Романченко Валентина Мефодьевна

Романченко Валентина Мефодьевна (19202014) — совет ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Социалистик Хеҙмәт Геройы.

Романченко Валентина Мефодьевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 14 декабрь 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Тыуған урыны Неклиновский район[d], Ростов өлкәһе, СССР
Вафат булған көнө 24 ғинуар 2014({{padleft:2014|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (93 йәш)
Вафат булған урыны Покровское[d], Ростов өлкәһе, Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы үҙгәртергә

Валентина Мефодьевна Романченко 1920 йылдың 14 декабрендә Таганрог округының, хәҙер Ростов өлкәһе Неклиновский районыныда тыуған[1].

Ун дүрт йәшенән колхозда эшләй. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң Таганрог районы «Ҡыҙыл партизан» колхозының баҫыусылыҡ бригадаһында звено башлаығы була. 1946 йылда Валентина Романченко звеноһы һәр гектарҙан 35 центнер ужым бойҙайы, 28 буйынса центнер арпа, 18 центнер көнбағыш йыйып тапшыра, был шул йылдар өсөн көтөлмәгән ҡаҙаныш була.

СССР Юғары Советы Президиумының 1947 йылдың 19 мартындағы указы менән 18 гектар майҙанда 35 центнер ужым бойҙай уңышы алғаны өсөн Романченко Валентина Мефодьевнаға Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

Түбәндәге эштәр авторы:

  • В борьбе за высокий урожай. // «Молот». Ростов н/Д, 1947. 29 марта. С. 2.
  • В содружестве с наукой. // «Блокнот агитатора». Ростов н/Д, 1948. № 5. С. 13-15.
  • Книга «35 центнеров озимой пшеницы с гектара», изданная в Москве в 1947 году, была переведена на болгарский язык.

1975 йылдан Валентина Мефодьевна хаҡлы ялда, әммә пенсияла булһа ла Ростов өлкәһенең Неклиновский районы Покровское ауылындағы йәмәғәт эштәрендә ҡатнаша, һәм бында 2014 йылдың 24 ғинуарында вафат була[1].

Ҡаҙаныштары үҙгәртергә

  • «Герой-әсә» ордены һәм миҙал менән бүләкләнә, шул иҫәптән «Хеҙмәт батырлығы өсөн» (1951) һәм СССР ВДНХ-ның ике миҙалы бар[1].
  • 2010 йылда Ростов өлкәһе хакимиәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнә.
  • Неклиновский районының почетлы гражданы (2000)[2].

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

  • Список Героев Социалистического Труда (Ростовская область)

Библиография үҙгәртергә

  • Герои Труда Дона : к 70-летию учреждения звания «Герой Социалистического Труда» : биобиблиографический справочник / Министерство культуры Ростовской области, Дон. гос. публ. библиотека, Ростов н/Д, 2008.
  • Сельское хозяйство Дона в биографиях и цифрах : славное прошлое, настоящее и будущее! / Ростов н/Д : Печатная лавка, 2016.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә