Сазыкина Анна Яковлевна
Анна Яковлевна Сазыкина (ҡыҙ фамилияһы Сысоева, 1923) — совет ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Социалистик Хеҙмәт Геройы.
Сазыкина Анна Яковлевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
РСФСР СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 11 февраль 1923 |
Тыуған урыны |
Смоленск өлкәһе СССР |
Вафат булған көнө | 20 март 1997 (74 йәш) |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәАнна Яковлевна Сазыкина 1923 йылдың 11 февралендә Николаевка ауылында (хәҙер Смоленск өлкәһе Хиславичи районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
1937 йылда ете йыллыҡ мәктәпте тамамланғандан һуң, ата-әсәләре менән Краснодар крайының Фастовецкая станицаһына күсеп килә. 1940 йылда хеҙмәт эшмәкәрлеген« Тихорецкий» совхозында башлай[1], унда 1978 йылға тиклем, пенсияға сыҡҡансы эшләй. Баҫыусылыҡ менән шөғөлләнә, бригада һәм звеноны етәкләй. 1948 йылда 28 гектар майҙанда һәр гектарҙан Анна Яковлевна 34,7 центнер бойҙай йыйып ала, был һуғыштан һуңғы йылдарҙа ҙур ҡаҙаныш була.
СССР Юғары Советы Президиумының 1949 йылдың 11 февралендәге указы менән ауыл хужалығын үҫтереүҙәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн Сысоева Анна Яковлевнаға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.
1978 йылда хаҡлы ялға киткәнсе бер үк совхозда эшләп, баҫыусылыҡ бригадаһының звено башлығы һәм бригадиры була. СССР-ҙың халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә ҡатнаша, унда дүрт миҙалға лайыҡ була. Бер үк ваҡытта йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә — халыҡ депутаттарының ауыл советы депутаты итеп һайлана, совхоздың профком ағзаһы була.[2]
Пенсияға сыҡҡас, Краснодар крайының Тихорецкий районы Парк ҡасабаһында йәшәй.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Герои Социалистического Труда Краснодарского края
Библиография
үҙгәртергә- Трудовая слава Кубани. Под. ред. Н. Л. Заздравных, Краснодар, 2003.