Ишһарин Рәмзил Рафаил улы
Ишһарин Рәмзил Рафаил улы (13 июнь 1975 йыл) — сәйәсмән, Рәсәй Федерацияһының VII саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты[1]. «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы ағзаһы. Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү, ижтимағи һәм дини берекмәләр мәсьәләләре буйынса комитет ағзаһы[2].
Рәмзил Рафаил улы Ишһарин | |
Тыуған: | |
---|---|
Тыуған урыны: | |
Гражданлығы: | |
Партия: | |
Эшмәкәрлек төрө: | |
ishsarin.ru | |
Рәмзил Рафаил улы Ишһарин Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәРәмзил Рафаил улы Ишһарин 1975 йылдың 13 июнендә Стәрлебаш районының Аллағыуат ауылында тыуа. Өфө ҡалаһында Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатын тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетына уҡырға инеп, 2003 йылда диплом ала.
1999—2000 — Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинетының Йәштәр эштәре буйынса идаралығында баш белгес.
2000—2006 — «АТ Трэйд — Башкортостан» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең директор урынбаҫары.
2006—2008 — «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһенең Төбәк башҡарма комитетында Йәштәр менән эшләү буйынса комитеттың баш белгесе.
2008—2009 — «Арена» Идара итеү компанияһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары.
2009—2010 — «ОПОРА России» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы Башҡортостан төбәк бүлексәһенең рәйес урынбаҫары.
2010—2011 — «ОПОРА РБ» коммерция булмаған партнерлығының вице-президенты.
2011—2012 — «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһенең Төбәк башҡарма комитетында етәксе урынбаҫары — агитация-пропаганда бүлеге начальнигы.
2012—2014 — «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһенең Төбәк башҡарма комитетында етәксе урынбаҫары — партия ҡоролошо бүлеге начальнигы.
2014—2016 — «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһенең Төбәк башҡарма комитеты етәксеһе.
2016 — Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт думаһы депутаты[1].
Ғаилә хәле
үҙгәртергәӨйләнгән, ике бала атаһы.
Фоторәсемдәр
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Ишсарин Рамзил Рафаилович
- ↑ Ишсарин Рамзил Рафаилович 2017 йыл 28 июнь архивланған.