Сабетта
Сабетта — Ямал-Ненец автономиялы округының Ямал районындағы вахта ҡасабаһы, Ямал ярымутрауының Кара диңгеҙе буйы Обь ҡултығы янындағы көнсығыш ярында урынлашҡан.
Сабетта | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ямальский район[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] |
Урын | Ямал[d] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 2 метр |
Почта индексы | 629706 |
Урындағы телефон коды | 34996 |
Сабетта Викимилектә |
Исеме
үҙгәртергә- 1980 йылда ошо буласаҡ ҡасабаға Лабытнанги ҡалаһынан күсерелгән Тамбей нефть-газ разведкаһы экспедицияһы геологтары Сабетта исемен бирә. 1980 йылда навигацияға беренсе десант килеп төшә. Ҡасаба төҙөлөшө экспедиция начальнигы Владимир Константинович Рыбалов етәкселегендә алып барылды[1]. Ҡасаба исеме Сабетта-яха йылғаһы атамаһының сығарылмаһы булып тора.
- Шулай уҡ атаманың килеп сығышы буйынса тағы бер нисә фараз бар:
- Бында электән булған «Совет» факторияһының ненец телендә үҙгәртелгән атамаһынан;
- Сабе исемле ырыу — был районда йәшәгән урындағы самоедтар (ненец) ырыуы атамаһынан;
- «Сабетта» һүҙенән — ненец телендә ҡатын-ҡыҙ баш кейеме атамаһынан.
Халҡы
үҙгәртергә2006 йылда бөтөрөлгән шул уҡ исемле Сабетта ауылында (ҡасаба)[2] 2002 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса, 19 кеше йәшәгән, шул иҫәптән урыҫтар — 12 (63 %), коми — 5 (26 %), башҡалары — 2 (11 %)[3]. 2011 йылда башлана 3500 кеше иҫәпләнгән Сабетта вахта ҡасабаһы инфраструктураһы төҙөлөшө башлана.
2016 йылдың ноябрендә «НОВАТЭК» (1994 йылда Новокуйбышевскиҙа барлыҡҡа килгән рәсәй газ компанияһы) башлығы Леонид Михельсон Сабеттала 22 000-дән ашыу кеше эшләй, тип белдерҙе. Шулай уҡ 2016 йыл дауамында 15 000 һәм 17 000 кеше тигән баһалар булды.
2017 йылдың авгусына бында 33 750 кеше эшләй.
2017 йылдың декабре баһаһы буйынса, Сабеттала 30 меңдән ашыу эш урыны булдырылды[4].
Сәнәғәте
үҙгәртергәРәсәйҙә иң ҙур шыйыҡлатылған тәбиғи газ (СПГ) етештереү буйынса завод төҙөлә. 2017 йыл аҙағына беренсе сиратын сафҡа индереү башланды. 2017 йылдың 8 декабрендә беренсе партия газ танкерға тейәлде.[5]
Элемтәһе
үҙгәртергә2019 йылда «Ямал СПГ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте өсөн ПАО «ВымпелКом» («Билайн» бренды) «Мәскәү-Сабетта» үткәреү һәләте 1 Гбит/сек булған тиҙ йөрөшлө мәғлүмәт тапшырыу каналдары ооштороу проектын уңышлы тормошҡа ашырҙы. «Ямал СПГ» өсөн линия асыу һөҙөмтәһендә, Сабетта һәм Сеяха халҡы LTE мобиль элемтә стандарты менән тәьмин ителдә.[6] Әлеге ваҡытта LTE стандарты буйынса инеү тормошҡа ашырыла. Әммә каналдарҙың артыҡ тулы булыуы сәбәпле, бәйләнешкә инеү тиҙлеге түбән һәм Көньяҡ-Тамбей лицензион участкаһын хеҙмәтләндергән башҡа элемтә операторҙары (ПАО «МегаФон» асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм «Мобиль Телесистемалар» (МТС)) менән тиләшә. Төнгө сәғәттәрҙә файлдарҙы күсереп алыу тиҙлеге 512 кБайт/сек-ҡа етә. DNS Google (8.8.8.8) уртаса пингы 700—800 мсек тәшкил итә.
Транспорт
үҙгәртергә- Авиация
«Ямал СПГ» проекты маҡсаттары өсөн лицензия участкаһы территорияһында 2015 йылдың февралендә файҙаланыуға тапшырылған аэропорт төҙөлдө.[7] Аэропорт комплексы ИКАО буйынса I категориялы аэродром, 2704 м х 46 м осоу-ултырыу һыҙатын, авиатехника ангарҙарын, пассажирҙар хеҙмәтләндереү бинаһын, шул иҫәптән халыҡ-ара секторҙы үҙ эсенә ала. Аэропорт төрлө типтағы самолёттарҙы: ИЛ-76, А-320, Boeing-737-300, 600, 700, 800, Boeing-767-200, шулай уҡ Ми-26, Ми-8 вертолёттарын ҡабул итә ала. Аэропорт операторы булып «Ямал СПГ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте — «Сабетта халыҡ-ара аэропорты» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең 100 % бүлендек предприятиеһы тора.
