Бояршинов Михаил Иванович

Бояршинов Михаил Иванович (19041988) — совет ғалимы-металлургы, техник фәндәр кандидаты (1949), профессор (1959).[1]

Бояршинов Михаил Иванович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 20 ноябрь 1904({{padleft:1904|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Тыуған урыны Һарыстан (Силәбе өлкәһе), Троицк өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1 сентябрь 1988({{padleft:1988|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (83 йәш)
Вафат булған урыны Магнитогорск, Силәбе өлкәһе, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Магнитогорское правобережное кладбище[d]
Һөнәр төрө металлург
Эшмәкәрлек төрө Металлургия
Эш урыны Златоуст металлургия заводы
Санкт-Петербург дәүләт политехник университеты
Магнитогорск дәүләт техник университеты
Уҡыу йорто Санкт-Петербург дәүләт политехник университеты
Ғилми дәрәжә техник фәндәр кандидаты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы

Тимер йәйеү производствоһының теорияһы һәм технология буйынса 200-ҙән ашыу хеҙмәттәре, шул иҫәптән монографиялар, шулай уҡ бер нисә уйлап табыуға авторлыҡ танытмаһы бар[2].

Биографияһы үҙгәртергә

1904 йылдың 20 ноябрендә Ырымбур губернаһы, хәҙерге Силәбе өлкәһенең Сыростан ауылында , күп балалы ғаиләлә тыуған.

Бала саҡта Златоуст ҡалаһында йәшәй, шунда мәктәпте һәм механика-металлургия техникумын тамамлай (1925 йыл). Һуңынан Златоуст металлуригия заводында техник- конструктор булып эшләй һәм эш юллмаһы буйынса Ленинград политехник институтына уҡырға ебәрелә (ЛПИ, хәҙер Бөйөк Пётр исемендәге Санкт-Петербург дәүләт политехник университеты), 1930 йылда уны «металды ҡыҙыу эшкәртеү» һөнәре буйынса уңышлы тамамлай. Аспирантурала уҡыуын дауам итеү өсөн ҡалдырыла һәм 1935 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Ленинград политехник институтында эшен дауам итә, унда ассистент һәм ҡара металл прокаты кафедраһының доценты була. 1930 йылдарҙа Бояршинов илдең металлургия предприятиеларын проектлау буйынса Дәүләт институтының ғилми-тикшеренеү секторында инженер булып эшләй һәм Магнитогорск металлургия комбинатын проектлауҙа ҡатнаша

1938 йылда М. И. Бояршинов Магнитогорск тау-металлургия институтына (хәҙер Магнитогорск дәүләт техник университеты) металдарҙы баҫым менән эшкәртеү буйынса әле генә ойошторолған кафедра мөдире вазифаһына командировкаға ебәрелә. Артабан уның бөтә ғилми-педагогик эшмәкәрлеге ошо кафедра менән бәйле була, уны ҡырҡ йылдан ашыу алмаштырғыһыҙ етәкләй. Был осор эсендә Бояршинов биш доктор һәм йөҙҙән ашыу техник фәндәре кандидаттары әҙерләй.[3]

Бөйөк Ватан һуғышына тиклем Бояршиновтың фәнни хеҙмәттәре рельс һәм ҡалай прокатлау стандарының технологияһын камиллаштырыуға һәм йыһазландырыуға арналған. Һуғыш йылдарында ул уҡытыу эшмәкәрлеге менән һәм бер үк ваҡытта Магнитогрск металлургия комбинатында танк броняһын етештереүҙе ойоштороу менән шөғөлләнә Шуныһы ҡыҙыҡ, Михаил Иванович бронялы ҡалайҙы блюмингта йәйеүҙе тәүге тапҡыр донъя практикаһында тәҡдим иткән Магнитогорск металлургия комбинатының төп механигы Николай Ряженконың идеяһын эшләп бөтөрә, ә комбинат директоры Григорий Носов был проектты хуплай.[4]

Ғалимдың һуғыштан һуңғы тикшеренеүҙәре ҡалай етештереүгә ҡағыла һәм эҫе һәм ҡалайҙарҙы өҙлөкһөҙ стандарҙа һалҡын прокатлау менән бәйле була. 1958 йылда М. И. Бояршиновҡа ғилми профессор исеме бирелә.

1988 йылдың 1 сентябрендә Магнитогорск ҡалаһында вафат була[5] .[1] Уң яр буйы зыяратында ҡатыны менән йәнәш ерләнә[6]

«Почёт билдәһе» ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнә, улар араһында «1941—1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн», «Фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн», «Маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалдары бар. 1973 йылда уға «Магнит ветераны». тигән маҡтаулы исем бирелә[3]

Магнитогорск металлургия комбинатының 85 йыллығы алдынан ҡалала өс билдәле Магнитогорск кешеһенә — Николай Рыженко, Григорий Носов һәм Михаил Бояршиновҡа һәйкәл асыла[4][7]

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә