрен һатыуҙан йыйылған сумма бирелгән, ярлылар был маҡсатҡа тәғәйенләнгән капиталдарҙың процентынан өҫтәмә бер тапҡыр бирелә торған пособие алған.
1847 йылда Николай Беренсенең юғары указы менән Санкт-Петербург, Мәскәү һәм Сембер Эшһөйәрҙәр йорттары уларҙы ҡурсыусы Елизавета Алексеевна хөрмәтенә Елизавета училищеларына үҙгәртелә.
1854 йылдан училище императрица Мария учреждениелары ведомствоһына ҡарай; 1855 йылдың 30 авгусында уның яңы уставы раҫлана, уның буйынса уҡытыу 6 йыл дауам итә; ҡабул ителергә тейеш 10-12 йәшлек ҡыҙ балалар рус телендә уҡый һәм яҙа, берәй сит ил телен белергә тейеш була.
1870 йылда Санкт-Петербург Елизаета училищеһында ике йөҙҙән ашыу ҡыҙ белем алған. Уҡыу өсөн йыл һайын түләү 300 һум тәшкил иткән. Ҡағиҙә булараҡ, был сумма төрлө хәйриә ойошмалары, шәхси инвесторҙар, бағыусылар, меценаттар, ҡаҙна тарафынан индерелгән.
1892 йылдың 15 февраленән, Бөйөк кенәзбикә Елизавета Федоровнаның шәхси юллауы буйынса, училище рәсми рәүештә дворяндар институты (2-се категория уҡыу йорто) статусын ала, уның ике махсус педагогик класы була, һәр береһендә 12 кеше уҡый.
Санкт-Петербург институты бик абруйлы һанала, унда уҡырға теләүселәр күп була, шуға түләү алалар, ул 350 һум тәшкил итә (1890 йыл).
Октябрь революцияһынан һуң, 1918 йылда Санкт-Петербург Елизаветы институты ябыла.
Совет осоронда
үҙгәртергәСовет власы урынлашҡан ваҡыттан институттан ҡалған биналарҙа СССР-ҙың төрлө уҡыу йорттары , һуңғараҡ А.Н. Островский исемендәге балалар китапханаһы урынлашҡан, артабан унда ҡаланың проект ойошмаларының береһе ингән, әлеге ваҡытта бинаны "Елизаветинский" бизнес-үҙәген биләй [3].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергәСрезневский В. И. Исторический очерк Санкт-Петербургского Елизаветинского института. 1808-1908. — СПб., 1908
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Институты женские // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Сайт Персональная история русскоязычного мира