Рыжаков Дмитрий Иванович
Рыжаков Дмитрий Иванович (27 ноябрь 1927 йыл — 7 июнь 2018 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалим-педагогы һәм патофизиологы, медицина фәндәре докторы, профессор, Новгород дәүләт медицина академияһының атҡаҙанған профессоры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2003).
Рыжаков Дмитрий Иванович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 27 ноябрь 1927 |
Тыуған урыны | Дерябино[d], Краснобаковский уезд[d], Түбәнге Новгород губернаһы[d], РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 7 июнь 2018 (90 йәш) |
Вафат булған урыны | Түбәнге Новгород, Рәсәй |
Һөнәр төрө | патофизиолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы, ғалим |
Уҡыу йорто | Приволжск медицина тикшеренеү университеты[d] |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәДмитрий Иванович Рыжаков 1927 йылдың 27 ноябрендә Горький өлкәһенең Дерябино ауылында тыуа.
1941 йылда, ун дүрт йәшендә Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Д. И. Рыжаков хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. 1943 йылдан 1948 йылға тиклем Горький йылға училищеһында уҡый[1].
1949 йылдан 1954 йылға тиклем С. М. Киров исемендәге Горький медицина институтында уҡый, уны отличие менән тамамлап, табип-педиатр һөнәре ала. 1954 йылдан 1957 йылға тиклем Горький медицина институты ҡарамағында аспирантурала уҡый. 1957 йылдан Горький медицина институтында уҡытыу эшмәкәрлеген башлай. 1958 йылдан Ҡаҙағстанда сиҙәм ерҙәр эштәрендә медицина институты студенттары отрядын етәкләй[2].
1971 йылдан 1977 йылға тиклем Д. И. Рыжаков Горький медицина институтында Үҙәк ғилми-тикшеренү лабораторияһын ойоштора һәм тәүге етәксеһе була[3]. 1972 йылдан 1990 йылға тиклем ун һигеҙ дауамында Д. И. Рыжаков уҡыу-уҡытыу буйынса — проректор, бер үк ваҡытта 1977 йылдан 2007 йылға тиклем, утыҙ йыл дауамында, патологик физиология кафедраһы мөдире вазифаһын биләй. 2007 йылдан 2018 йылға тиклем Новгород дәүләт академияһының профессор-консультанты[4][1][3].
1957 йылда «медицина фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп «К анатомии артерий гортани человека» темаһы буйынса диссертация яҡлай[5], 1970 йылда медицина фәндәре докторына «Пересадка почки и сопутствующие изменения в крови реципиента: (Экспериментальные исследование)» темаһы буйынса диссертация яҡлай"[6]. 2002 йылда Д. И. Рыжаковҡа Новгород дәүләт медицина академияһының атҡаҙанған профессоры исеме бирелә[4].
Д. И. Рыжаков 200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 8-гә яҡын уйлап табыу авторы, уның етәкселегендә утыҙ дүрт докторлыҡ һәм кандидатлыҡ диссертациялары яҡлана[1]. 1976 йылдан Д. И. Рыжаков патофизиологтарҙың Түбәнге Новгород ғилми йәмғиәтенең алыштырғыһыҙ рәйесе һәм патофизиологтар ғилми йәмғиәтенең Бөтә Союз (1991 йылдан —Бөтә Рәсәй) идаралығы ағзаһы булып тора[3].
2003 йылдың 6 декабрендә «фәнни эшмәкәрлектә ҡаҙаныштары өсөн» Д. И. Рыжаковҡа Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре маҡтаулы исеме бирелә[7].
2018 йылдың 7 июнендә Түбәнге Новгородта вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы
- «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы
- «Владимир Ильич Лениндың тыуыуының 100-йыллығы айҡанлы» миҙалы
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2003[8]
- Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Заслуженный деятель науки РФ, врач Дмитрий Рыжаков скончался в Нижнем Новгороде . Дата обращения: 11 июль 2020.
- ↑ Еще один комплекс документов стал доступен исследователям в Государственном архиве специальной документации Нижегородской области . Государственная архивная служба Нижегородской области. Дата обращения: 11 июль 2020. Архивировано 11 июль 2020 года.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 История кафедры патологической физиологии . Дата обращения: 11 июль 2020. 2020 йыл 13 июль архивланған.
- ↑ 4,0 4,1 Рыжаков Дмитрий Иванович . Дата обращения: 11 июль 2020.
- ↑ Рыжаков, Дмитрий Иванович . РГБ. Дата обращения: 11 июль 2020. Архивировано 11 июль 2020 года.
- ↑ Рыжаков, Дмитрий Иванович . РГБ. Дата обращения: 11 июль 2020. Архивировано 11 июль 2020 года.
- ↑ Указ Президента России № 1430 от 06.12.2003
- ↑ Указ Президента России № 1430 от 06.12.2003
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Интеллектуальная элита Нижегородской области, 1918—1998 : Науч.-справ. изд. / В. И. Белоус (руководитель) и др. — Н. Новгород : Нижполиграф, 1998 г. — 350 с. — ISBN 5-7628-0150-0
- Кто есть кто в Нижегородской области / Ред. совет: Б. С. Духан (председатель) и др. — Н. Новгород : Агентство «КП-Форпост», Вып. 1. — 1998 г. — 383 с. — ISBN 5-89719-002-X
- Кто есть кто в Нижегородской области : Информ.-биогр. изд. / Ред. совет: Б. С. Духан (председатель) и др. — Н. Новгород : Агентство «КП-Форпост», Вып. 2 / [Ред. — сост.: И. Г. Дементьева, Т. Г. Ермошина]. — 2000 г. — 399 с. — ISBN 5-85293-003-2