Сангар боғаҙы йәғни Цугару боғаҙы (япон. 津軽海峡Цугару-кайкё:?) — Японияның Хонсю һәм Хоккайдо утрауҙары араһындағы боғаҙ. Япон диңгеҙен Тымыҡ океан менән тоташтыра.

Сангар боғаҙы
Координаты: пропущена долгота
ТоташтыраЯпон диңгеҙе, Тымыҡ океан
Ил
БүләХоккайдо утрауы һәм Хонсю утрауы 
Киңлеге18—110 км
Оҙонлоғо96 км
Иң тәрән урыны491 м
Сангар боғаҙының урынлашыуы
Сангар боғаҙының урынлашыуы
 Tsugaru Strait Викимилектә

География

үҙгәртергә

Киңлеге 18—110 км, оҙонлоғо — 96 км. Суднолар йөрөшлө өлөшөндә боғаҙҙың тәрәнлеге 110 метрҙан 491 метрғаса барып етә.

Төп ағымы көнбайыштан көнсығышҡа табан йүнәлгән, уның боғаҙ уртаһындағы тиҙлеге яҡынса 3 узел тәшкил итә. Һыу артымдары 2 метрға барып етә.

Сангар боғаҙының картаһын тәүге тапҡыр рус адмиралы И. Ф. Крузенштерн төҙөй.

Ике яҡ яр буйҙары ла текә һәм урман менән ҡапланған. Хоккайдо утрауы яр буйында Хакодате ҡала-порты урынлашҡан. Көньяҡта диңгеҙ һыуҙары Хонсю утрауының эсенә үтеп инеп Муцу ҡултығын барлыҡҡа килтерә, бында Аомори ҡала-порты урынлашҡан.

Ҡышын боғаҙ туңмай.

Әһәмиәте

үҙгәртергә

Ғәҙҙәттәге 20 диңгеҙ миленән айырмалы рәүештә, Японияның территориаль һыуҙары яр буйынан тик 3 диңгеҙ миленә генә тарала. Был АҠШ-тың хәрби-диңгеҙ көстәре Япония территорияһында йәҙрә ҡоралын тыйыу тураһындағы законды боҙмайынса ғына Сангар боғаҙы аша үтә алыу шартына бәйле[1].

Боғаҙ аҫтынан әлегә донъялағы иң ҙур тимер юл тоннеле — Сэйкан тоннеле үтә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә