Рудь (Молдавия)
Рудь (молд. Rudi) — Молдавияның Сороки районындағы ауыл. Коммуна ойоштормаған ауылдарға ҡарай[2].
Рудь | |
![]() | |
Дәүләт |
![]() |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Сорокский район[d] |
Халыҡ һаны | 1008 кеше (2014)[1] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 240 метр |
Почта индексы | MD-5133 |
Урындағы телефон коды | 230 |
![]() |
ГеографияһыҮҙгәртергә
Ауыл диңгеҙ кимәленән 239 метр бейеклектә урынлашҡан[3]
ХалҡыҮҙгәртергә
2004 йылда халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Рудь ауылында 1118 кеше йәшәй (508 ир-егет, 610 ҡатын-ҡыҙ)[4]
Ауылдың этник составы[5]:
Милләте | Халыҡ һаны | Процент составы |
---|---|---|
молдавандар | 1052 | 94.1 |
украиндар | 34 | 3.04 |
урыҫтар | 25 | 2.24 |
румындар | 3 | 0.27 |
башҡалар | 4 | 0.36 |
Барыһы | 1118 | 100% |
Иҫтәлекле урындарыҮҙгәртергә
Рудь ауылында тарихҡаса тиклемге үткәндәрҙең билдәләре менән мәмерйә, пейзажлы ҡурсаулыҡ, антик оборона нығытмалары (б.э. тиклем IV—III быуат), ике түңәрәк ер ҡәлғәһе (IX—XII бб.) — «Төрөк тәрилкә» һәм «Германарий», ҡатын-ҡыҙҙар монастыры урынлашҡан. Рудь ауылы монастыры Молдавияла иң боронғоларҙан һанала. Ауылда шулай уҡ 1777 йылда төҙөлгән изге Троица сиркәүе урынлашҡан. Ул иҫке молдаван архитектура стиленең сағыу өлгөһө булып тора.
Рудь ауылы аша Дуга Струве үтә, ул ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә инә. Элек Молдавияла 27 тороулыҡ нөктәһе була, улар аша халыҡ-ара карталарҙы төҙөү өсөн үлсәүҙәр үткәрелә. Әлеге ваҡытта илдә нөктә тик Рудь ауылында ғына ҡала. Ул алма баҡсаһында, Сороки—Отачь автотрассаһынан 300 метр алыҫлыҡта урынлашҡан.
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ Перепись населения Молдавии (2014) — 2017.
- ↑ Ҡалып:Источник:Классификатор административно-территориальных единиц Республики Молдова
- ↑ Ҡалып:Высота над уровнем моря (SRTM)
- ↑ Ҡалып:Источник:Результаты переписи населения Молдавии 2004 года
- ↑ Ҡалып:Источник:Результаты переписи населения Молдавии 2004 года