Рәсәйҙең дәүләт символдары

Рәсәйҙең дәүләт символдары — Федераль конституцион закондар менән билдәләнгән Рәсәйҙең милли суверенитетын һәм үҙенсәлеген кәүҙәләндергән, билдәле бер идеологик мәғәнәгә эйә булған айырым билдәләр. Бындай символдар: дәүләт флагы, герб һәм гимн. Дәүләт символикаһы концепцияһы сиктәрендә Рәсәй СССР-ҙың (Рәсәй гимны составындағы совет гимны тексының ҡайһы бер фрагменттары һәм көйө, Шулай уҡ Рәсәй Ҡораллы көстәренең Ҡыҙыл байрағы) һәм Рәсәй империяһының (ике башлы бөркөт һәм Рәсәй триколоры) вариҫы булараҡ күрһәтелә[1].

Рәсәйҙең дәүләт символдары
Дәүләт  Рәсәй
 Рәсәйҙең дәүләт символдары Викимилектә

Рәсәйҙең дәүләт гербы

үҙгәртергә
 
Рәсәйҙең дәүләт гербы

Рәсәй Федерацияһының дәүләт гербы дүрт мөйөшлө, аҫҡы мөйөштәрен түңәрәкләнгән, ҡыҙыл геральдик ҡалҡандан ғибәрәт, ҡалҡандың осонда ҡанаттарын өҫкә күтәргән ике башлы алтын бөркөт ҡуйылған. Бөркөт ике бәләкәй таж менән тажлана һәм улар өҫтөндә таҫма менән тоташтырылған бер ҙур таж ҡуйылған. Бөркөттөң уң тәпейендә скипетр, һул тәпейендә держава. Бөркөт күкрәгендә, ҡыҙыл ҡалҡанда көмөш атта зәңгәр плащ кейгән көмөш һөңгө менән аждаһаны бәреп төшөргән һыбайлы рәсеме төшөрөлгән.[2]

Рәсәй дәүләт гимны

үҙгәртергә
 
Рәсәй Дәүләт гимнының тексы һәм нота яҙмаһы

Рәсәй Федерацияһының дәүләт гимны композитор А.в. Александров музыкаһына һәм шағир с. в. Михалков һүҙҙәренә яҙған. Музыка һәм текстың нигеҙе Советтар Союзы гимнынан алынған.

Гимндың өс куплеттар тора, куплеттарҙын һуң өс ҡушымта башҡарыла. Гимн һүҙҙәр менән йәки һүҙһеҙ яңғырауы мөмкин. Ике башҡарыу ҙа тиң. Гимнды һүҙһеҙ башҡарыуҙа ғәҙәттә беренсе куплет һәм припев ҡына яңғырай.

Рәсәй гимнын ҡулланыу

үҙгәртергә

Рәсми осраҡтарҙа гимн ғәҙәттә тынлы йәки симфоник оркестр тарафынан башҡарыла, ә әгәр был ваҡытта һүҙҙәр ҡулланылһа, гимнды хор башҡара. Дәүләт байрамдарына арналған тантаналы йыйылыштар асылғанда һәм ябылғанда, Яңы йыл башланғанда, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы Президенты вазифаһына ингәндә, Федераль Йыйылыш палаталарының сессияларын һәм ултырыштарын асҡанда, рәсми сит ил делегацияларын ҡаршылағанда, Еңеү Парады кеүек тантаналы йәки байрам сараларында һәм башҡа рәсми тантаналарҙа гимн мотлаҡ башҡарыла. Закон гимн мотлаҡ ҡулланылырға тейешле осраҡтарҙы билдәләй, әммә Ул Рәсәй граждандарының үҙ гимнын ҡулланыу азатлығын сикләмәй.

Рәсәй дәүләт флагы

үҙгәртергә
 
Рәсәй Дәүләт флагы

Дәүләт флагы — дәүләттең таныу билдәһе, дәүләт гербы, дәүләт гимны һәм илдең исеме кеүек үк функция үтәй, ул үҙ илен аңлата, уны башҡа илдәрҙән айыра.

Рәсәй флагы өс тигеҙ ҙурлыҡтағы горизонталь һыҙаттан торған тура мөйөшлө туҡыма итеп һүрәтләнә: өҫкөһө — аҡ, уртаһы — зәңгәр һәм аҫҡыһы — ҡыҙыл төҫтә. Флагтың оҙонлоғона ҡарата нисбәте 2: 3 . Рәсәй Федерацияһының дәүләт флагы тураһында федераль конституцион закон төҫтәрҙең төҫмөрҙәрен билдәләмәй, әммә ГОСТ Р 51130-98 нормативы бар, унда флагтың һәр һыҙатының төҫө тап түбәндәге таблицаға килергә тейеш:

Төҫ Аҡ Зәңгәр Ҡыҙыл
Pantone White 286C 485C
RGB 255-255-255 (#ffffff) 0-57-166 (#0039a6)[3] 213-43-30 (#d52b1e)[4]
HTML #FFFFFF #0039A6 #D52B1E

Рәсәй флагын ҡулланыу

үҙгәртергә

Дәүләт флагын ҡулланыу тәртибе Федераль закон менән билдәләнә. Закон флагты мотлаҡ ҡулланырға тейешле осраҡтарҙы тасуирлай: ул власть органдары урынлашҡан биналарҙа (Рәсәй Федерацияһы Президенты, Федераль Йыйылыш, хөкүмәт, федераль министрлыҡтар һәм ведомстволар һәм уларҙың бүлексәләре, Рәсәй федерацияһы субъекттарының власть органдары — республикалар, крайҙар, өлкәләр, автономиялы округтар, муниципаль берәмектәрҙең урындағы үҙидара органдары — ҡалалар, райондар һәм ауыл биләмәләре), власть органдары етәкселәренең эш кабинеттарында, Рәсәй вәкиллектәре биналарында урынлаштырыла, сит илдәрҙә Рәсәй караптарында һәм судноларында урынлаштырыла. Рәсәй флагы көн һайын армия хәрби частарында күтәрелә. Флаг һауа судноларында (самолеттарҙа һәм вертолеттарҙа), Рәсәй йыһан аппараттарында һүрәтләнә. Байрамдар һәм мөһим ваҡиғалар көндәрендә дәүләт флагы урамдарҙы һәм майҙандарҙы биҙәй. Закон флагтың ҡасан һәм кем тарафынан мотлаҡ ҡулланылырға тейешлеген билдәләй. Флагтарҙы ҡулланыуҙың өс төп ысулы бар: флаг күтәрелергә, эленергә (ҡуйылырға) йәки һуҙып элеп ҡуйылырға мөмкин. Флагтарҙы ҡулланыу ҡағиҙәләрендә лә бик күп нескәлектәр бар, уларҙың дөйөм йыйылмаһы флаг протокол тип атала.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Тен, 2010, с. 280
  2. Федеральный конституционный закон от 25.12.2000 № 2-ФКЗ «О Государственном гербе Российской Федерации». pravo.gov.ru. Дата обращения: 30 октябрь 2021. Архивировано 22 ғинуар 2022 года.
  3. Pantone 286 C. Дата обращения: 13 октябрь 2020. Архивировано 8 декабрь 2015 года.
  4. Pantone 485 C. Дата обращения: 13 октябрь 2020. Архивировано 8 декабрь 2015 года.