Рәсүлев Ғайса Фәтҡулла улы

Ғайса Фәтҡулла улы Рәсүлев (18661921) — башҡорт дин һәм йәмәғәт эшмәкәре, ахун.

Ғайса Фәтҡулла улы Рәсүлев
Дин:

ислам

Титул:

ахун

Тыуыу выҡыты:

1866({{padleft:1866|4|0}})

Тыуған урыны:

Ырымбур губернаһы, Троицк өйәҙеШәрип ауылы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы)

Үлеү ваҡыты:

1921({{padleft:1921|4|0}})

Вафат булған урыны:

Башҡорт АССР-ы, Тамьян-Ҡатай кантоны, Иҫке Байрамғол ауылы

Ил:

Рәсәй империяһы

Бүләктәре:
III дәрәжә Изге Станислав ордены
III дәрәжә Изге Станислав ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

1866 йылда Ырымбур губернаһы Троицк өйәҙе Шәрип ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы), билдәле ишан Зәйнулла Рәсүлевтың бер туғаны — Фәтҡулла Хабибулла улы Рәсүлев ғаиләһендә тыуған[1].

«Рәсүлиә» мәҙрәсәһен тамамлаған. Ырымбур губернаһы Троицк өйәҙе Ялсығол ауылы мәсетенең имам-хатибы дәрәжәһендә дингә хеҙмәт иткән.

1888 йылдың 28 авгусында Ырымбур губернаһы Троицк өйәҙе Иҫке Байрамғол ауылының ахуны итеп тәғәйенләнгән[2].

1904-1905 йылдарҙағы рус-япон һуғышында ҡатнашҡан, 3-сө Маньчжур армияһы штабында полк муллаһы булып хеҙмәт иткән. 3-сө дәрәжә ҡылыслы Изге Станислав ордены менән бүләкләнгән.

Һуғыш тамамланғас, тыуған иленә ҡайтҡан. Ахун булып хеҙмәт иткән.

Халыҡта әүлиә булараҡ танылған. Башҡорт риүәйәттәре буйынса, Ғайса Рәсүлев үлгәндән һуң, уның ҡәберенән алыҫ түгел тау ҡуйынынан изге сығанаҡ бәреп әүлиә шишмәһе сыҡҡан.

Ғайса Фәтҡулла улының бер нисә шиғри әҫәре һаҡланған. «Ғайса ахун» («Илсе Ғайса») башҡорт халыҡ йырының килеп сығыуын Ғайса Рәсүлев исеме менән бәйләйҙәр. Был әҫәрҙең нигеҙенә бер туғаны Мусаның һәләк булыуы хаҡында хәбәр алғандан һуң ижад ителгән бәйеттәре һәм мөнәжәттәре һалынған [3].

  • Ислам на Урале: Энциклопедический словарь. //Коллектив авторов. Сост. и отв. редактор – Д. З. Хайретдинов.. — М.: Медина, 2009. — 404 с.
  • Юнусова А. Б. Ислам в Башкортостане. Уфа, 1999.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә