Мельцер-Шафран Виктор Владимирович
Мельцер-Шафран Виктор Владимирович (30 июль 1914 йыл — 1998 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, техник фәндәр докторы, профессор.
Мельцер-Шафран Виктор Владимирович | ||
Файл:Мельцер-Шафран Виктор Владимирович.jpg | ||
Тыуған көнө | ||
---|---|---|
Тыуған урыны | ||
Вафат көнө | ||
Вафат урыны | ||
Ил | ||
Ғилми даирәһе | ||
Эшләгән урыны | ||
Альма-матер | ||
Награда һәм премиялары |
| |
Прокат етештереү теорияһы һәм технологиялары өлкәһе белгесе. Күп кенә уйлап табыуҙар һәм йөҙҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы[1].
Биографияһы
үҙгәртергәВиктор Владимирович Мельцер-Шафран 1914 йылдың 30 июлендә Полтава ҡалаһында тыуа.
Белеме
үҙгәртергә1941 йылда Днепродзержинск металлургия институтын (хәҙер Днепр дәүләт техник университеты) «инженер-металлург» һөнәре буйынса тамамлай. ВКП(б.) ағзаһы була. 1953 йылда Магнитогорск тау-металлургия институтында (МГМИ, хәҙер Магнитогорск дәүләт техник университеты) тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай ««Опережение при прокатке высоких полос» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай, ошо уҡ йылда металдарҙы баҫым менән эшкәртеү кафедраһы доценты була[2]. 1970-се йылдар башында «Теоретическое и экспериментальное исследование профиля полос при непрерывной тонколистовой горячей прокатке» темаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.[3] Ғалим профессор исемен ала. Уның ғалим булараҡ формалашыуында ҙур ролде техник фәндәр докторы, профессор М. И. Бояршинов уйнай.
Эшмәкәрлеге
үҙгәртергә1944 йылдан алып МДМИ-ҙа эшләй. Ул 1972 йылда металдарҙы баҫым менән эшкәртеү кафедраһында профессор була. 1950-се йылдарҙа ул беренсе булып прокат ваҡытында ыңғай һәм кире уҙыу булыуын аса. Ул беренсе булып йэҫе прокатта йоҡа прокатлау станы валоктары профилировкаһын иҫәпләү ысулын уйлап сығара, был Магнитогорск металлургия комбинатында йоҡа прокат стандарын тиҙ үҙләштерер ергә ярҙам итә. 1970 йылда Виктор Владимирович киң һыҙатлы эҫе прокат технологияһын һәм киң һыҙатлы стандарҙы йыһазландырыуҙы камиллаштырыу буйынса бер нисә фәнни-тикшеренеү эштәрен башҡара. 1980-се йылдарҙа үҙ фәнни мәктәбенә нигеҙ һала, унда металл биттәрен прокатлау кварто ситлектәрендә күсәр баҫымының барлыҡҡа килеү сәбәптәре теоретик мәс ьәләләрен сис хәл итә[4].
Һуңғы йылдарҙағы тормошо Германияла үтә. 1998 йылда вафат була. Уның улы — Мельцер-Леонид Викторович Шафран шулай уҡ ғалим була, Мәскәү дәүләт техник университетының физика кафедраһында эшләй.
«1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән.