Ғүмәров Рәсүл Абдрахман улы

(Рәсүл Ғүмәров битенән йүнәлтелде)

Ғүмәров Рәсүл Абдрахман улы (14 март 1936 йыл) — нефтсе-инженер, йәмәғәт эшмәкәре. СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы.

Ғүмәров Рәсүл Абдрахман улы
Тыуған көнө

14 март 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (88 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Ишембай районы

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

нефтсе-инженер, йәмәғәт эшмәкәре

Наградалары һәм премиялары

СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы

Биографияһы

үҙгәртергә

Рәсүл Абдрахман улы Ғүмәров 1936 йылдың 14 мартында Башҡорт АССР-ының Ишембай ҡалаһы Смаҡай ҡасабаһында тыуған. Атаһы 1941 йылда Ленинград өсөн барған ҡаты алыштарҙа хәбәрһеҙ юғала. Әсәһе Сәхибъямал өс баланы бер үҙе тәрбиәләп үҫтерә. 1953 йылда Рәсүл Ишембай ҡалаһындағы 3-сө башҡорт мәктәбен (хәҙерге Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернаты ), 1958 йылда Өфө нефть институтын тамамлай.

1958—1997 йылдарҙа «Ишембайнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығында эшләй.

1958—1959 йылдарҙа нефть сығарыу операторы, 1959—1974 йылдарҙа скважиналарҙы капиталь ремонтлау буйынса инженер, скважиналарҙы ер аҫтында һәм капиталь ремонтлау цехы начальнигы урынбаҫары, начальнигы вазифаларында эшләй.

1973 йылда уның ҡатнашлығында «Ишембайнефть» идаралығында беренсе тапҡыр Грачевский ятҡылығында скважинаның икенсе йәнәш олонон (боковой ствол) ерҙе быраулап төшөрәләр. Нефть табыуҙы күпкә арттырған методты һуңыраҡ башҡа нефтселәр ҙа ҡуллана башлай. Нефть сығарыуҙың яңы технологияларын ҡулланыу өсөн инструменттарҙы яҡшыртыу, эшселәрҙең квалификацияһын үҫтереү, эш урынын кешегә уңайлы итеп ҡороуҙы хәстәрләй. Йәш белгестәр әҙерләүгә күп көс һала, эшселәргә техникумда, институтта ситтән тороп уҡырға мөмкинлек бирә. 1966—1968 йылдарҙа Германия Демократик Республикаһында оҙайлы командировкала тәжрибә менән уртаҡлаша.

1968—1974 йылдарҙа — «Ишембайнефть» идаралығының начальник урынбаҫары булараҡ ерҙе нефть эшкәртеү өсөн алыу, кире ҡайтарыуҙы, эшселәр тураһында хәстәрлекте, балалар баҡсалары, мәктәптәр, тораҡ йорттар төҙөү һәм тәртиптә тотоуҙы тәьмин итә. Элекке эшселәр уны кешелекле, хәстәрлекле етәксе итеп хәтерләй.

1974-1996 йылдарҙа «Ишембайнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы начальнигының дөйөм эштәр буйынса урынбаҫары.

1996—1997 йылдарҙа «Ишембайнефть» идаралығының уҡыу комбинаты директоры.

«Ишембайнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы Ветерандар советы рәйесе, Ишембай ҡалаһы башҡорттары ойошмаһының әүҙем ағзаһы, Смаҡай ҡасаба биләмәһе үҙидараһының аҡһаҡалы. Ишембай энциклопедияһын төҙөүҙә ҡатнашҡан, Смаҡай биләмәһендә һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарына һәйкәл асыуға ҙур өлөш индергән. Архивтарҙа эҙләнеп, Фирҙәүс Бәширова етәкселегендә сыҡҡан «Беҙ — Смаҡай ейәндәре» китабы өсөн материалдар тупларға ярҙам иткән.

  • Ағаһы —Ғүмәров Рафиҡ Абдрахман улы (1933—2003), инженер-нефтсе, Ишембай, Өфө, Бәләбәй, Сибай ҡалаларында етәксе вазифаларҙа эшләгән, «Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнгән.
  • Ҡатыны —Ғүмәрова Сәриә Ибраһим ҡыҙы(1935—1995), Ишембай ҡала дауаханаһының неврология бүлеге мөдире булып эшләгән, БАССР-ҙың атҡаҙанған табибы.
    • улы — Рөстәм, техник фәндәр кандидаты, НГДУ «Ишембайнефть» 1982—2010?, «Газпромнефть НТЦ» (Санкт-Петербург), баш белгес,
    • ейәнсәре Ләйсән (ҡыҙы Асель),
    • ейәне Рәмил (ҡыҙы Әминә) — инженер-нефтселәр.

Шәжәрәһе

үҙгәртергә

Исмәғил (ҡатыны Шәһәрбаныу) — Мәхмүт (Гөлзифа) — Ғабдрахман (Хафиза) — Ғүмәр (Сәбилә) — Ғилмизат (Зөлҡәғиҙә) — Мозафар (Ғәфифә) — Абдрахман (Сәхибъямал) — Рәсүл (Сәриә) — Рөстәм (Ләлә) — Рәмил.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Советтар Союзының нефть сәнәғәте отличнигы (1986).

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Версия для печати > Он жизнь познавал не по книгам voshod-news.ru/numbnews/print: page,1,1454-on-zhizn-poznaval-ne-po-knigam.html
  • Ишембай районынан ветерандар советы рәйесе Рәсүл Ғүмәров … www.yuldashfm.ru/ru/mp3_id/17622
  • «Ҡара алтын» тапҡан уҙамандар Башҡортостан гәзите bash.bashgazet.ru/obshestvo/17192-ara-altyn-tapan-uamandar.html
  • Ишимбайская энциклопедия, Уфа, «Башкирская энциклопедия», 2015
  • «Беҙ Смаҡай ейәндәре», Ф.Бәширова(Аллағолова), Туймазы, ГУП РБ РИК «Туймазинский вестник», 2014