Самохвалова Светлана Анатольевна

Самохвалова Светлана Анатольевна (20 декабрь 1972 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең тректа һәм шоссела велосипедта уҙышыусы, 1980 йылдар аҙағында — 2000 йылдар башында төрлө дисциплиналарҙа СССР, БДБ һәм Рәсәй йыйылма командалары өсөн сығыш яһай. Ике тапҡыр донъя чемпионы, Донъя Кубогы этаптарының еңеүсеһе һәм призеры, ике Йәйге Олимпия уйындарында ҡатнашҡан спортсы. Спорт ярыштарында «Динамо» йәмғиәте исеменән сығыш яһай, атҡаҙанған спорт мастеры.

Самохвалова Светлана Анатольевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
Спортта ил өсөн сығыш яһай  Рәсәй
Ҡыҫҡаса атамаһы Светлана Самохвалова
Тыуған көнө 20 декабрь 1972({{padleft:1972|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (51 йәш)
Тыуған урыны Мәскәү, СССР
Һөнәр төрө велогонщик
Уҡыу йорто Рәсәй дәүләт физик культура, спорт, йәштәр һәм туризм университеты[d]
Спорт командаһы ағзаһы SC Michela Fanini[d] һәм Selle Italia Ghezzi[d]
Спорт төрө трековый велоспорт[d]
Ҡатнашыусы Летние Олимпийские игры 1992[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Светлана Анатольевна Самохвалова 1972 йылдың 20 декабрендә Мәскәүҙә тыуа. Велоспорт менән бала сағынан уҡ әүҙем шөғөлләнә башлай, «Москвич» эксперименталь юғары спорт оҫталығы мәктәбендә әҙерлек үтә. Бөтә Рәсәй «Динамо» физкультура-спорт йәмғиәте ағзаһы.

1989 йылда, Светлана Самохвалова СССР-ҙың юниорҙар йыйылма командаһы составында Мәскәүҙәге донъя юниорҙар чемпионатында сығыш яһап, тәүге етди уңышҡа өлгәшә: мәрәйҙәр буйынса шәхси эҙәрлекләү ярыштарҙа чемпион була. Бер йыл үткәндән һуң Японияның Маэбаси ҡалаһында үткән халыҡ-ара донъя беренселегендә ололар кимәлендә сығыш яһап, көмөш миҙал яулай. Һуңғараҡ Светлана Самохвалова 1992 йылда Барселонала үтәсәк Йәйге Олимпия уйындарына элекке совет республикалары спортсыларынан торған Берләшкән командаға һайлап алыу үтә тигәс, — тректа индивидуаль эҙәрлекләү ярышында алтынсы һөҙөмтә күрһәтә, ә шосселағы ярышта финишҡа барып етә алмайынса, дистанциянан төшөп ҡала.

Советтар Союзы тарҡалғандан һуң, Самохвалова Рәсәй йыйылма командаһы өсөн сығыш яһауын дауам итә. 1993 йылда шоссе велоспорты буйынса Бөтә Рәсәй беренселегендә көмөш призер була, ә Норвегияның Хамар ҡалаһында үткән донъя чемпионатында трек буйынса ярышта мәрәйҙәр һаны буйынса көмөш миҙал яулай. Киләһе миҙгелдә, шосселағы ярыштар буйынса Светлана Самохвалова «Рәсәй чемпионы» исемен яулап, күп кенә арҙаҡлы халыҡ-ара ярыштарҙа Франция, Чехия, Германия, Нидерландта ҡатнаша. Шул уҡ ваҡытта Палермола үткән донъя беренселегендә тректа индивидуаль һәм мәрәйҙәр буйынса эҙәрлекләү уҙыштарында ике тапҡыр көмөш миҙал яулай. 1995 йылда Светлана Самохвалова Рәсәй шоссе беренселегенең зачеты ярышында бары тик өсөнсө була, әммә Колумбияның Богота ҡалаһында үткән донъя чемпионатында, мәрәйҙәр буйынса барлыҡ дәғүәселәрҙе лә уҙып китеп, донъя чемпионы исемен яулай[1]. 1996 йылда Манчестерҙа үткән донъя чемпионатында Светлана Самохвалова чемпион исеменә лайыҡ була һәм ярыштарҙа бер-бер артлы уңышлы сығыш яһау арҡаһында Атлантала үткән Олимпия уйындарында ил намыҫын яҡлап сығыш яһау хоҡуғына эйә була — тректағы уҙышта мәрәйҙәр буйынса дүртенсе була; шосселағы ярышта финишҡа килеп етә алмай, дистанциянан сыға.

Ике Олимпиадала ҡатнашып, Самохвалова Рәсәй милли йыйылма командаһы составында ҡала һәм эре халыҡ-ара ярыштарға йөрөүен дауам итә. 2000—2002 йылдар осоронда «Микела Фанини», «Капре — Итера», «Итера» профессиональ командалары өсөн сығыш яһай. Италияла Альфредо Бинд призына ярыштарҙа ҡатнаша, Францияла «Тур де Од» ярыштарының бер нисә этабында ярыша[2][3].

Юғары белемгә эйә, Рәсәй дәүләт физик культура академияһын (хәҙер Рәсәй дәүләт физик культура, спорт, йәштәр һәм туризм университеты) тамамлаған. почетлы исемгә лайыҡ Күренекле спорт ҡаҙаныштары өсөн «Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры» тигән почетлы исемгә лайыҡ[4].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Валерия Миронова. Светлана Самохвалова: спортсмены применяют допинг, чтобы поймать кайф от победы. Коммерсантъ (22 август 1998). Дата обращения: 14 октябрь 2014.
  2. Россиянка Светлана Самохвалова выиграла вчера 9-й этап «Большой петли». Спорт-Экспресс (15 август 2001). Дата обращения: 14 октябрь 2014.
  3. Слюсарева и Самохвалова «отрываются» на дорогах Франции. Спорт-Экспресс (21 май 2001). Дата обращения: 14 октябрь 2014.
  4. Школьников Е. А. Динамо. Энциклопедия. — 2. — Olma Media Group, 2003. — С. 69. — 477 с. — ISBN 5224043999.

Һылтанмалар үҙгәртергә