- Тимер юл
2016 йылдың ғинуарында Ямал-Ненец автономлы округ Хөкүмәте ЯНАО «Бованенково — Сабетта» тимер юлын төҙөү буйынса шәхси партнёрын билдәләне. 2019 йылдың аҙағына уҡ Бованенковонан тимер юл төҙөү һәм проектлау тамамланыуы көтөлә. Тимер юл оҙонлоғо —170 км-ҙан ашыу, ә проектты тормошҡа ашырыу хаҡы 113 миллиард һумдан ашыу тәшкил итте.[8]
- Һыу
Көньяҡ-Тамбей газ-конденсаты ятҡылыҡтарының углеводород сеймалын күсереү һәм шыйыҡлатылған тәбиғи газды диңгеҙ транспорты менән Көнбайыш Европа, Төньяҡ һәм Көньяҡ Америка, Азия-Тымыҡ океан төбәгенә АТР ташыу өсөн тәғәйенләнгән диңгеҙ портын төҙөү Рәсәй Хөкүмәте бойороғона ярашлы тормошҡа ашырыла.
2012 йылдың 20 июлендә ҡасабанан 5 км төньяҡ-көнсығышта урынлашҡан диңгеҙ портына нигеҙ һалыу тантанаһы булды. Төҙөлөштө «Ленморниипроект» асыҡ проекты буйынса «Межрегионтрубопроводстрой» асыҡ акционерҙар йәмғиәте алып бара. 2013 йылдың октябрендә беренсе йөк суднолары порт причалына килеп туҡтаны.
COVID-19
үҙгәртергә2020 йылдың 5 майында Сабеттаның 23 вахта хеҙмәткәре стационарҙар шарттарында дауаланыу өсөн Ноябрьск ҡалаһына килтерелде. 10 кешелә COVID-19 коронавирус инфекцияһы раҫланды. Ямал-Ненец автономлы округы дауаханаларының инфекция бүлексәләрендә Сабеттанан 41 хеҙмәткәр дауалана, 61 вахта эшсеһе һауығып сыҡты. Һуңғы көндәрҙә Сабетта вахта эшселәренән ике меңгә яҡын проба алынды[9].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Статья в «Комсомольской правде» за 2 мая 1981 года
- ↑ Закон Ямало-Ненецкого автономного округа от 06.10.2006 № 43-ЗАО (ред. от 02.06.2010 № 65-ЗАО) «Об упразднении некоторых населённых пунктов Ямало-Ненецкого автономного округа» . Дата обращения: 27 декабрь 2018. 2018 йыл 27 декабрь архивланған.
- ↑ Данные Всероссийской переписи населения 2002 года: таблица 02 c. Дата обращения: 27 декабрь 2018.
- ↑ Марина Ковалёва. Сабетта: про жизнь страны и региона до и после триумфального старта в главном посёлке России (10 декабрь 2017). Дата обращения: 27 декабрь 2018.
- ↑ В. Путин на Ямале. Завод Ямал СПГ отгрузил 1-ю партию сжиженного природного газа (8 декабрь 2017). Дата обращения: 27 декабрь 2018. 2018 йыл 16 август архивланған.
- ↑ https://rspectr.com/novosti/55534/bilajn-zapustil-vysokoskorostnuyu-peredachu-dannyh-v-arktike 2019 йыл 25 февраль архивланған.
- ↑ Арктический аэропорт Сабетта введен в эксплуатацию (6 февраль 2015). Дата обращения: 27 декабрь 2018.Ҡалып:Платная подписка
- ↑ Юлия Фролова. Власти Ямала определились с партнёром стройки Бованенково-Сабетта (2016-0104). Дата обращения: 27 декабрь 2018.
- ↑ Из посёлка Сабетта госпитализированы 23 вахтовика с коронавирусом и пневмонией 2020 йыл 1 декабрь архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Ламин В. В. Евразийский океанский порт // Историческая энциклопедия Сибири: В 3-х томах / Гл. ред. чл.-кор. РАН В. А. Ламин. — 1-е изд. — Новосибирск: ИД «Историческое наследие Сибири»; Институт истории СО РАН, 2009. — Т. I. А—И. — С. 513—514. — 714 с. — 3 000 экз. — ISBN 5-8402-0230-4. Архивная копия от 19 декабря 2013 на Wayback Machineхивная копия от 19 декабря 2013 на Wayback Machine
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Антон Фадеев. Поселок и порт Сабетта. Аэросъёмка с коптера (15 август 2016). Дата обращения: 27 декабрь 2018.
- [maps.vlasenko.net/?lat=71.25&lon=73.055&addmap2=smtm1000&s=&addmap1=smtm1000 Сабетта на карте] . Дата обращения: 27 декабрь 2018.
- Виктория Ветрова. Как строится порт Сабетта и завод Ямал СПГ (15 декабрь 2014). Дата обращения: 27 декабрь 2018.