Салганик Виктор Матвеевич

техник фәндәр докторы, профессор

Салганик Виктор Матвеевич (25 ғинуар 1942 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, техник фәндәр докторы, профессор, РФ Сифат проблемалары академияһы академигы[1]. Прокат производствоһының теорияһы, техникаһы һәм технологияһы өлкәһендә алдынғы белгестәрҙең береһе.

Салганик Виктор Матвеевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 25 ғинуар 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (82 йәш)
Тыуған урыны Магнитогорск, Силәбе өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим, университет уҡытыусыһы
Эш урыны Магнитогорск дәүләт техник университеты
Уҡыу йорто Магнитогорск дәүләт техник университеты
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Виктор Матвеевич Салганик 1942 йылдың 25 ғинуарында Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһында тыуа. Ата-әсәһе Одессала йәшәгән һәм уҡыған була. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, атаһы фронтҡа китә, әсәһе Магнитогорскийға эвакуациялана.

Магнитогорскийҙың 8-се мәктәбен отличие менән бөтөп, Магнитогорск тау-металлургия институтына (МГМИ, хәҙер Магнитогорск дәүләт техник университеты) уҡырға инә һәм 1965 йылда уны уңышлы тамамлай. 1971 йылда ошо уҡ юғары уҡыу йортонда аспирантура тамамлап, кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1995 йылда ошонда уҡ докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1996 йылда уға профессор дәрәжәһе бирелә. В. М. Салганиктың уҡытыусылары булған техник фәндәр докторҙары, профессорҙар В. В. Мельцер-Шафран һәм М. И. Бояршинов була.

Эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

1990—2013 йылдарҙа В. М. Салганик Магнитогорск дәүләт техник университетының технология һәм сифаты факультеты деканы булһа, 1992 йылдан — металдарҙы баҫым менән эшкәртеү кафедраһы мөдире лә. Хәҙерге ваҡытта стандартизация, химия һәм биотехнология факультеты деканаты составына инә[2]. 1994 йылда Виктор Матвеевич Нью-Йорк Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы итеп һайлана. Рәсәй инженер академияһының Көньяҡ Урал бүлексәһе эшмәкәрлегендә ҡатнаша[3].

Виктор Матвеевич Салганик — юғары сифатлы һөҙөмтәле прокат етештереүҙең һөҙөмтәле процестарының математик моделен һәм техника үҫеше һәм технологиялар фәнни мәктәбенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Уның ғәмәли фәнни-тикшеренеү эшмәкәрлеге Магнитогорск металлургия комбинатын (ММК) реконструкциялау һәм үҫтереү проблемалары менән бәйле. Эксперт һәм консультант булараҡ ММК-ны үҫтереү мәсьәләләрендә ҡатнаша.

В. М. Салганиктың ғилми етәкселегендә ике тиҫтәнән ашыу кандидатлыҡ һәм алты докторлыҡ диссертацияһы яҡлана. Уның уҡыусылары араһында ММК директорҙар советы рәйесе Виктор Рашников та бар[1]. 500-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 10 монография, шулай уҡ 50-нән ашыу уйлап табыу авторы[4][5].

Ҡаҙаныштары

үҙгәртергә
  • «Рәсәй федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре» (1997)
  • «Рәсәй федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре» (2008)
  • «Почетлы металлург» (2010)
  • II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалы ватан (2002)
  • «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (2002).[1]
  • Силәбе өлкәһе губернаторы премияһы лауреаты (2005).
  • Магнитогорск ҡалаһының почетлы гражданы (2002).
  • В. М. Салганиктың биографияһы «Бөтә Рәсәй — XXI быуат» энциклопедик һүҙлегенә индерелгән[6].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә