Рәмзиә
Рәмзиә — башҡорт ҡатын-ҡыҙ исеме.
Рәмзиә |
Этимологияһы
үҙгәртергәРәмзиә исеме төрки телле халыҡтарға ислам дине менән бергә ғәрәп теле аша ингән, тоғро, саф мәғәнәһен аңлата[1].
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергәМаннапова Рәмзиә Тимерғәле ҡыҙы (4 ғинуар 1955 йыл) — ғалим-ветеринар врач. 1978 йылдан (өҙөклөк менән) Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2001 йылдан — паразитология, микробиология һәм вирусология кафедраһы мөдире; 2008 йылдан Рәсәй аграр университеты — К. А. Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһы уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (1998), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2014).
Хисамова Рәмзиә Ислам ҡыҙы (18 август 1947 йыл) — башҡорт СССР һәм Рәсәй театр актёры. 1969 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989).
Ғәйфуллина Рәмзиә Мөҙәрис ҡыҙы (12 декабрь 1938 йыл) — малсылыҡ алдынғыһы. 1954—1962 йылдарҙа Туймазы районының А. Матросов исемендәге колхозында сусҡа ҡараусы, 1962—1970 йылдарҙа — комплекслы бригада бригадиры, 1971—1974 йылдарҙа һөт-тауар фермаһы мөдире, 1977—1993 йылдарҙа — зоотехник. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1960).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |