Румынияла ислам

(Румынияла Ислам битенән йүнәлтелде)

Румынияла Ислам - 7 быуат элек үк килеп ингән дин. Әлеге көндә уны ил халҡының 0,3 проценты ғына тота (68 мең кеше).

Румынияла ислам
Дәүләт  Румыния
 Румынияла ислам Викимилектә
Кароль I мәсете. Констанца

Тарихынан

үҙгәртергә
 
Добруджа XX быуатта. Румыния мосолмандарының күпселеге йәшәгән төбәк

Борондан килгән тарихи дин булһа ла, мосолмандар дөйөм алғанда Төньяҡ Добруджала, Ҡара диңгеҙ яры буйында көн иткән. Был төбәк биш быуат дауамында тип әйтерлек (яҡынса 1420—1878 йылдар арауығында) Осман империяһы хакимлығы аҫтында була һәм Румыния составына 1878 йылдан һуң инә. Электән сөнниҙәр күберәк булған.

Ислам дине — Румынияла рәсми рәүештә танылған 16 дини инаныстарҙың береһе. Башлыса Ислам динен румын төрөктәре һәм румын (дунай) татарҙары тота.

Демографияһы

үҙгәртергә

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, 67566 кеше (яҡынса илдең дөйөм халҡының 0,3 % ) динен Ислам тип күрһәткән. Этник йәһәттән илдең мосолмандары — башлыса урындағы төрөктәр (28 мең), татарҙар (ҡырым татар, бүжәк татар, нуғайҙар) (24 мең кеше), сиған-мосолмандар (15 меңләп кеше), албандар (3000 самаһы). Автохтон мосолмандар башлыса көнсығыш, үҙәк һәм көньяҡ Добруджаның ауыл ерендә, Констанца ҡалаһы янында, Ҡара диңгеҙ яры буйында йәшәй.

Шулай уҡ Румынияла совет осоронда Яҡын Көнсығыш иммигранттары һәм ҡасаҡтар (ғәрәптәр, курдтар, ирандар, афғандар һәм башҡа) төркөмдәре күренә башлаған (уларҙың бер өлөшө Румынияла уҡыған)— 5 мең тирәһе кеше. Уларҙың күпселеге Бухареста һәм илдең башҡа ҙур ҡалаларында йәшәй һәм йыш ҡына транзит мигрант булып торалар.

Хәҙерге торошо

үҙгәртергә

Румынияла бөтәһе 80 мәсет эшләй. Констанца ҡалаһы Румынияның ислам үҙәге булып тора, бында Кароля I мәсете һәм мөфтиәт урынлашҡан. Констанца янындағы Мангалия ҡаласығында – 1525 йылда монументаль мәсет төҙөлгән булған. Ике мәсет тә дәүләттең тарихи ҡомартҡылары тип танылған, ҡомартҡылар иҫәбенә уҡ мәсет Һәршөв, Амзачея, Бабадаг һәм Тульчеа мәсеттәре инә. Румынияла 108 мосолман зыяраты бар[1].

Мосолмандарҙың хоҡуҡтары боҙолған осраҡтарҙа яҡлау өсөн Румыния ислам общинаһы "Румын мосолмандары альянсы" ойошмаһын булдырырға мәжбүр була, уның маҡсаты - мосолмандарҙың дини ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү йәһәтенән һәр яҡлап ярҙам итеү[2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Мусульмане и Ислам в Румынии[1]
  2. Мусульмане и Ислам в Румынии[2]

Һылтанмалар

үҙгәртергә