Сабирйән (исем)
Сабирйән — башҡорт ир-ат исеме.
Сабирйән |
Этимологияһы
үҙгәртергәСабирйән ғәрәп телендәге сабыр һәм фарсы телендәге йән һүҙҙәре ҡушылып төҙөлгән ир-ат исеме. Түҙемле, сабыр тигәнде аңлата[1].
Билдәле кешеләр
үҙгәртергәМөхәмәтҡолов Сабирйән Мөхәмәтзакир улы (1890 йыл — 1934 йыл) — сәсән, ҡобайырсы, шағир, композитор, оҫта ҡурайсы һәм ҡумыҙсы, мөғәллим, мәғрифәтсе.
Ҡунаҡбаев Сабирйән Абдулла улы (29 декабрь 1901 йыл — 3 июль 1996 йыл) — ғалим-селекционер, БАССР Фәндәр академияһының почётлы академигы (1991), ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1950). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1987). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған агрономы (1957), БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1963).
Аллаяров Сабирйән Аллаяр улы (рус. Аллаяров Сабирьян Аллаярович; 1907 — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составындвғы 50-се гвардия полкы батареяһының 40 миллиметрлы орудие номеры. Гвардия ҡыҙылармеецы.
Фамилия
үҙгәртергәСабирйәнов Сәлихйән Сабирйән улы (рус. Сабирьянов Салихьян Сабирьянович; 1903 йыл — 6 ғинуар 1943 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец, рядовой.
Сабирйәнова Сәнә Ғәфүр ҡыҙы (3 декабрь 1939 йыл) — хеҙмәт ветераны, башҡорт телсе-диалектологы, тәржемәсе. Салауат районына һәм уның арҙаҡлы шәхестәренә арналған «Земля салаватская, земля батыра» (2010) тигән китап-белешмәнең автор-төҙөүсеһе, Салауат районының Рәми Ғарипов исемендәге премияһы лауреаты (2012).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |