Рукавишников Виктор Степанович

Рукавишников Виктор Степанович (6 август 1949 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, хеҙмәт медицинаһы өлкәһендәге белгес, Рәсәй Медицина фәндәре академияһының ағза-корреспонденты (2004), Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (2014).

Рукавишников Виктор Степанович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 6 август 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (75 йәш)
Тыуған урыны Иркутск өлкәһе[d], Совет Рәсәйе
Эшмәкәрлек төрө медицина
Уҡыу йорто Иркутск дәүләт медицина университеты
Ғилми исеме профессор[d], профессор[d], член-корреспондент Российской академии медицинских наук[d] һәм РФА ағза-корреспонденты[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
II  дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы I дәрәжә "Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн" орден миҙалы «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Виктор Степанович Рукавишников 1949 йылдың 6 авгусында Иркутск өлкәһенең Хомутово ауылында тыуған.

1973 йылда Иркутск дәүләт медицина институтын тамамлай, РСФСР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Ангара Хеҙмәт гигиенаһы һәм профессиональ ауырыуҙар ғилми-тикшеренеү институтына эшкә ебәрелә, унда кесе ғилми хеҙмәткәрҙән алып бүлек етәксеһенә һәм директорға тиклем юл үтә (1992 йылдан алып).

2000 йылдан башлап бөгөнгө көнгә тиклем — фән буйынса Рәсәй медицина фәндәре академияһының Себер бүлеге Көнсығыш-Себер кеше экологияһы ғилми үҙәгенең директор урынбаҫары, кеше экологияһы һәм хеҙмәте медицинаһының Ғилми тикшеренеү институты Себер бүлеге Көнсығыш-Себер кеше экологияһы Ангара филиалы директоры

1985 йылда «Гигиеническая оценка условий труда при ионообменной технологии извлечения золота» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын, ә 1999 йылда — «Медицина труда на золотоизвлекательных фабриках» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

2003 йылда профессор дәрәжәһе бирелә.

2004 йылда Рәсәй медицина фәндәре академияһының ағза-корреспонденты булып һайлана.

2014 йылда Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты була.

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Хеҙмәт медицинаһы өлкәһендә белгес, башлыса тау рудаһы сәнәғәтендә.

Ҡиммәтле металдарҙы ҡаҙыу һәм сығарыу буйынса предприятиеларҙа профессиональ ауырыуҙар һәм хеҙмәт шарттарын булдырыуҙың төп законлыҡтарын тикшереүҙе үткәрә.

Уның ҡатнашлығында вибрация ауырыуының һәм профессиональ генездың нейросенсор ҡолаҡҡа ҡатылыҡтың яңы диагностика алымдары төҙөлә һәм патенттар менән яҡлана.

Уның етәкселегендә 7 доктор һәм 11 фән кандидаты әҙерләнә.

300-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы, шул иҫәптән 2 монографияһы бар,10 уйлап табыуҙың авторҙашы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • I дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы (2011)[1]
  • II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы (2003)[2]
  • «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Указ Президента Российской Федерации от 16.01.2011 № 46. kremlin.ru. Дата обращения: 15 ноябрь 2019.
  2. Указ Президента Российской Федерации от 27.01.2003 № 79. kremlin.ru. Дата обращения: 15 ноябрь 2019.

Һылтанмалар

үҙгәртергә