Әхмәтвәлиев Рәсих Хасип улы

(Рәсих Әхмәтвәлиев битенән йүнәлтелде)

Әхмәтвәлиев Рәсих Хасип улы (27 декабрь 1956 йыл) — рәссам. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2010). 1992 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы, Maison Artistes des ағзаһы, France (2002).

Әхмәтвәлиев Рәсих Хасип улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 27 декабрь 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (67 йәш)
Һөнәр төрө рәссам
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Рәсих Хасип улы Әхмәтвәлиев 1956 йылдың 27 декабрендә Башҡорт АССР-ының Шишмә районы Бикәй ауылында донъяға килә

Мәктәптән һуң уҡыуын Өфө музыка-педагогия училищеһының художество-график факультетында дауам итә. Училищены тамамлағас, 1976 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә.

1981 йылда М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының художество-график факультетын тамамлай

«Инйәр» ижади төркөмө ағзаһы (1989—1993), 1992 йылдан алып РФ Рәссамдар союзы ағзаһы, 1990 йылдан алып «Сыңғыҙхан» ижади берекмәһе ағзаһы.

1991 йылда Америка Ҡушма Штаттарында эшләй.

2002—2008 йылда Францияла йәшәй һәм эшләй (Онфлер,Париж ҡалаларында), ул унда Bartoux галереяһы менән хеҙмәттәшлек итә, 2009 йылда — Visio dell’Arte, Paris галереяһы менән Францияның «Көҙгө салон», Карузель Де-Лувр париж күргәҙмәләрендә ҡатнаша. Париж, Онфлёр, Сан-Поль Ванс, Межев, Куршавель ҡалаларының Роберт Барто галереяларында даими экспозициялары бар.

Кубист техникаһында эшләй, үҙ эштәренең стилен фигуратив сәнғәт тип иҫәпләй. Һынлы сәнғәтенең төп темаһы — ҡатын-ҡыҙ матурлығы, ҡыйыу һыбайлы образы.

Рәссамдың картиналары Третьяков дәүләт галереяһында, М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт сәнғәт музейында (Өфө), Новосибирск дәүләт сәнғәт музейында, Тулуз Лотрек музейында (Париж, Франция), Лондон сәнғәт академияһында (Англия), «Ҡазан» Милли мәҙәниәт үҙәгендә (Ҡазан), «Мираҫ» галереяһында (Өфө), «Academia» сәнғәт галереяһында (Өфө), ГНИ «Урал» МК һәм НП БР (Өфө) һаҡлана.

«Ню» (2001), «Йәйге ел» (1997), «Сәскә еҫе» (De fleur Parfum) (2002), «Les transparantes cavaliers» (2008) һ. б.

Күргәҙмәләре

үҙгәртергә

1983 йылдан алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Республика һәм бөтә союз художество күргәҙмәләре ҡатнашыусыһы.

Шәхси күргәҙмәһе Францияла «Сант-Катерин» галереяһында үтә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2010)
  • «Туран» бойондороҡһоҙ культурология фондының Беренсе Халыҡ-ара бойондороҡһоҙ культурология премияһы лауреаты (Ҡазан)

Һылтанмалар

үҙгәртергә