Әхмәҙиева Рәшиҙә Сәмиғулла ҡыҙы
Әхмәҙиева Рәшиҙә Сәмиғулла ҡыҙы (24 октябрь 1925 йыл — 13 декабрь 1998 йыл) — театр актёры, йырсы (меццо-сопрано). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1972).
Әхмәҙиева Рәшиҙә Сәмиғулла ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | РСФСР |
Тыуған көнө | 24 октябрь 1925 |
Тыуған урыны |
Мәсәғүт кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР Ишәле, Рәсәй |
Вафат булған көнө | 13 декабрь 1998 (73 йәш) |
Һөнәр төрө | актёр, йырсы |
Биографияһы
үҙгәртергәРәшиҙә (икенсе исеме Мәҙкүрә) Сәмиғулла ҡыҙы Әхмәҙиева 1925 йылдың 24 октябрендә Башҡорт АССР-ының Мәсәғүт кантоны Ишәле ауылында (Башҡортостандың Мәсетле районы) тыуған.
1943 йылдан алып Ҡыйғы колхоз-совхоз театрында актриса булып хеҙмәт итә. 1952 йылдан — Башҡорт халыҡ бейеүҙәре ансамблендә йырсы (ҡара: Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле), 1962—1980 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы[1].
Төп ролдәре
үҙгәртергәҠыйғы колхоз-совхоз театрындағы төп ролдәре: Ғәлимә (Мәжит Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр» повесы буйынса Ғайнан Әмири һәм В.Ғ.Ғәлимовтың шул уҡ исемле әҫәре), Сажиҙә («Зимагорҙар») һәм Фәхри («Һаҡмар»; икеһе лә — Сәғит Мифтахов), Сәрүәр («Башмағым»), Таңсулпан (Ҡадир Даяндың шул уҡ исемле драмаһы) һәм башҡалар.
Опера һәм балет театрындағы төп партиялары: Ирғәле («Шәүрә»), Талли («Аршин мал алан», У. А. Ғаджибәков) һәм башҡалар[1].
Башҡорт халыҡ йырҙарын, айырыуса оҙон көйҙәрҙе («Ғилмияза», «Ҡолой кантон», «Таштуғай», «Һандуғас»), бик оҫта һәм нәзәкәтле башҡара. Матур тембрлы йомшаҡ тауышҡа, сәхнә һөйкөмлөлөгөнә эйә була.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Әхмәҙиева Рәшиҙә Сәмиғулла ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Әхмәҙиева Рәшиҙә Сәмиғулла ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.